Тәпән (һауыт)
Эшләнелеше
Тәпәнде ҡапҡаслы итеп, бөтәүле ағастың эсен соҡоп батмандан тәпәшерәк итеп яһайҙар. Төбөн сағандан айырым эшләп ҡуялар. Тәпән өсөн йышыраҡ йыуан йүкә ағасы, ҡайын, уҫаҡ файҙаланылған. Ағастың үҙәген яндырып сыҡҡас, төрлө ҡырғыс ҡорамалдар менән цилиндр хәленә индергәнсе тигеҙләгәндәр. Бының өсөн аталғы , бәлйә (арҡыры балта), өңгөс, юнғыс кеүек ҡоралдар файҙаланылған[2].
Һүҙ яһалышта
Тәпән һүҙен ҡушып яһалған «тәпәнауыҙ» атамаһы уның тышҡы ҡиәфәтенә бәйле бегемотҡа ҡушылған. Тәпәнләү — күп итеп ризыҡ әҙерләү, мәҫәлән, тәпәнләп май тоҙлау. -[1]
Ҡулланылышы
Тәпәндә май, бал, ҡымыҙ, ит, он, иген һ.б. тотҡандар. Үлсәү берәмеге булараҡ та йыш ҡулланылған.
Әҙәбиәттә һәм фольклорҙа
Сығанаҡтар
- Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге.2-се т.- Мәскәү, 1993, 447-се бит
- Шитова С. Н., тәржемәсе Аҡбутина Ә.Н. Тәпән (һауыт) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге.2-се т.- Мәскәү, 1993, 447-се бит б
- ↑ Шитова С. Н., тәржемәсе Аҡбутина Ә.Н. Тәпән (һауыт) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Башҡорт халыҡ ижады. Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр — Өфө, 1980, 470 б.
- ↑ Файл:Jeshlek.jpg .Мөхәммәт ҒАБДРАХМАНОВ. Айыухас менән Айыуҡас мажаралары. 30.10.2010
- ↑
Рәдиф ТИМЕРШИН. Бал һәм дегет. 16.03.2012(недоступная ссылка)