Авдошкин Семён Егорович

Биографияһы

Авдошкин Семён Егорович 1918 йылдың 15 авгусында Калуга губернаһының Волосово ауылында (хәҙер Калуга өлкәһенең Козельский районы Волосово-Звягино ауылы) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған[1]. Рус. 1943 йылдан ВКП(б)/КПСС ағзаһы.

Башланғыс мәктәпте тамамлағандан һуң колхозда, 1933 йылдың апреленән алып 1939 йылдың сентябренә тиклем шымартыусы, слесарь (рус.)баш., токарь булып Мәскәү өлкәһенең Руза, Подольск һәм Рыбинск ҡалаларында эшләй.

1939 йылдың ноябрь айынан Ҡыҙыл Армия сафында. Хәрби хеҙмәткә Орёл өлкәһенең Ульяновск район хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла.

1941 йылдың июнь айынан Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында.

1-се Украина фронтының 13-сө армияһы 350-се уҡсылар дивизияһы 1178-се уҡсылар полкының пулемёт ротаһы командиры өлкән лейтенант С. Е. Авдошкин 1944 йылдың 29 июлендә батырлыҡ күрһәтә. Уның етәкселегендә рота яугирҙары ҡул аҫтындағы саралар менән Лонжак тораҡ пункты районында (хәҙерге Польшаның Сандомир ҡалаһынан көньяҡ-көнбайыштараҡ) Висла йылғаһын аша сыға, гитлерсылар менән борамды һәм өс кәмәне батыра. Плацдарм (рус.)баш. биләп, пулемётсылар дошмандың 2 взвод пехотаһын юҡ итә, боеприпастар һәм аҙыҡ-түлек менән 8 автомашинаһын шартлата, 3 станоклы пулемётын һәм 17 винтовкаһын ҡулға төшөрә, 12 дошман һалдатын әсирлеккә ала[2].

Был һуғышта Авдошкин С. Е., рота менән командалыҡ итеп, үҙе һәр саҡ алда була һәм шәхсән үҙе дошмандың 12 һалдатын һәм ике офицерын юҡ итә. Алыш һөҙөмтәһендә рота полктың башҡа частәренә әҙерәк юғалтыуҙар менән бер нисә урында Висла йылғаһын аша сығырға мөмкинлек бирә.

Миниатюра булдырыу хатаһы: Миниатюраны тәғйенләнгән урында һаҡлап булмай
Семён Авдошкин һуғыш йылдарында

Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 4595) тапшырылып, өлкән лейтенант Авдошкин Семен Егоровичкә 1944 йылдың 23 сентябрендә «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә[3].

Бөйөк Ватан һуғышынан һуң Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәй. Экспедитор (рус.)баш., Стәрлетамаҡ ликёр-араҡы заводының янғын-ҡарауыл һағы начальнигы булып эшләй. 1963 йылдың 9 мартында вафат була. Стәрлетамаҡ ҡалаһында ерләнә[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Хәтер

  • Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Ҡарары менән 2025 йылдың 20 октябрендә Советтар Союзы Геройы Семён Егорович Авдошкиндың исеме Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһы 14-се дөйөм белем биреү мәктәбе автономиялы дөйөм белем биреү муниципаль (рус.)баш. бюджет учреждениеһына бирелә[4][5];
  • Стәрлетамаҡта Авдошкин исеме менән тыҡрыҡ һәм урам аталған, уға һәйкәл ҡуйылған[1].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 И. Ғ. Кәримова. Авдошкин Семён Егорович (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 ғинуар 2026.
  2. 1 2 Н. В. Уфаркин. Авдошкин Семён Егорович. Патриотический интернет проект «Герои Страны». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 ғинуар 2026. (рус.)
  3. 1 2 Авдошкин Семён Егорович. Портал Министерства обороны Российской Федерации «Память народа». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 ғинуар 2026. (рус.)
  4. Ляйсан Закирова. Школам Башкирии присвоили имена Героев Советского Союза. ИА «Башинформ» (23 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 ғинуар 2026. (рус.)
  5. Постановление Правительства Республики Башкортостан от 20 октября 2025 года № 487 «О присвоении имен Героев Советского Союза и выдающихся деятелей Республики Башкортостан общеобразовательным организациям Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (20 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 ғинуар 2026. (рус.)

Әҙәбиәт

  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.