Мәскәү дәүләте

Мәскәү дәүләте (рус. Московское государство) — XVI—XVII быуаттарҙа Бөйөк Мәскәү кенәзлеге биләмәһе эсендә Рус батшалығы биләмәһен аңлатҡан атама. Шул уҡ ваҡытта был исемдең бөтә Рәсәй менән синонимлашауы булған, был процесс XVIII быуат башына тиклем баш ҡала Санкт-Петербургҡа күсерелеп, Рәсәй империяһы иғлан ителгән осорға дауам иткән. XIX—XXI быуаттар тарих фәнендә — Рус үҙәкләшкән дәүләтенең XV быуат аҙағынан XVIII быуат башына тиклем булған дәүеренә ҡараған исемдәрҙең береһе тип аңлатыла[1].

Рәсәй батшалығының дәүләттәренең береһе булараҡ

Иван IV һәм уның вариҫтары осоронда «Мәскәү дәүләте» төшөнсәһе тар мәғәнәлә ҡулланылған һәм Боронғо Мәскәү кенәзлегенә тап килгән. Батшаларҙың тулы титулына алдараҡ үҙ аллы булған Рус кенәзлектәре һәм республикаларының исемдәре ингән, һәм ваҡыт үтеү менән был биләмәләргә «дәүләттәр» термины ҡулланыла башлаған[2]. Батша хакимлығындағы бөтә биләмә Рәсәй батшалығы тип аталған, һәм ул замандаштар тарафынан был дәүләт-кенәзлектәрҙең конгломераты булараҡ ҡабул ителгән, йәғни бер хаким биләгән бер нисә тәхет йыйылмаһы тип[3]. Төрлө документтарҙа һәм әҫәрҙәрҙә осраған «Рәсәй батшалығының Мәскәү дәүләте» тигән һүҙбәйләнеше Рәсәй батшалығының тик үҙәк өлөшөн генә аңлатҡан, был өлөштә батша тәхете урынлашҡан. Шул уҡ мәғәнәлә француз сәйәхәтсеһе Жак Маржереттың 1608 йылда яҙған «Рәсәй державаһының һәм Бөйөк Мәскәү кенәзлегенең хәле» тигән билдәле әҙәби мираҫының исемен дә аңларға кәрәк. 1613 йылғы собор антында былай тиелә:

«[...] Владимир, Мәскәү һәм Рәсәй батшалығының бөтә дәүләттәрендә Батша һәм Бөйөк кенәз һәм бөтә Рәсәйҙең бөйөк хөкөмдары итеп Һине, ғали йәнәптәре Михаил Федоровичты ҡуйырға...»[4].
undefined

Бөтә Рәсәй символы булараҡ

Бөйөк Литва кенәзлеге һәм Польша короллеге монархтары Иван III-не һәм уның вариҫтарын хөкөмдар тип таныған, әммә улар «Бөтә Русь» тип өҫтәлгән титулға һәм Мәскәү кенәздәре тарафынан Киев Русенән вариҫлыҡ хоҡуғын дәғүә итеүҙәренә ҡаршы ныҡлы көрәш алып барған. Улар Русь төшөнсәһе аҫтында Литва менән Рольша араһында бүленгән Көньяҡ-Көнбайыш Русты ғына танығын.

«Мәскәү дәүләте» һүҙбәйләнешен киң мәғәнәлә ҡулланған беренсе кеше 1480-се йылдарҙа поляк тарихсыһы һәм дипломаты Ян Длугош булған[3]. Унан һуң был атама-экзоним (һәм латинса эквиваленты Московия) Польша һәм Литва тарафынан Рәсәйгә ҡарата бер нисә быуат дауамында даими ҡулланылған[5].

undefined

А. Л. Хорошкевич фекеренсә, Рәсәй эсендә «Рәсәй батшалығы» һәм «Мәскәү дәүләте» төшөнсәләренең синоним булыуы Смут заманынан күҙәтелә башлай. Был терминдарҙы поляктар тарафынан ҡуйылған Ялған Дмитрий I (рус.)баш. өҫтөн күргән, һәм шулай уҡ Рәсәйҙең Новгород ерҙәрен ваҡытлыса шведтар тарафынан баҫып алынған осорҙа киң ҡулланылған[3].

Үҙ сиратында, билдәле Рәсәй тарихсыһы С. О. Шмидт «„Мәскәү дәүләте“ һүҙбәйләнеше XVI—XVII быуат телендә киң таралған», тип билдәләй. Ул был төшөнсәнең бер үк ваҡытта бөтә державаның, Рәсәй дәүләтенең өлөшөнөң һәм Мәскәүҙе идара итеүҙең атамаһы булғанлығын һыҙыҡ өҫтөнә алған. «Был шул осорҙың үҙенсәлекле билдәһе булған. Дәүләттең ошондай атамаһы Мәскәүҙең дәүләт төҙөү һәм шул замандағы ролен билдәләне», — тип яҙа ул. Хорошкевич фекеренән айырмалы рәүештә, С. О. Шмидт «„Мәскәү дәүләте“ төшөнсәһе Борис Годунов власҡа килгәндә, йәғни Федор Иванович батшалығы осоронда киңерәк таралыу ала. Әммә был термин Иван Грозный заманында уҡ осрай», тип билдәләй[6]. 1649 йылғы Собор законында «Мәскәү дәүләте» төшөнсәһе айырым һәм шулай уҡ «Мәскәү дәүләте һәм Рәсәй батшалығының бөтә ҡалалары» кеүек һүҙбәйләнештәрҙә ҡулланыла. Был XVII быуат дауамында дәүләттең күп өлөшлө үҙатамалары һаҡланыу традицияһы менән аңлатыла[3]. Петр I заманына тиклем Рәсәй сығанаҡтарында Рәсәй дәүләтен ҡайһы саҡта «Мәскәү дәүләте» тип тә атайҙар. Мәҫәлән, 1702 йылдан сығарыла башлаған тәүге Рәсәй гәзите «Хәрби һәм башҡа эштәр тураһында, Мәскәү дәүләтендә һәм күрше илдәрҙә булған әһәмиәтле һәм иҫтәлекле ваҡиғалар тураһында Ведомостар» тип атала[7]. Шулай ҙа, С. О. Шмидт яҙыуынса, Рәсәй дәүләтен исеме һәр саҡ бер төрлө булмаған: «„Мәскәү дәүләте“ төшөнсәһе „Рәсәй дәүләте“ төшөнсәһен тулыһынса ҡапламай (бигерәк тә „Рәсәй дәүләттәре“ төшөнсәһен). „Мәскәү дәүләте“ (айырыуса „бөтә Мәскәү дәүләте“ термины) батша ҡарамағындағы бар ерҙәрҙе күҙ уңында тота, йәғни „бөтә Рәсәй“ мәғәнәһен сағылдыра. Әммә ҡайһы саҡта „Рәсәй дәүләте“ термины Мәскәү ерен генә аңлата. „Батшалыҡ“ термины иһә — бигерәк тә тантаналы-официаль рәүештә — „дәүләт“ терминына ҡарағанда киңерәк мәғәнәгә эйә»[6].

Бындай терминологик төрлөлек объектив күренеш булған, сөнки XVI—XVII быуаттарҙа, урыҫтар ҙа, сит ил кешеләре лә, Рәсәй менән Мәскәүҙе, Рәсәй дәүләтселеге менән Мәскәү власын айырылғыһыҙ итеп күргән. Мәскәү Рәсәйҙең символы булып ҡабул ителгән. Был осор теле һәм дәүләт атамаларын билдәләүҙәге терминдарҙа сағылыш тапҡан[6].

XIX—XXI быуаттар тарихнамәһе термины

Быуаттар дауамында Мәскәү Рәсәйҙең кәүҙәләнеше булып тора. Был ул заман телендә лә, дәүләттең исемен билдәләүсе терминдарҙа ла сағыла[6].

Петр I тиклемге Рәсәйҙе «Мәскәү дәүләте» тип атау ғәҙәтен тарихсылар XIX быуатта яңырта. Рәсәй тарихын баш ҡалаларҙы — Мәскәү һәм Петербургты — ҡаршы ҡуйыуға таянып[3] шул осорҙарға бүләләр. Был терминды ҡулланыуҙы совет тарихсылары ла дауам итә[8].

Иҫкәрмәләр

  1. С. О. Шмидт билдәләүенсә, «һуңғы йөҙ йылдан ашыу "Мәскәү дәүләте" һәм "Мәскәү батшалығы" тигән атамалар дөйөм ҡабул ителгән терминдар рәтенә ингән. Улар ғәҙәттә "Рәсәй дәүләте" һәм "Рус дәүләте" тигән төшөнсәләрҙең тождестволары итеп ҡулланыла». «Мәскәү дәүләте» һәм «мәскәү хөкөмдары», «Мәскәү батшалығы» һәм «мәскәү батшаһы», «Мәскәү ере» тигән һүҙбәйләнештәр XVI, бигерәк тә XVII быуатта Рәсәйҙә ҡабул ителгән булған, быны күп төрлө яҙма сығанаҡтар раҫлай». Шмидт С. О. «Бер батшалыҡта, бер дәүләттә...»: XVI быуаттағы Рәсәй дәүләтен нисек дөрөҫөрәк атарға // Родина № 12/2004
  2. Платонов C.Ф. Рус тарихы буйынса тулы лекциялар курсы. Нәшриәт: АСТ, 2004. ISBN 5-17-024461-4
  3. 1 2 3 4 5 Хорошкевич А. Л. Рәсәйме әллә Мәскәүме? // Родина. № 11, 2005.
  4. 1613 йылғы Бөйөк Поместной сиркәү һәм ер соборы раҫлаған грамоталары. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 июль 2013. Архивировано 29 октябрь 2013 года.
  5. Хорошкевич А. Л. Рус дәүләтселегенең символдары. Мәскәү университеты нәшриәте, 1993. 86-89 б.
  6. 1 2 3 4 Шмидт С. О. В некотором царстве, в некотором государстве…. Как правильно называть Российскою державу в XVI в. // Родина. 2004. № 12. С. 35-40.
  7. Лисовский Н. М. Санкт-Петербургские Ведомости // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  8. Всемирная история. Энциклопедия. Т. 4. - М.: Соцэкгиз, 1958. - 823 с. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 октябрь 2019. Архивировано 15 октябрь 2012 года.

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар