Башҡорттарҙа ағасты һырлау

Башҡорттарҙа ағасты һырлау — башҡорттарҙың милли кәсебе; ағас әйберҙәрҙе, тәү сиратта, эйәрҙәрҙе, һауыт-һабаны, көнкүреш әйберҙәрен художестволы эшкәртеү. Төп ҡоралдар — балта һәм бысаҡ. Тикшеренеүселәр XVII быуатта уҡ башҡорттарҙың семәрле ағас эйәр ҡашағаһын телгә ала. XXI быуат башына күсмәнлектән ултыраҡ тормош рәүешенә күсеү иҫәбенә кәсеп байтаҡҡа киңәйә.

Тарихы

Башта күсмә тормош алып барған башҡорттар ағасты һырлап ат егеү кәрәк-ярағын биҙәй: эйәр ҡашағаһы, өҙәңге, ҡамыт, дуға, шулай уҡ ҡорал өлөштәрен, сөнки яугир тураһындағы иң тәүге фекер аттың биҙәлеше һәм ҡоралы сифатына ҡарап барлыҡҡа килгән. Шулай уҡ һауыт-һабаны һырлап биҙәйҙәр: семәрле тотҡалы ҡымыҙ сүместәре XVII—XVIII быуат документтарында телгә алына. Йорт кәрәк-ярағы тирмә мөхитенең бер өлөшө булғанлыҡтан, уның тышҡы ҡиәфәтенә ҙур әһәмиәт бирелә. Ҡымыҙ өсөн мискәләр, туҫтаҡ-сеүәтәләр, сүместәр ҡатын-ҡыҙ йәшәгән яҡты айырып торған шаршау ҡоролғанда ла күренеп торған[1]. Әммә бөтә ағас һауыт-һаба ла һырлап эшләнмәгән: башлыса улар ит һәм ҡымыҙ етештереү һәм һалыу өсөн тәғәйенләнгән әйберҙәр булған.

Башҡорттарҙың ағасты һырлау үҙенсәлектәренең береһе булып ағас сылбырҙы бер бөтөн ағас киҫәгенән яһау тора. Ҡайһы берҙә сылбырҙар айырым, ҡайһы берҙә көршәк менән бергә юнылған. Улар 30 һәм унан да күберәк ҡулсанан торған, ундай әйберҙәр айырыуса нәфис һәм матур күренгән. Ҡулсаларҙың ҡайһы берәүҙәрендә һыуһар, бүре йәки айыу һындарын яһағандар[2]. Сылбырҙар фигуралы шарҙар рәүешендәге ағас сулпылар менән тулыландырылған. Уларҙы Урал тауҙарының көнбайыш битләүҙәрендә һәм Урта Ағиҙел буйында етештергәндәр. Хәҙерге Бөрйән районының көньяғында ҡымыҙ өсөн семәрле тәпәндәр етештергәндәр; орнамент сифатында йыш ҡына хайуандар һындары, ҡояш элементтары һәм кәкерсәкле һүрәттәр ҡулланылған[3]. XIX быуат аҙағына малсылыҡтың кәмеүе һәм ҡымыҙ етештереүҙең ҡыҫҡартылыуы сәбәпле, һырлы сүместәр етештереү туҡтала тиерлек.

Күсмә тормош ултыраҡ тормошҡа алмашына барыуға бәйле, башҡорттар һырлауҙың яңы төрҙәрен үҙләштерә. Был кәсеп башлыса Башҡортостандың көньяҡ-көнсығышында урман райондарында үҫеш ала. Эш ҡоралдарын — туҡыу станоктарын, еп иләү машиналарын һ.б. әйберҙәрҙе семәрләп биҙәй башлайҙар[4]. Башҡорттарҙа архитектура традициялары XIX быуаттың икенсе яртыһында формалаша — ошо уҡ осорға йорт һырлауҙың иң тәүге өлгөләре ҡарай. Кәрниздәрҙе, тәҙрә йөҙлөктәрен, ҡапҡа таяуҙарын һәм ҡапҡастарын семәрләп эшләгәндәр. Йорт һырлау техникаһы төрлө була: үтәнән-үтә тишеп яһау, беркетеп-йәбештереп ҡуйыу, өҫтән уйып биҙәк һалыу. Башҡорт оҫталарының айырыуса үҙенсәлеге булып биҙәк тирәләй ерлекте тәрәнәйеү тора[5]. ХХ быуаттың икенсе яртыһында йорт һырлауында сигеү һәм туҡыу орнаменттарын ҡабатлаған биҙәктәрҙе ҡуллана башлайҙар.

XXI быуат башына башҡорттарҙа һырлау традициялары, нигеҙҙә, быға өйрәнергә теләүселәрҙе уҡытыу менән шөғөлләнгән энтузиастар арҡаһында һаҡланып ҡала[6].

Художестволы үҙенсәлектәре

Башҡорттар ағасты һырлау өсөн ҡулланған төп ҡоралдар — балта һәм бысаҡ. Семәрле биҙәкле орнаменттар техник алымдар түгел, ә һырлаусының оҫталығы һәм художестволы зауығы арҡаһында барлыҡҡа килә.

Предметтың утилитар тәғәйенләнешенән тыш, орнаменттар бер төрлө характерҙа була. Йыш ҡына кәкерсәк рәүешендәге биҙәк осрай. Ҡымыҙ өсөн тәпәндәр һәм сүместәр кәкерсәкле рәттәр менән биҙәлгән, өҫтәүенә ике рәттәге кәкерсәктәр ҡапма-ҡаршы йүнәлешле булған. Ҡапҡастарҙы уйып эшләнгән түңәрәктәр менән биҙәйҙәр; үҙәк розетка ҡояш элементтарын хәтерләтә. Йыш ҡына сатраш һәм һыныҡ һыҙыҡ юлдар рәүешендәге биҙәктәр осрай[2].

Тағы бер боронғо биҙәк — оҙонса һәм бөгөлгән яҡтары булған өсмөйөштәр. Тикшеренеүселәр фекеренсә, был өсмөйөштәр ҡоштарҙың стилләштерелгән һүрәте булып тора. Дөйөм алғанда башҡорттарҙа һырлы әйберҙәрҙә зооморф һәм антропоморф орнаменттар һирәк осрай[2].

Иҫкәрмәләр

  1. Масленникова Т. А. Художественное взаимодействие предметов декоративно-прикладного искусства башкир в историко-культурной среде // Вестник Башкирского университета. — 2011. — № 2.
  2. 1 2 3 Авижанская С. А. Декоративно-прикладное искусство башкир. — Уфа: Государственный музей этнографии народов СССР, 1964. — 260 с.
  3. Тулумбаев В.З., Халилова А.Д., Хабибуллина З.А. Башкирский орнамент: этнолингвистический анализ // Мир науки, культуры, образования. — 2017. — № 5 (66).
  4. Сергей Синенко. Культура народов Башкортостана. Резьба и роспись по дереву. Посреди России. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 декабрь 2025.
  5. Резьба и роспись по дереву у башкир. 0ck.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 декабрь 2025.
  6. Сюткина Евгения Константиновна. Резчик по дереву приобщает детей к башкирским традициям. Электрогазета.рф (7 февраль 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 декабрь 2025.