Сөмбөлә

Сөмбөлә (рус. Сумбуля; 22—25 сентябрь) — башҡорт һәм татар халыҡтарының уңыш йыйыу, көҙгө көн менән төндөң тигеҙләшеүе байрамы[1].

Тасуирламаһы

Сөмбөлә — башҡорттарҙың һәм татарҙарҙың юлиан календары индерелгәнгә тиклем файҙаланған зодиак календарь айының исеме. Ул иген уңышын йыйыу, көҙгө көн менән төндөң тигеҙләшеүе байрамы. Төп баҫыу эштәре тамамланғандан һуң, сентябрь аҙағында үткәрелә[2]. Байрамды Әбейҙәр сыуағының (рус.)баш. йылы, елһеҙ көндәрендә, һауала үрмәкселәр оса башлағанда, үткәргәндәр. Үрмәксе ауҙарын тотоп, бармаҡҡа урағандар ҙа, яҙмыштарын күрәҙәлек иткәндәр, буласаҡ хәләл ефеттәренең исемдәрен белергә тырышҡандар. «Киләсәкте күрәҙәлек итеүсе төштәр» күрерҙәренә ышанып, йоҡлар алдынан мендәр аҫтына үрмәксе ауын һалғандар.

Сөмбөлә алдынан ҡатын-ҡыҙҙар байрам табыны өсөн аҙыҡ-түлек йыйған, ҡоймаҡ, яңы уңыш игененән түңәрәк икмәк бешергән. Сөмбөлә байрамын үткәреү тәбиғәт көстәрен, ата-бабаларыбыҙҙың рухын шәфҡәтлеләндереүгә ярҙам итә, тип иҫәпләнгән.

Башаҡтарҙан көлтә яһағандар, уны яндырғандар һәм, яҡшы һауа торошо, мул уңыш, именлек һәм муллыҡ теләп, һәнәккә элеп урам буйлап йөрөткәндәр, махсус доға уҡығандар, халыҡ уйындары, бейеүҙәр һ. б. ойошторғандар[1].

Оло йәштәге ҡатындарға барып уларҙың фатихаһын алыу мотлаҡ булған. Байрам барышында иң һылыу (һары сәсле) ҡыҙҙы Сөмбөлә итеп тәғәйенләгәндәр, сөнки ул көҙгө, алтын башаҡтарҙы символлаштырған[3]. Байрам батшабикәһенә һорауҙар биргәндәр. «Балтамы, беҙме?» тигәнгә Сөмбөлә «балта» тип яуаплаһа, ҡыш һыуыҡ була, ә «беҙ» тип яуаплаһа, ҡыш йылы була тип күрәҙәлек иткәндәр. Уның һүҙҙәрен хатта ололар ҙа тыңлаған, «юрауың юш булһын» (күрәҙәлектәрең ғәмәлгә ашһын) тип ҡабул иткәндәр.

Был ваҡытта тыуған ҡыҙҙарға Сөмбөл (Сөмбөлә) тигән исеме бирелгән[4][1].

Хәҙерге заманда

Ураҡ эштәре тамамланыу киләһе йылға ғаиләнең етеш тормошона нигеҙ һалынғанлыҡтан, был көндө йыйылған уңыш өсөн рәхмәт әйтелә, ул именлек килтерә, игенселекте, ғаиләне һәм бигерәк тә әсәләрҙе һаҡлай тип күҙаллана[3]. Йыйылған уңышҡа, уңдырышлылыҡҡа һәм ғаилә именлегенә арналған байрам булараҡ, хәҙерге заманда ла әһәмиәтен юғалтмаған, уны төрлө урында уҙғаралар.

М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетында «Сөмбөлә» байрамы даими үткәрелә[5].

2021 йылда Татарстан Республикаһында Башҡорт милли-мәҙәни үҙәге составындағы «Урал» башҡорт автономияһы Түбәнге Кама ҡалаһында «Сөмбөлә» башҡорт фольклор-йола байрамын уҙғара[6].

2025 йылда Ҡырмыҫҡалы районының Илтуған ауылында тыуған яҡты өйрәнеү музейы территорияһында Сөмбөлә байрамы үткәрелә. Унда Ҡырмыҫҡалы районы мәктәп уҡыусылары ҡатнаша, «Аҡ тирәк, күк тирәк», «Йәшерәм яулыҡ», «Наза» халыҡ уйындарын уйнай, шулай уҡ умартасылыҡ менән таныша[2].

2025 йылда Республика көнөндә Стәрлетамаҡ районында үткән Сөмбөлә — икмәк байрамын бренд итергә ниәтләйҙәр. Уңыш йыйып алыу тамамланыуға арналған фестивалдә «Икмәк бешереүселәр хеҙмәте» оҫталыҡ дәресе ойошторола, «Икмәкле тормош» күргәҙмә-музей эшләй, «Авторлыҡ аҡ ҡаласы» конкурсы һәм башҡа саралар үтә[7].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 Р. А. Султангареева. Сөмбөлә // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  2. 1 2 Праздник урожая «Сөмбөлә» в Ильтуганово. Библиотека ЦБС Кармаскалинский р-н. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 июль 2026.
  3. 1 2 Игровая программа «Сөмбеләне кем белә?» Культура.РФ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 июль 2026.
  4. Башҡорт халыҡ ижады. 3‑сө т. Эпос. Өфө, 1998
  5. На факультете башкирской филологии прошёл красивый праздник осени, урожая - Сумбуля. bspu.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 июль 2026.
  6. Башкирский праздник «Сюмбюля» отметили в Нижнекамске. bash.addnt.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 июль 2026.
  7. Фестиваль «Сумбуля» сделают визитной карточкой района Башкирии. ИА «Башинформ». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 июль 2026.

Әҙәбиәт

  • Башҡорт халыҡ ижады. 3‑сө т. Эпос. Өфө, 1998
  • Башкирское народное творчество. Т.1. Эпос. Уфа, 1987

Тема буйынса өҫтәмә