Тасуирләмәһе

Әүештау — яңғыҙ конус (рус.)баш. формаһындағы тау, нимәһе менәндер вулканға оҡшаған. Бер ниндәй ҙә тау һыртына ҡарамай. Урал аръяғында ятҡанға, яҡын-тирәләге һөҙәк һырттар араһында бейеклеге менән айырылып тора. Әүештау алыҫтан уба һымаҡ күренһә лә, уның битләүҙәре арыуыҡ текә. Айырым урындарының текәлеге 25–30° тәшкил итә[1]. Әүешкүлгә ҡараған яғы асыҡ һәм ялан үләндәре менән ҡапланған, ә кире яғында — ҡайын урманы. Тауҙың башынан Күмәс һырты күренә[2].

Географик урыны

Өфөгә тиклем — 365 километр.
Учалы ҡалаһына тиклем — 58 километр.
Магнитогорск ҡалаһына тиклем — 210 километр.
Силәбе ҡалаһына тиклем — 150 километр.

Этимологияһы

Атамаһы «ауыш» — ҡыя һүҙенән килеп сыҡҡан тигән фараз бар. Тура мәғәнәһендә әйткәндә — ҡыя, текә тау.

Әүештау исеменең этимологияһына (рус.)баш. буйынса икенсе фараз да бар, ул риүәйәттә сағылыш тапҡан: «Борон беҙҙең яҡтарҙа каруан менән бер сәйәхәтсе үтеп барған. Халыҡ, беҙгә һуғыш килә икән, тип каруанға ҡаршы сыҡҡан да, аңын-тоңон белмәйенсә, каруансыларҙы ҡырып ташлаған. Каруан башлығының һуғышсы түгел, ә ил гиҙеп йөрөгән бер изге кеше булыуын аҙаҡ ҡына белгәндәр. Уның кәүҙәһен ауыл осондағы бейек тау башына күмгәндәр. Теге кеше Ош ҡалаһынан булғанға, тауға ла шул исемде биргәндәр. Аҙаҡ, үҙгәртеп, Әүеш тип йөрөтә башлағандар. Рамаҙан әүлиәне үлтергәндән һуң, кешеләр мөғжизәгә юлыға: тауҙа урғылып шишмә ағып сыға. Шифалы һыуҙы эсергә тип төрлө яҡтан халыҡ килә башлай. Был файҙалы сығанаҡты артабан «Әүлиә шишмәһе» тип йөрөтә башлайҙар.»[2][3].

Әүештау йәшмәһе

Әүештау йәшмәгә ныҡ бай. Уға ҡабатланмаҫ матурлыҡты һоро һәм ҡара дендриттар (кристалдар (рус.)баш.) бирә, улар үҙҙәренең бөгөлөштәре менән үләндәрҙең һабаҡтарын хәтерләтә. Яҡында ҡына тау өңөнтөләре бар һәм унда туристарға был билдәле йәшмәнең кескәй генә киҫәктәрен алырға мөмкин. Әүештау йәшмәһен 17-се быуатта сығара башлайҙар. Элек батша заманында был таш вазалар эшләү өсөн ҡулланылған. Ошондай ике ваза Санкт-Петербург ҡалаһындағы Эрмитаж музейының түр баҫҡысында тора. Шулай уҡ Әүештау йәшмәһенән эшләнгән әйберҙәр донъя буйлап төрлө күргәҙмәләрҙә күрһәтелә[4].

Әүешкүл

Әүештау битләүенән аҫтараҡ йәйрәп ятҡан күл «Әүешкүл» исемен йөрөтә. Ул овал формала, һыу өҫтөнөң майҙаны 2,4 квадрат километр тәшкил итә. Күлдең уртаса тәрәнлеге ни бары 1,85 метр. Йәйгеһен бында ял итеүселәр күп була[2].

Күл һыуында табан балыҡ, ҡорбан (ҡорман) балығы, һаҙан балыҡ, ҡарабалыҡ, алабуға, сабаҡ һәм суртан көн итә, күлдә шулай уҡ ҡыҫалалар ҙа бар[1].

Күлдең бары тик көнсығыш ярында ғына ултыртылған ҡарағайҙар һәм ҡайын үҫә.

Әүешкүлдә ике утрау бар. Әүештауҙан күлдең көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан утрауға ҡараһаң, ул үҙенең формаһы менән йөрәккә оҡшаш. Утрау ситтәрендә уның формаһын махсус билдәләгәндәй ағастар ултыра[1].

Күлдең төньяҡ ярында XIX быуат башында нигеҙ һалынған Иҫке Байрамғол башҡорт ауылы урынлашҡан. Уның янында күлдең яры бәләкәй генә һәм бер үк ваҡытта сәйерерәк формалы ярымутрау барлыҡҡа килтерә[1].

Әүлиә шишмәһе

Әүештауға алып барған юл битләүҙәге Әүлиә шишмәһе янынан үтә. Был сығанаҡтың һыуы шифалы үҙенсәлектәргә эйә. Лаборатория тикшереүҙәре шишмә һыуында төрлө микроэлементтар ирегәнен күрһәткән, ул ныҡ йомшаҡ та. Һыу бөйөрҙән таштарҙы сығара, аллергияны бөтөрә, тын, аш һеңдереү ағзалары сиренән дауалай, тән ҡартайыуын яйлата тигән фекерҙәр халыҡ араһында киң таралған. Бындай үҙенсәлектәргә һыу 15 майҙан һуң ғына эйә була. Июнь баштарында шишмә бөтөнләй ҡорой. Ошо ваҡытта шишмәгә Башҡортостандан ғына түгел, ә Рәсәйҙең күп төбәктәренән меңләгән кеше килә, диндарҙар шишмә һыуын изге тип ҡабул итә. Улар һыуҙы тәмләп тә ҡарай, үҙҙәре менән алып та ҡайта: ул оҙаҡ һаҡлана. Шишмәнең һыуы аҙ булған йылдарҙа уға оҙон сираттар барлыҡҡа килә[1].

Әүештау башындағы ҡәберҙәр

Был тау мосолмандар өсөн мөһим урын булып иҫәпләнә. Уның түбәһендә өс изге ҡәбер бар. Уларҙың береһе мөһимерәк тип ҡабул ителә. Ул ҡойма менән уратып алынған, ғәрәпсә яҙыулы ҡәбер ташы бар[1]. Халыҡ араһындағы мәғлүмәткә ярашлы, боронғо таш урынына яңыһын Зәйнулла ишан ҡуйҙырта. Унда ғәрәп хәрефтәре менән: «Был (сәйәхәтсе) Шәйех Мөхәммәд Миһнән Аләүҫә. 651 һижри йыл. Беркәхан быуатында Беркәһарай. Беркәхан дәүләте» тип яҙылған.

Риүәйәттәрҙә әйтелгәнсә, Джучи улы Беркә хан Сыңғыҙхандың ейәне була. Алтын Урҙа ваҡытында Монгол империяһынан айырылып, хәҙерге Волгоградтан алыҫ түгел үҙенең ханлығының баш ҡалаһы Беркәһарайҙы төҙөй. Тәхеткә ултырыу менән, ул ҡатыны Сәсәк, ҡәрҙәше Туҡайтимер һәм башҡа олуғтары менән бергә Исламды ҡабул итеүен рәсми рәүештә иғлан итә. Үҙенең исемен дә шунда Бүркәнән Беркәгә әйләндерә. Ислам хәлифәһе Мөстәғсим Баллаға ант биреп, уның менән хаттар алышып тора.

Бынан сығып, Әүештау башында ерләнгән сәйәхәтсенең был ерҙәрҙә ислам динен таратып йөрөүсе Беркә хан дәүләте илсеһе булғандыр тип уйларға була. Сөнки Беркә хан үҙе исламды ҡабул итеп кенә ҡалмаған, ә был динде тирә-яҡҡа таратыу буйынса ла ҙур эш алып барған[5].

Галерея

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 6 7 Священные места Башкирии: гора Ауштау и озеро Аушкуль. Портал «Дзен». Сайт «Ураловед». Священные места Башкирии: гора Ауштау и озеро Аушкуль (25 сентябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 сентябрь 2025. (рус.)
  2. 1 2 3 4 Надежда Шуренкова. Поход по святым местам Учалинского района: источник Аулия, гора Ауштау, озеро Аушкуль. Сайт «Наш Урал и весь мир» (26 август 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2025. (рус.)
  3. Легенды моего края. Аулия (родник). Муниципальное бюджетное учреждение «Центральная районная модельная библиотека» муниципального района Учалинский район Республики Башкортостан. Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2025.
  4. Яшма Аушкульская. Башкирский лицей № 1 г.Учалы. Геологический музей. Официальный сайт.. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2025.
  5. Әүлиә тауына сәйәхәт (башҡ.). Күгәрсен районының «Мораҙым» гәзите (10 июль 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 сентябрь 2025.