Ҡарға бутҡаһы

Ҡарға бутҡаһы, Ҡарғатуй (рус. Каргатуй, Воронья каша, Воронья свадьба) — башҡорттарҙың яҙҙы ҡаршылау һәм тәбиғәттең яңырыуын билдәләүгә арналған традицион йола байрамы. Байрам, ғәҙәттә, апрель аҙағынан июнь уртаһына тиклем үткәрелгән һәм төрлө төбәктәрҙә яҙғы баҫыу эштәре тамамланыуы, ҡоштарҙың ҡайтыуы йәки ямғыр теләү йолалары менән бәйләнгән. Ҡайһы бер райондарҙа «Ҡарға бутҡаһы» исеме таралған.

Атамаһы һәм таралышы

«Ҡарғатуй» атамаһы «ҡарға» һәм «туй» һүҙҙәренән тора, «ҡарғалар байрамы», «ҡарға туйы» мәғәнәһен аңлата. Башҡортостандың көньяҡ һәм көнбайыш райондарында йышыраҡ «Ҡарға бутҡаһы» атамаһы ҡулланылған. Байрам башҡорттарҙың күпселек этнографик төркөмдәрендә билдәле булған, айырыуса төньяҡ-көнсығыш, көньяҡ-көнсығыш һәм Урал аръяғы райондарында киң таралған[1].

Байрамды үткәреү

Ҡарғатуйҙа башлыса ҡатын-ҡыҙҙар, ҡыҙҙар һәм үҫмер балалар ҡатнашҡан; күп осраҡта 13—14 йәштән өлкән малайҙар ҡатнашмаған. Байрам алдынан ауыл буйлап йөрөп, йорттарҙан ярма, май, һөт, ҡатыҡ, йомортҡа, сәй һәм башҡа ризыҡтар йыйғандар. Был ваҡытта балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар ҡарға тауышын оҡшатып һөрәнләгәндәр[2].

Байрам өсөн, ҡағиҙә булараҡ, йылға буйы, тау битләүе йәки ағаслы ҡалҡыу урын һайланған. Ағастар төрлө төҫтәге таҫмалар, яулыҡтар, мәрйендәр, көмөш тәңкәләр һәм шәлдәр менән биҙәлгән. Ҡайһы бер урындарҙа ағас төбөнә ҡатыҡ ҡуйылған йәки ағастарға һауыт элгәндәр.

Ҡайһы бер төбәктәрҙә байрамды алып барыусы — алсабыр, юлбарсы һайланған. Ул биҙәкле баш кейеме, тәңкәләр һәм ҡабырсаҡтар менән биҙәлгән махсус кейем кейгән[2].

Йола ризыҡтары

Байрамдың төп ризығы — арпа, тары йәки бойҙайҙан әҙерләнгән ҡарға бутҡаһы. Шулай уҡ бишбармаҡ, бауырһаҡ, сәк-сәк, бәлеш, ҡоймаҡ, эремсек, бал һәм башҡа һый-ниғмәттәр әҙерләнгән. Бутҡа бешереүҙе, нигеҙҙә, оло йәштәге ҡатын-ҡыҙҙар башҡарған.

Аштан һуң «ҡарға һыйлау» йолаһы үткәрелгән: бутҡаның ҡалған өлөшөн ағас төбөнә, таш йәки түңгәк өҫтөнә һалғандар, ҡоштарға мөрәжәғәт итеп муллыҡ, именлек, ямғыр һәм уңыш һорағандар. Балалар ағас башына менеп ҡарға булып ҡарҡылдаған[1].

Уйындар һәм йолалар

Ҡарғатуй ваҡытында төрлө халыҡ уйындары, бейеүҙәр һәм ярыштар ойошторолған. Ҡатын-ҡыҙҙар һәм ҡыҙҙар йырлаған, әйлән-бәйлән уйнаған, дөңгөр, думбыра, ҡумыҙ көйҙәренә бейегән. «Ҡарға уйыны», «Аҡ тирәк-күк тирәк уйыны», «Гөргөлдәк», «Арҡан тартышыу», «Әбәк-көбәк», «Йүгереш» кеүек уйындар киң таралған булған.

Ҡайһы бер урындарҙа «Бала ҡарға» бейеүе башҡарылған, унда ҡатнашыусылар ҡош хәрәкәттәрен ҡабатлаған. Йола барышында өс тапҡыр һөрән һалыу ғәҙәте булған: халыҡты ашҡа саҡырғанда, ҡоштарҙы һыйлағанда һәм байрам тамамланғанда[2].

Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш һәм Урал аръяғы райондарында «Ҡарға сабышы» тигән ат ярышы бәйгеләре үткәрелә[3].

Л. И. Нагаева Башҡортостандың Ишембай районында йырлап үткәрелә торған Ҡарға бутҡаһы бейеүе булыуын билдәләне[1].

Ышаныуҙар һәм тарихи тамырҙары

Ҡарғатуй башҡорттарҙың исламға тиклемге дини ҡараштары, атап әйткәндә, ҡоштар культы һәм ата-бабалар культы менән бәйле. Боронғо инаныуҙар буйынса, мәрхүмдәрҙең йәне ҡошҡа йәки йәнлеккә әүерелә ала тип иҫәпләнгән. Ҡарға изге ҡош, муллыҡ һәм именлек килтереүсе итеп ҡабул ителгән.

Тикшеренеүселәр байрамда тотемизм элементтары һаҡланыуын билдәләй: ҡарғаны һыйлау, уға мөрәжәғәт итеү, ҡош тауыштарын һәм хәрәкәттәрен ҡабатлау, ритуаль бутҡа ашау йолалары боронғо тотемик ҡараштар менән бәйле тип иҫәпләнә[2].

Фольклорҙа һәм риүәйәттәрҙә

Башҡорт халыҡ ижадында Ҡарғатуй тураһында риүәйәттәр һаҡланған. Уларҙың береһендә дошман баҫҡыны ваҡытында ҡарғаларҙың сабыйҙы һаҡлап ҡалыуы тураһында һөйләнелә. Риүәйәт буйынса, шул ваҡиғанан һуң халыҡ йыл һайын ҡарғаларҙы бутҡа менән һыйлай башлаған[1].

Хәҙерге заман

XX быуаттың икенсе яртыһынан башлап Ҡарғатуй күберәк фольклор байрамы булараҡ йәшәй. Шулай ҙа уның төп элементтары — бутҡа бешереү, ҡоштарҙы һыйлау, теләк әйтеү, халыҡ уйындары һәм йырҙары — һаҡланып ҡалған. Башҡортостандың күп райондарында байрам бөгөн дә мәктәптәрҙә, ауылдарҙа һәм мәҙәни сараларҙа үткәрелә[4]. «Ҡарға бутҡаһы» байрамы Башҡортостан республикаһы халыҡтарының матди булмаған мәҙәни мираҫы объекттары реестрына индерелгән[5].

Галерея

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 Илимбетова А.Ф., Мигранова Э.В. Исторические корни народного праздника Ҡарғатуй («Воронья свадьба») у башкир // Самарский научный вестник : Исторические науки и археология. — 2021. — 28 ғинуар (т. 10, № 2).
  2. 1 2 3 4 Ҡарғатуй (башҡ.). Башҡорт энциклопедияһы: 7 томда. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 май 2026.
  3. Р. А. Султангареева, Ф. Д. Аккужина. Башкирский календарно-обрядовый праздник «Воронья каша»: семантика, функция, бытование // Вестник Челябинского государственного университета : Филология. Искусствоведение. и археология. — 2014. — Т. вып. 87, № 3 (332). — С. 100—103.
  4. Илгизәр Диҡҡәт. Ҡарға бутҡаһы. Киске Өфө (06.06.18). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 май 2026.
  5. Календарно-обрядовый фольклорный праздник «Ҡарғатуй» («Ҡарға бутҡаһы»). Единый реестр объектов нематериального этнокультурного достояния народов Республики Башкортостан (4 декабрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 май 2026.

Әҙәбиәт

Категориялар