Ала ҡарға


Ала ҡарға (урыҫ. Се́рая воро́на (лат. Corvus cornix) — төр ҡош. Ҡоҙғондар ырыуындағы ҡош.

Ала ҡарға - бик билдәле ҡош.

Ҡылыҡһырлама

Парлашып йәки күмәкләшеп йәшәйҙәр. Суҡышы, башы, түше ҡойроғо һәм ҡанаттары ҡара, кәүҙәһенең башҡа өлөшө ҡуйы һоро төҫтә. Ҡара ҡарғанан ҡауырһындарындағы һоро төҫө менән айырыла.

Тауышы

Ҡарлыҡҡан тауышлы: «Ҡарр-ҡарр».

Ҡарҡылдауы

Йәшәү рәүеше

Бик киң таралған. Ағас баштарында оялай. Йыш ҡына бер ағаста унлап оя була. Бер өлөшө көньяҡҡараҡ күсенә, икенсе өлөшө ҡышты ҡалалар тирәһендә үткәрә.Торлаҡ тирәләрен төрлө ташландыҡтарҙан таҙартып, бер аҙ файҙа килтерһә лә, ҡырҙа ҡош ояларын туҙҙырып, зыян да яһай.

undefined

Туҡланыуы, үрсеүе

Кешенән ҡалған торлаҡ ташландыҡ аҙыҡтар, үләкһә, ҡош себештәре, балыҡ менән туҡлана.

undefined

Көрән һәм һоро таптар менән сыбарланған күкһел йәшел 5 бөртөк йомортҡаһы була.

undefined

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Әҙәбиәт

Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары. Өфө-1986 йыл.67-се бит.