Дьюла Немет

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Файл:NémethGyula Karinthy24.jpg
Гражданлығы
Хәләл ефете Irén Sebestyén[d]
Заты ир-ат[1]
Уҡыу йорто
Вафат булған урыны
Тыуған урыны
Һөнәр төрө лингвист, востоковед, тюрколог
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Тыуған көнө 2 ноябрь 1890({{padleft:1890|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})[3][4]
Ойошма ағзаһы Саксония фәндәр академияһы[d], Венгрия фәндәр академияһы[d] и ГДР фәндәр академяһы[d]
Рәсем
Вафат булған көнө 14 декабрь 1976({{padleft:1976|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})[3][4] (86 йәш)
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа

Дьюла Немет (Юлиус Немет, мадьярса  Németh Gyula; 2 ноябрҙә 189014 декабрь 1976) — мадъяр шәрҡиәтсеһе, тел белгесе, төркиәтсе. Венгрия Фәндәр академияһы ағзаһы (1935[5]). Кошут исемендәге премия лауреаты (1948); Болгария Фәндәр академияһы (1954), ГДР Фәндәр академияһы (1955), Хельсинкилағы Фин-уғыр йәмғиәтенең (1931) ағза-корреспонденты, Лондондағы Азия король йәмғиәтенең почётлы ағзаһы (1956).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дьюла (Юлиус) Немет[6][7][8] 1890 йылдың 2 ноябрендә Австро-Венгрияның Карцаг (хәҙерге Венгрияның Яс-Надькун-Сольнок) медьеһында тыуған.

1916—1964 йылдарҙа — Будапешт университетының төрки филологияһы кафедраһы профессоры.

Төп хеҙмәттәре төрки филологияһына һәм мадъярҙарҙың боронғо тарихына бағышланған. «Күсенеү дәүере мадъярҙарының формалашыуы» (рус. «Формирование венгров эпохи переселения», 1930) тигән төп хеҙмәтендә мадъярҙарҙың IX быуатҡа тиклемге ҡәбиләләр составы һәм уларҙың этногенезында төрки ҡәбиләләренең роле өйрәнелә.

Бер нисә хеҙмәттәре Венгрияның тарихи географияһына, төрки ҡәбиләләренең барлыҡҡа килеүенә, орхон рун яҙмаларын, һундарҙың телен асыҡлауға бағышланған.

Төрөк теленең грамматикаһы буйынса хеҙмәте әле лә Төркиәлә юғары баһалана.

Боронғо төрки теленең Көньяҡ Уралда формалашыуы тураһында яҙа. Боронғо төрки телендә һинд-иран, алғы азия һәм семит телдәренән һүҙҙәр булыуын быға дәлил итеп килтерә. Шулай уҡ Немет буйынса боронғо төрки һәм урал телдәре күп уртаҡлыҡҡа эйә, быны борон уларҙың күршеләш йәшәүҙәренә бәйләй.

Библиографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Kumük tanulmányok (Budapest, 1911)
  • Adalékok a török-mongol nyelvek hangtörténetéhez (Budapest, 1913)
  • Kóborlások Kisázsiában (1913)
  • Az ősjakut hangtan alapjai (1914)
  • Türkisches Lesebuch mit Glossar (Berlin, 1916)
  • Türkische Grammatik (Berlin-Lipcse, 1917)
  • A régi magyar írás eredete (1917)
  • Türkisches Übungsbuch für Anfänger (Berlin-Lipcse, 1917)
  • Türkisch-deutsches Gesprächsbuch (Berlin-Lipcse, 1917)
  • Akadémiánk és a keleti filológia (Budapest, 1928)
  • Magna Hungaria (Leipzig-Vienna, 1929)
  • A honfoglaló magyarság kialakulása (Budapest, 1930), 2. bővített, átdolgozott kiadás, közzéteszi: Berta Árpád, 1991
  • A nagyszentmiklósi kincs feliratai (Budapest, 1932)
  • A magyar rovásírás (Budapest, 1934)
  • Thury József levelező tag emlékezete (1934)
  • A magyar kereszténység kezdete (1940)
  • Attila és hunjai (szerkesztő, társszerző, 1940, 1996 (hasonmás))
  • Die türkischen Texte des Valentin Balassa (Budapest, 1953)
  • Die Türken von Vidin (Budapest, 1965)
  • Die türkische Sprache in Ungarn im XVII. Jahrhundert (Budapest-Amszterdam, 1970)
  • Gombocz Zoltán (Budapest, 1972)
  • Törökök és magyarok 1-2. szerkesztette: Róna-Tas András, Kakuk Zsuzsa (1990)
публикациялар

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Record #93482061 // VIAF (билдәһеҙ) — Даблин: OCLC, 2003.
  2. Deutsche Nationalbibliothek, Staatsbibliothek zu Berlin, Bayerische Staatsbibliothek, Österreichische Nationalbibliothek Record #119223341 // Gemeinsame Normdatei (нем.) — 2012—2016.
  3. 3,0 3,1 Gyula Németh // Brockhaus Enzyklopädie (нем.) / Hrsg.: Bibliographisches Institut & F. A. Brockhaus, Wissen Media Verlag
  4. 4,0 4,1 Brozović D., Ladan T. Gyula Németh // Hrvatska enciklopedija (хорв.)LZMK, 1999. — 9272 б. — ISBN 978-953-6036-31-8
  5. 1922 йылдан Венгрия Фәндәр академияһы ағза-корреспонденты.
  6. Археология и этнография Башкирии. — Т. IV. — Уфа, АН СССР ОИ БФ, 1971. — С. 249.
  7. Немет Ю. К вопросу о аварах 2007 йылдың 30 октябрь көнөндә архивланған.
  8. Кузеев Р. Г. Происхождение башкирского народа: Этнический состав, история расселения. — М.: Наука, 1974. — 572 с.