Маҡам (изге урын)

Маҡам (ғәр. ‏مقام‎, транслит. maqām; күп.с.: ғәр. ‏مقاماتтранслит. maqāmāt; рус. Макам (святыня)) — мосолмандарҙың изге кәшәнәһе; ҡағиҙә булараҡ, көмбәҙ менән осланған ҙур булмаған куб формаһындағы ерләү ҡоролмаһы.

undefined

Этимологияһы

Ғәрәпсә «туҡталҡа, туҡталыу урыны» тигәнде аңлата. Изге кәшәнәнең бындай атамаһы башлыса Сүриәлә һәм Фәләстиндә ҡулланыла. XIX быуат европа сәйәхәтселәренең әҫәрҙәрендә mukam формаһында осрай. Параллель рәүештә вәли (ғәр. ويلي‎ — «изге урын»; ҡар.: әүлиә), мазар, мәшһәд атамалары ҡулланыла.

Куб рәүешле булыуҙарына бәйле был ҡоролмалар шулай уҡ kubbeh, kubbi, qubba тип тә атала. Миҫал итеп мосолмандарҙың төп изге урыны — Мәккәләге Ҡәғбә атамаһын килтерергә мөмкин. Төрки телле мосолман илдәрендә оҡшаш кәшәнәләр төрбә, дөрбә, ғәзиз; иран телле илдәрҙә — дарга атамалары менән билдәле.

undefined

.

Ҡоролошо һәм тәғәйенләнеше

Маҡамдың иң киң таралған төрө — көмбәҙле бер камералы квадрат бина, уның уртаһында таш ҡоролма — кенотаф урынлаштырыла[1], әүлиәнең кәүҙәһе үҙе шул уҡ урында иҙән кимәленән түбән ерләнелә. Мәккәгә йүнәлтелгән маҡамдың көньяҡ диуарында, ғәҙәттә, йыш ҡына яҙыуҙар һәм үҫемлек орнаменты менән биҙәлгән ҙур булмаған миһраб. Камераға инеү урыны йыш ҡына төньяҡ стенала урынлашҡан. Башҡа көмбәҙле стеналарҙа ҙур булмаған тәҙрәләр яһала.

Иң билдәле фәләстин маҡамдары

1948 йылда Фәләстин биләмәһендә 800 самаһы маҡам булған, уларҙың 300-ө генә һаҡланып ҡалған, яртыһы — Израиль биләмәһендә, икенсе яртыһы Фәләстин Автономияһы сиктәрендә урынлашҡан. Башҡа мәғлүмәттәр буйынса, Фәләстинмаҡамдарының дөйөм иҫәбе — 184, шуларҙың 70-е генә Израиль сиге эсендә[2].

undefined
Һүрәте Атамаһы Урынлашыуы Координаты Хәҙерге торошо
PHalhul021.jpg ‘Абд ән-Нәби Тель-Авив 32°05′15″ с. ш. 34°46′11″ в. д.GЯO
Bassa al-Khidr 01.jpg Маҡам әл-Хидр Шломи 33°04′41″ с. ш. 35°08′36″ в. д.GЯO Емерелеп бара
Ibn-Jebal-9833.jpg Мүғаҙ ибн Жәбәл

(шәйех Мүғәллә)
Латрун 31°50′08″ с. ш. 34°59′30″ в. д.GЯO Реставрация үткәрелгән
Neby Bulus 04 north.jpg Апостол Павел Бейт-Шемеш 31°42′51″ с. ш. 34°58′51″ в. д.GЯO Емерелеп бара
Neby Kifl 03 north.jpg Нәби Кифль Тират-Йехуда 32°00′25″ с. ш. 34°55′35″ в. д.GЯO Ташлап ҡуйылған объект
Neby Shit 01.jpg Нәби Шитт Асерет 31°49′28″ с. ш. 34°44′54″ в. д.GЯO Ташлап ҡуйылған объект
NebiMussa185.jpg Хәсән әр-Рай Нәби Муса 31°46′51″ с. ш. 35°25′29″ в. д.GЯO
Abdallah sh Beit El 03.jpg Шәйех Ғабдуллаһ Бейт-Эль 31°56′57″ с. ш. 35°13′55″ в. д.GЯO Ташлап ҡуйылған объект
Tel Hanan 20.3.2010 067.JPG Шәйех ‘Абдаллах әс-Сахили Нешер 32°46′18″ с. ш. 35°02′33″ в. д.GЯO Ташлап ҡуйылған объект
Akko, September 2015 (762).jpg Шәйех Абу ‘Атаби Аль-Маншия, Акко 32°56′15″ с. ш. 35°05′30″ в. д.GЯO Торлаҡ йорт
Abu Ghazala sh 03 north.jpg Шәйех Абу Газаля Но’ам 31°34′04″ с. ш. 34°46′47″ в. д.GЯO Ташлап ҡуйылған объект
Abu Shusha sheikh 01.jpg Шәйех Абу Шуша Мигдаль (местный совет) 32°51′13″ с. ш. 35°30′26″ в. д.GЯO Ташлап ҡуйылған объект
Awad sheikh 01.jpg Шәйех ‘Авад Ашкелон 31°41′15″ с. ш. 34°33′47″ в. д.GЯO Ғосман империяһында төҙөлгән
Ali sheikh 02 east.jpg Шәйех ‘Али әд-Давайими Амация 31°32′09″ с. ш. 34°53′13″ в. д.GЯO Ғәббәсиҙәр осоронда нигеҙләнгән
Amir sheikh north Jaba.jpg Шәйех ‘Амир Джеба‘ 32°39′17″ с. ш. 34°57′46″ в. д.GЯO Реставрация үткәрелгән
Ahmad el-Hubani 05.jpg Шәйех Ахмад әл-Хубани 31°43′31″ с. ш. 35°04′49″ в. д.GЯO Ташлап ҡуйылған объект
Sheikh al-Sadiq Tomb.jpg Шәйех Бараз әд-Дин

(шәйех әс-Садик)
Мигдәл-Цедек 32°05′00″ с. ш. 35°19′40″ в. д.GЯO Реставрация үткәрелгән
PikiWiki Israel 47522 Sheikh Bilal grave on mount Kabir.JPG Шәйех Билал Элон-Море 32°14′32″ с. ш. 35°19′40″ в. д.GЯO Ташлап ҡуйылған объект
Abbreek084.jpg Шәйех Бурейк (‘Абрейк) Кирьят-Тивон 32°42′03″ с. ш. 35°07′43″ в. д.GЯO
Har Gerizim 017.JPG Шәйех Ғәним Гризим 32°12′05″ с. ш. 35°16′26″ в. д.GЯO Реставрация үткәрелгән
Holon-S-695.jpg Шәйех әл-Катанани Холон (город) 32°01′16″ с. ш. 34°48′17″ в. д.GЯO Реставрация үткәрелгән
Marzuk sh Jaulan north.jpg Шәйех Марзук Голанские высоты 33°03′01″ с. ш. 35°42′01″ в. д.GЯO Ташлап ҡуйылған объект
Salihi sheikh 03 north.jpg Шәйех әс-Салихи 31°40′58″ с. ш. 34°57′59″ в. д.GЯO Ташлап ҡуйылған объект
Usheish sheikh 04.jpg Шәйех ‘Ушейш Дейр Наххас 31°36′39″ с. ш. 34°56′00″ в. д.GЯO

Иҫкәрмәләр

  1. McCown C. C. Muslim Shrines in Palestine. — The Annual of the American School of Oriental Research in Jerusalem. Vol. 2/3, 1921/1922. P. 50.
  2. Frantzman S. J. and Bar D. Mapping Muslim Sacred Tombs in Palestine During the Mandate Period // «Levant», 2013, Vol. 45, No 1. P. 109—110.

Әҙәбиәт