Ҡырым флагы

Викидата элементы тултырылмаған

Ҡырым флагы (Ҡырым Республикаһының дәүләт флагы/Ҡырым Автономиялы Республикаһының флагы) (укр. Прапор Автономної Республіки Крим, Ҡырым тат. Къырым Мухтар Джумхуриетининъ байрагъы/Qırım Muhtar Cumhuriyetiniñ bayrağı) горизонталь урынлашҡан өс һыҙаттан торған туҡыма: өҫкө өлөшө зәңгәр төҫтә, флаг киңлегенең алтынан бер өлөшөн; уртаһы — аҡ төҫ, флаг киңлегенең алтынан дүрт өлөшөн; аҫҡыһы ҡыҙыл төҫтә, ул флаг киңлегенең алтынан бер өлөшөн тәшкил итә.

Тарихы

Флаг тәүҙә 1992 йылдың 24 сентябрендә Ҡырым Республикаһының дәүләт флагы булараҡ раҫлана[1][2].

1999 йылдың 21 апрелендә был закон ғәмәлдән сығарыла, ә 1992 йылғы Ҡырым флагы Ҡырым Автономиялы Республикаһы флагы итеп раҫлана[3].

Бойондороҡһоҙ Ҡырым Республикаһы иғлан ителгәндән һәм уны Рәсәйгә ҡушылғандан һуң, Ҡырым Автономиялы Республикаһы флагы рәсми раҫланмаған килеш яңы ойошторолған республика флагы сифатында ҡулланылыуын дауам итә. 2014 йылдың 5 июнендә Ҡырым Республикаһы Дәүләт Советы Рәсәй Федерацияһы составындағы Ҡырым Республикаһы символдарын, шул иҫәптән флагты, Рәсәй Федерацияһы сиктәрендә Ҡырым Республикаһын символдары сифатында раҫлаған закон ҡабул итә. Ошо уҡ акт менән республика парламенты Ҡырым Армияһының автономия символикаһы тураһындағы акттарын ғәмәлдән сығара.

Тасуирламаһы

Ҡырым флагын күтәргән саҡта һулдан вертикаль торошта — зәңгәр, уртаһында — аҡ, уңда ҡыҙыл һыҙат урынлашырға тейеш.

Флагтың киңлеге бер метрға тиң, оҙонлоғо — ике метр, һаптың оҙонлоғо — 3,4 метр.

Ҡырым флагы йәки уның һүрәте башҡа үлсәмдәрҙә лә булырға мөмкин, әммә бөтә осраҡта ла флаг киңлегенең уның оҙонлоғона нисбәте 1:2, ә флаг оҙонлоғоноң флаг һабына нисбәте 1:1,7 масштабында һаҡланырға тейеш.

Ҡырым флагы һәм уның һүрәте һәр саҡ флагтың төҫлө эталон һүрәтенә тап килергә тейеш.

Бәйле флагтар

Иҫкәрмәләр

  1. Закон Республики Крым от 24.09.1992 № 146−1 «О Государственном флаге Республики Крым 2018 йылдың 14 май көнөндә архивланған.»
  2. Постановление Верховного Совета Крыма от 24.09.1992 № 147−I «О порядке введения в действие Закона Республики Крым „О Государственном флаге Республики Крым“»
  3. Постановление Верховной Рады Автономной Республики Крым от 21.04.1999 № 457−2/99 «О Флаге Автономной Республики Крым»

Һылтанмалар

Категориялар