Шакиров Үлмәҫ Шакир улы
Шакиров Үлмәҫ Шакир улы (20 декабрь 1923 йыл — 20 август 1998 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, уҡсылар полкының взвод командиры ярҙамсыһы, өлкән сержант. Советтар Союзы Геройы (1944).
Биографияһы
Үлмәҫ Шакир улы Шакиров[2] 1923 йылдың 20 декабрендә Башҡорт АССР-ының Бөрө кантоны(хәҙерге Балтас районы) Яңы Аҫау (рус. Асавка) ауылында удмурт крәҫтиәне ғаиләһендә тыуған.
7 класс тамамлаған. 1941 йылдан алып Ҡыҙыл Армияла. 1944 йылдан ВКП(б) ағзаһы.
Һуғышҡа тиклем Балтас районы «Үрнәк» колхозында эшләгән. 1941 йылдың июлендә Балтас хәрби комиссариаты тарафынан хәрби хеҙмәткә алынған.
259-сы полк взвод командиры (179-сы уҡсылар дивизияһы, 43-сө армия, 1-се Прибалтийский фронт) ярҙамсыһы булып хеҙмәт иткән. Белоруссияның Витебск өлкәһен дошмандан азат иткәндә күрһәткән батырлығы өсөн «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелгән.
Һуғыштан һуң тыуған ауылында йәшәй. 1950−1959 йылдарҙа Молото исемендәгн колхоз рәйесе була, 1959 йылдан — тыуған ауылындағы тулы булмаған мәктәптә физкультура һәм хеҙмәт уҡытыусыһы. «Башҡорт АССР-ы халыҡ мағәрифы отличнигы» билдәһе менән бүләкләнә.
1983 йылдан хаҡлы ялда, тыуған ауылында йәшәй.
1998 йылдың 20 авгусында ҡаты ауырыуҙан вафат була.
Батырлығы
«1944 йылдың 22 июнендә Шумилино ауылы янында У. Ш. Шакиров взвод менән етәкселек итеүҙе үҙ өҫтөнә ала, уның оҫта етәкселеге дошмандың өс контратакаһын кире ҡағырға ярҙам итә. 16 Гитлер армияһы һалдаты юҡ ителә. 1944 йылдың 26 июнендә Боровцы ауылы янында взвод 11 кешенән торған разведка отрядын әсир итә».
«Советтар Союзы Геройы» исеме уға 1944 йылдың 22 июлендә бирелә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- «Алтын Йондоҙ» миҙалы (22.07.1944)[3]
- Ленин ордены (22.07.1944)
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (06.04.1985)[4]
Хәтер
Шакиров Үлмәҫ Шакир улы исеме район үҙәге Иҫке Балтас һәм Аҫау ауылдарындағы берәр урамға, Иҫке Балтастың 1-се урта мәктәбенә бирелгән. Иҫке Балтас ауылындағы мемориль комплекста Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарға ҡуйылған һәйкәл янында Үлмәҫ Шакировҡа бюст ҡуйылған.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1
- ↑ Герой Советского Союза Шакиров Ульмас Шакирович. «Герои страны». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 февраль 2013. Архивировано из оригинала 17 ғинуар 2013 года.
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Бүләкләнеүсенең учёт карточкаһынан мәғлүмәт «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
Әҙәбиәт
- Славные сыны Башкирии (очерки о Героях Советского Союза, полных кавалерах ордена Славы). — Уфа: Башкнигоиздат, 1965—1985. — Т. в 5 кн..
Һылтанмалар
- Шакиров Үлмәҫ Шакир улы. «Герои страны» сайты.
- Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан». Шакиров Ульмас Шакирович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 18 декабрь 2023)
- Шакиров Үлмәҫ Шакир улы. Республика Хәрби Дан музейы. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 апрель 2016.