Йосопов Ринат Мөхәмәт улы
Ринат Мөхәмәт улы Йосопов (рус. Юсупов Ринат Мухаметович; 1951 йылдың 12 ноябре, Иҫәнғол, Ейәнсура районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР — 2011 йылдың 14 ғинуары, Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй) — совет һәм Рәсәй ғалимы-этнологы һәм антропологы. Тарих фәндәре кандидаты, профессор. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2004)[1], Өфө ҡалаһының почетлы гражданы (2003)[2].
Биографияһы
1951 йылдың 12 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылында тыуған.
1975 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлай.
1977—1979 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Н. Н. Миклухо-Маклай исемендәге Ленинград этнография Институтының Антропология бүлеге аспиранты (етәксеһе И. И. Гохман), краниология специализацияһы.
1979 йылда СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының этнография һәм антропология бүлегендә эшләй. 1982 йылда «Антропологик состав башкир по данным краниологии» темаһы буйынса тарих фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеүгә диссертация яҡлай (специальность 03.00.14 антропология)[3].
1993—2011 йылдарҙа Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының этнология һәм антропология бүлеге мөдире.
Фәнни эшмәкәрлеге
Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары өлкәһе: антропология, этнография, башҡорттарҙың этник тарихы. Рәсәй этнографтары һәм антропологтары ассоциацияһы ағзаһы (Мәскәү), Европа антропологтар ассоциацияһы ағзаһы (Брюссель). Ринат Йосопов Көньяҡ Уралдың боронғо һәм хәҙерге халҡының башҡорт антропология мәктәбенә нигеҙ һалыусы, Башҡортостан Республикаһы һәм күрше өлкәләр башҡорттары буйынса Рәсәйҙәге иң ҙур краниологик коллекцияға (1500-ҙән ашыу баш һөйәге) нигеҙ һалыусы.
14 антропологик экспедиция ойоштороусыһы һәм ҡатнашыусыһы, шул иҫәптән ике халыҡ-ара (1983, 1989). Йыйылған материал бронза дәүеренән алып хәҙерге заманға тиклем 1,5 мең берәмекте үҙ эсенә алған краниологик коллекция нигеҙен тәшкил итә. Төбәктең антропологияһы буйынса тикшеренеүҙәре Финляндия, Швеция, Америка, Хорватия, Италияның ғилми баҫмаларында баҫылған[6].
Хәтер
2022 йылдың ғинуарында Өфөлә ғалим йәшәгән Софья Перовская урамындағы 48-се йортта, Рәсәй антропологы һәм этнографы Ринат Йосопов иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асылды[7].
Наградалары һәм маҡтаулы исемдәре
- Өфө ҡалаһының почетлы гражданы (2003),
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2004).
Хеҙмәттәре
- Юсупов Р. М. Краниология башкир. Л., 1989. 198 с.
- Юсупов Р. М. Материалы по краниологии башкир. Уфа, 1989. 243 с.
- Юсупов Р. М. Краниология женской субпопуляции башкир (2002)
- Юсупов Р. М. Башкиры (2002).
- Юсупов Р. М. Приуралье в эпоху Великого переселения народов. Уфа, 2004. (в соавт.)
- Юсупов Р. М. История башкир-гайнинцев села Елпачиха. — Уфа, 2009.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Сотрудники, удостоенные государственных наград. Институт истории, языка и литературы УФИЦ РАН. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 ноябрь 2025. Архивировано 11 сентябрь 2025 года.
- ↑ Почетные граждане. Совет городского округа город Уфа Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 ноябрь 2025. Архивировано 4 сентябрь 2025 года.
- ↑ Юсупов, Ринат Мухаметович. Антропологический состав башкир по данным краниологии : диссертация … кандидата исторических наук : 03.00.14. — Уфа, 1982. — 195 с.
- ↑ ЮСУПОВ Ринат Мухаметович. Башкирская энциклопедия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 ноябрь 2025. Архивировано 14 декабрь 2024 года.
- ↑ Здесь жил и работал Ринат Юсупов. Республика Башкортостан (25 ғинуар 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 ноябрь 2025. Архивировано 26 ғинуар 2022 года.
- ↑ Институт истории языка и литературы УНЦ РАН. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 октябрь 2011. Архивировано 23 март 2012 года.
- ↑ Романов, Ян. В Уфе открыли мемориальную доску в память об антропологе и этнографе Ринате Юсупове (24 ғинуар 2022). 29 апрель 2026 тикшерелгән.