«Көнбайыш» операцияһы
«Көнбайыш» операцияһы | |
Дәүләт | |
---|---|
Ваҡиға ваҡыты | 21 октябрь 1947 |
«Көнбайыш» операцияһы (укр. Операція «Захід») — Көнбайыш Украина граждандарын мәжбүри рәүештә СССР территорияһына (башлыса Себер һәм Ҡаҙағстанға) һөрөү, әлеге операция дәүләт власы совет органдары тарафынан 1947 йылдың октябрендә үткәрелә[1], уның төп бурысы — Көнбайыш Украиналағы украин милләтселәр хәрәкәтен (ОУН, УПА) көсһөҙләндереү һәм бөтөрөү.
Алдағы хәлдәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1940-сы йылдарҙың икенсе яртыһында Галицияла, Буковинала, Волындә социаль-иҡтисади һәм идея-мәҙәни үҙгәрештәр Сталин етәкселеге тарафынан мәжбүри ысулдар менән үткәрелә, төбәктең милли һәм дини үҙенсәлектәре иҫәпкә алынмағанға күрә урындағы халыҡ араһында ҡаршылыҡ кәйефтәрҙең артыуына килтерә, буйһонмау акциялары йышая. Көнбайыш Украинала украин милләтселәре үҙ позицияларынан сигенмәй. Бойондороҡһоҙ Украина өсөн хәрәкәте эшмәкәрҙәре 1943 йылдың аҙағында — 1944 йыл башында «ике көрәш фронты» тактикаһынан баш тарталар һәм үҙ көстәрен төбәктә совет власын урынлаштырыуға юл ҡуймауға йүнәлтәләр. Яйлап көнбайыш өлкәләрендә тоталь советлашыуға ҡаршылыҡ оҙаҡҡа һуҙылған ҡораллы конфликтҡа килтерә, яңы социалистик ҡоролошо яҡлылары һәм уларға ҡаршы тороусылар араһындағы ҡапма-ҡаршылыҡ граждандар һуғышы төҫөн ала. Һөҙөмтәлә 1940-сы йылдарҙың икенсе яртыһында — 1950 йылдар башында Көнбайыш Украина Украин милләтселәре ойошмаһы (ОУН) һәм Украина баш күтәреүселәр армияһы (УПА) һәм совет власы органдары араһында ҡанлы ҡапма-ҡаршылыҡ барлыҡҡа килә[1].
Украина баш күтәреүселәр армияһының (УПА) сәйәси һәм ҡораллы акциялары күпселегендә совет власының популяр булмаған сараларына ҡаршы йүнәлтелә: киң мобилизация үткәреү, Украин грек-католик сиркәүен эҙәрлекләү, урындағы граждан халҡын депортациялау, мәжбүри коллективлашыу. СССР һәм АҠШ араһында һуғышҡа өмөттәр юғалыуҙан һуң баш күтәреүселәр «кесе төркөмдәр» партизан тактикаһына күсәләр, советтарға ҡаршы пропаганда алып баралар, хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренә, колхоз администрацияһына, УССР-ҙың башҡа төбәктәренән килгән белгестәргә ҡаршы террористик акциялар үткәрәләр, саботаждар ойошторалар. УПА хәрби подразделениелары яҡынса 90 мең кеше тәшкил итә, 1944—1945 йылдарҙа улар 14, 5 мең террористик һәм диверсия акцияларын үткәрә, улар һөҙөмтәһендә 30 мең кеше һәләк була. Үҙ сиратында Львов һәм Прикарпатье хәрби округтары 1944 йылдың аҙағында 6, 5 мең операция үткәрә, ә 1945 йылдың көҙө аҙағына милләтселек хәрәкәтен баҫтырыу буйынса акцияларҙың һаны 27 меңгә тиклем арта[1].
Совет ғәскәрҙәренең сираттағы киң масштаблы акцияһы (585 мең тирәһе һалдат) «Ҙур блокада» исеме аҫтында үткәрелә. Уның барышында 1946 йылдың ғинуар-апрель айҙарында ҡаршылыҡ хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың һаны 40 %-ҡа тиклем кәмей. 1947 йыл башында авиация, бронетехника, ярайһы уҡ ҙур хәрби көстәр һирәк ҡулланыла. Совет яғы оператив-ғәскәри операциялар үткәрә башлай, баш күтәреүселәр армияһы командирҙарының, күренекле эшмәкәрҙәрҙең йәшенгән урындарын эҙләп таба, уларҙы ҡамай һәм юҡ итә[1].
Һуғыштан һуң власть һәм милләтселәр подпольеһы араһында ҡапма-ҡаршылыҡ күп һанлы ҡорбандарға килтерә. Совет власы ҡораллы конфликтҡа урындағы халыҡ йәмәғәт тәртибен һаҡлау төркөмдәре һәм истребителдәр батальондары аша йәлеп ителә. 1945 йылдан алып баш күтәрәтеүселәр кесе төркөмдәргә күсеү айҡанлы Дәүләт хәүефһеҙлеге министрлығы органдары системалы рәүештә хәрби-чекист операцияларын үткәрергә мәжбүр була, әммә төрлө репрессив сараларға ҡарамаҫтан, тейешле һөҙөмтәләргә өлгәшеп булмай[1].
Л. Берия бойороғона ярашлы һөргөнгә оҙатыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Көнбайыш Украинала милли-азатлыҡ хәрәкәтен көсһөҙләндереү маҡсатында совет власы баш күтәреүселәргә теләктәшлек күрһәтеүҙә шөбһә тыуҙырған урындағы халыҡҡа ҡаршы акциялар ойоштора башлай. Баш күтәреүселәрҙең туғандарына, яҡындарына ҡарата репрессив сараларға СССР Эске эштәр наркомы Лаврентий Берияның 1944 йылдың 31 мартындағы 7129-сы бойороғо этәргес көс бирә, Берия үҙенең урынбаҫарҙары С. Круглов һәм И. Серов, УССР Эске эштәр наркомы В. Рясный алдына 1940 йылдың 10 декбрендәге 1552-се СССР НКВД ҡарарына ярашлы хөкөм ителгән украин милләтселәре ойошмаһы (ОУН) ағзаларының, шулай уҡ бәрелештәрҙә һәләк булған йәки ҡулға алынған ихтилалсыларҙың бәлиғ йәшенә еткән туғандарын Красноярск крайына, Омск, Новосибирск һәм Иркутск өлкәләренә һөрөү һәм мөлкәттәрен конфискациялау бурысы ҡуйыла[1].
1944 йыл дауамында ғына Волынь, Дрогобыч, Львов, Ровно, Станислав, Тернополь өлкәләренә 4724 ғаилә һөргөнгә оҙатыла — бөтәһе 12762 кеше. 1945 йылда ла Көнбайыш Украина ерҙәрендә «тәрән таҙартыу» дауам итә. 1945 йылда мәжбүри депортацияға 7393 ғаилә (17497 кеше) дусар ителә. Һуғыштан һуңғы тәүге йылда был төбәктән «советтарға ҡаршы элемент» булараҡ 2612 ғаилә (6350 кеше) һөрөлә. Бөтәһе 1944—1945 йылдарҙа Көнбайыш Украина территорияһынан СССР-ҙың алыҫ төбәктәренә украин милләтселәре хәрәкәтендә ҡатнашҡан 14 728 ғаилә (дөйөм һаны буйынса 36 608 кеше) оҙатыла. Әммә УССР партия етәкселеге өлгәшелгәндәрҙә туҡталып ҡалмауҙы талап итә[1].
«Көнбайыш» операцияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Халыҡ һаны буйынса Көнбайыш Украина халҡын депортациялау буйынса иң күләмле операция 1947 йылдың октябрендә үтә. Ул тарихҡа «Көнбайыш» шартлы исеме аҫтында инеп ҡала. Көнбайыш Украина төбәгендә сираттағы ҙур күләмле репрессив акцияны үткәреү буйынса тәҡдимдәрҙе СССР дәүләт именлеге министры урынбаҫары генерал-лейтенант С. Огольцов һәм УССР дәүләт именлеге министры генерал — лейтенант С. Савченко индерәләр, улар 1947 йылдың 24 майында СССР дәүләт именлеге министры генерал — полковник В. Абакумовҡа яҙған хатында депортация практикаһын дауам итеүҙе үтенәләр[1].
СССР дәүләт именлеге министрлығының 1947 йылдың 22 авгусындағы 00430-сы бойороғо[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Көс структураларының «милләтселек подпольеһына» сираттағы һөжүм итеү башланғысын ВКП (б) Үҙәк Комитеты хуплай һәм 1947 йылдың 13 авгусында тейешле ҡарар (П59/123) сығара. Илдең юғары сәйәси етәкселеге ҡарарына таянып, СССР-ҙың дәүләт именлеге министры В. Абакумов 1947 йылдың 22 авгусында Украинаның көнбайыш өлкәләренән хөкөм ителгән, үлтерелгән һәм легаль булмаған хәлдә булған әүҙем милләтселәрҙең һәм бандиттарҙың ғаиләләрен һөрөү буйынса 00430-сы ҡарар сығара. Йәшерен бойороҡта ошолай тип яҙыла: «СССР Дәүләт именлеге министрлығы ғәскәрҙәре Баш Идаралығы начальнигы генерал-лейтенант Бурмакка операцияны үткәреү өсөн өҫтәмә рәүештә УССР Дәүләт именлеге министры генераллейтенант Савченкоға бүлеп бирергә һәм ебәрергә: 24-се мотоуҡсылар полкы: 5-се дивизия 260-сы уҡсылар полкының 2 батальоны; 4-се дивизияның 26-сы уҡсылар полкы; 9-се мотоуҡсылар полкының 2 батальоны; 7-се дивизия 284-се уҡсылар полкының батальоны; 13-сө мотоуҡсылар полкының 2 батальоны һәм Дәүләт именлеге министрлығы ғәскәрҙәренең Һарытау училищеһы. Ипт. Бурмакка 1947 йылдың 5 октябренән дә һуң түгел Украинаға ғәскәрҙәрҙең барып етеүен тәьмин итергә. Генерал-лейтенант Мильштейнға УССР Дәүләт именлеге министрлығы ҡарамағына тимер юлы һәм һыу транспортында һаҡлау корпусы һәм дивизияһының 3 мең офицерын һәм һалдатын йүнәлтергә, уларҙан рота подразделениеларын формалаштырырға. Ипт. Мильштейнға Дәүләт именлеге министрлығының һаҡлау корпусы һәм дивизияһының шәхси составының дислокация урынына 1947 йылдың 5 октябренән дә һуң түгел барып етеүен тәьмин итергә. СССР Дәүләт именлеге министрының кадрҙар буйынса урынбаҫарына көнбайыш өлкәләренә 3500 оператив хеҙмәткәрҙәр ебәреүҙе һәм уларҙың тәғәйенләнгән урынға барып етеүен 1947 йылдың 15 сентябренән дә һуң түгел тәьмин итергә. СССР Дәүләт именлеге министры урынбаҫары генерал-лейтенант Блиновҡа операцияны үткәреүгә автотранспорт һәм яғыулыҡ менән тәьмин итергә. Һөрөү буйынса операцияны 10-сы октябрҙән 20 октябргә тиклем үткәрергә һәм бөтә әҙерлек сараларҙың конспирацияһын тәьмин итергә»[1]. Бойороҡ сыҡҡан көндө Дәүләт именлеге министры В. Абакумов Украина КП (б) Үҙәк Комитетының беренсе секретары Л. Кагановиҡа һәм УССР-ҙың министрҙар Советы рәйесе Н. Хрущевҡа милләтселәрҙең ғаиләләрен һөрөү менән бәйле сараларҙы үткәреү маҡсатында СССР Дәүләт именлеге министры урынбаҫары А. Блинов, СССР Дәүләт именлеге министрығы ғәскәрҙәре Идаралығы начальнигы П. Бурмак һәм генерал-лейтенант А Вадис Украинаға ебәрелеүе тураһында хәбәр итә. барыһы «Көнбайыш» операцияһында көс ведомтсволары етәкселәре составынан 15 750 кеше һәм 30 мең тирәһе һалдат ҡатнаша[1].
Операцияға әҙерлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Операцияға әҙерлек ике ай дауамында бара. Урындағы Дәүләт именлеге минстрлығы һәм Эске эштәр министрлығының подразделениелары КП (б) райкомдары хеҙмәткәрҙәре менән берлектә депортацияға дусар ителгән кешеләрҙең исемлектәрен төҙөй, хәрби подразделениеларҙы, автомобиль һәи йөк транспортын тораҡ пункттарына беркетә башлайҙар.
1947 йылдың 29 авгусында Львов ҡалаһындаМММР Дәүләт именлеге министрлығы уполномоченныйҙары һәм өлкә идаралыҡтары начальниктары кәңәшмәгә йыйыла, унда дәүләт именлеге минстрының 1947 йылдың 21 авгусындағы 00430-сы бойороғо уҡып ишеттерелә, шулай уҡ буласаҡ чекист операцияһына күрһәтмә ентекләп өйрәнелә. 1947 йылдың 31 авгусынан 3 сентябренә тиклем Станислав һәм Тернополь ҡалаларында һөргөнгә дусар ителгән ғаиләләргә делоларҙы дөрөҫ әҙерләү буйынса ултырыштар үткәрелә. 1947 йылдың 2 октябрендә «ышанысһыҙ элементтарҙы» һөрөү процедураһы, шулай уҡ Совет Армияһы частарының, пограничниктар подразделениеларының, оператив хеҙмәткәрҙәренең үҙ-ара килешеп эшләү проблемалары тикшерелә[1].
1947 йылдың 10 октябрендә оператив план нигеҙендә УССР эске эштәр министры Т. Строкач үҙенең ведомствоһы планын раҫлай. Депортация үткәреү өсөн УССР эске эштәр министры урынбаҫары, 2-се ранг милициякапитаны Н. Дятлов етәкселегендә лператив штаб булдырыла. штаб Львовта урынлаша. Был операцияла эске эштәр органдарының 13 592 хеҙмәткәре ҡатнаша. 1947 йылдың 16 октябрендә Львовта тимер юлдарын һаҡлау буйынса Дәүләт именлеге министрлығы Идаралығы хеҙмәткәрҙәре һәм эшелондар начальниктары инструктажға саҡырыла[1].
Мәжбүри күсереү акцияһы ғәскәри операция ҡағиҙәләренә ярашлы әҙерләнә. Депортация осорона махсус радиосигналдар теҙмәһе уйлап сығарыла (мәҫәлән, «470» цифрҙар комбинацияһы — «мәжбүри һөрөү тамамланым» тигәнде аңлата; «617» — «банда менән көрәш алып барам» һәм башҡалар). Хәрби топографик карталарҙа Дәүләт именлеге министрлығы хеҙмәткәрҙәре махсус йыйылыу пункттар урындарын, нефтебазалар, полк яғыулыҡ складтары, автомашиналарҙы заправкалау пункттары, махсус контингент тейәгән транспорт урындарын сағылдыралар. Алдан уҡ типографияла төрлө бланктар әҙерләнә. Әйтергә кәрәк, әлеге операция ҡәтғи йәшерен режимда әҙерләнә. Мәҫәлән, партия райомдары секретарҙары һәм урындағы эске эштәр министрлығы подразделениелары начальниктары акция тураһында 2-3 көн алда ғына хәбәр ала, ә ҡалған башҡарусылар акция башланғас ҡына — 1947 йылдың 21 октябрендә, иртәнге сәғәт алтыла[1].
«Көнбайыш» операцияһын тормошҡа ашырыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Львов ҡалаһында операция 21 октябрҙең төнөндә. сәғәт 2-лә башлана. Дәүләт именлеге министрлығы хеҙмәткәрҙәре фекеренсә. 162 ғаиләнән (486 кеше) тстанцияға барыһы 8 ғаилә (20 кеше) алып киленә, сөнки оператив хеҙмәткәрҙәр төндә байтаҡ ваҡцыт ишектәрҙе астыра алмайҙар. Һуңғараҡ Львов ҡалаһы буйынса махсус йыйылма пунктына 184 ғаилә килтерелә (ир-егеттәр — 136; ҡатын -ҡыҙ — 200, балалар — 112). Оператив төркөмдәр күренеү менән ҡайһы бер ғаиләләрҙең подвалдарҙа йәки күршеләрҙә йәшенеү осраҡтары ла күҙәтелә[1].
Күрһәтмәләргә ярашлы Волындә операция үткәрелә. 1947 йылдың 26 октябрендәге «Волынь өлкәһендә украин милләтселәре ойошмаһының әүҙем ағзалары ғаиләләрен һөрөү буйынса һөҙөмтәләр тураһында» исемле докладной яҙмала Дәүләт именлеге минстрлығының өлкә идаралығы начальнигы полковник Матвеенко ошолай билдәләй: «Һөрөү операцияһы 21 октябрҙә иртәнге сәғәт 6-ла өлкәнең бөтә ауылдарында ойошҡанлы башланды һәмбашлыса шул уҡ көн кискә тиклем тамамлана. Һөрөүгә тәғәйенләнгән 150-нән ашыу кеше операция мәленә өйҙәрендә булмай сыҡты һәм шуға күрә һөрөлмәне. Эшелон юлға сыҡҡандан һуң операция мәлендә өйҙә булмағандарҙың бер өлөшө Дәүләт именлеге министрлығы район бүлегенә һөрөлгән ғаиләләренә ебәреү үтенесе менән мөрәжәғәт иттеләр»[1].
Ровно өлкәһендә бер аҙ ауырлыҡтар менән осрашырға тура килә. Ровно өлкәһе буйынса операция үткәреүгә яуаплы СССР дәүләт именлеге министрлығы уполномоченныйы полковник Головков һәм дәүләт именлеге министрлығы Идаралығы начальнигы Шевченко СССР дәүләт именлеге министры урынбаҫары генерал-лейтенант С. Огольцовҡа һәм УССР дәүләт именлеге министры Савченкоға халыҡтың оуновсылар ғаиләләрен һөрөүгә кире ҡарашы тураһында еткерәләр. (һылт). Мәҫәлән, операция үткәргән көндө урындағы халыҡтың бер өлөшө ғаиләләрҙе йәшереү буйынса ярҙам итә, ауылдан сыҡҡан ерҙә машинаны уратып ала. Ошоға бәйле оператив төркөм ут асырға мәжбүр була. Һөрөүгә дусар булған бер ғаиләнән дүрт йәшлек ҡыҙҙы урлайҙар һәм йәшерәләр. Эҙләү бер ниндәй һәҙәмтә бирмәй. Ҡайһы бер ауылдарҙа ҡатындар һөрөлөүселәрҙе илап оҙаталар. Айырым осраҡтарҙа ҡайһы берҙәр уларҙы ла һөрөүҙе йәки урында атып үлтереүҙе талап итәләр[1].
Станислав һәм Черновцы өлкәләрендә «дошман элементтарын сығарыу» бик ауыр метеорологик шарттарҙа үткәрелә Операция алдынан ҡайһы бер таулы райондарҙа көслө буран һөҙөмтәһендә ҡар ҡатламы 2 метрға етә. Ҡар ҡамауында 55 хәрби машина эләгә. Надворный-Жабье юлында һалдаттар тейәгән 30 автомашина батып ултыра. Хатта танкылар ярҙамында юлды аса алмайҙар. Көн торошо айҡанлы Черновцы өлкәһендә «көнбайыш» операцияһы 23 октябргә тиклем оҙайтыла[1].
Операцияһы барышында «совет чекисына» тап төшөргән йәмһеҙ күренештәр хасил була. мәҫәлән, Ровно өлкәһе Ракита районында 81-се уҡсылар дивизияһы ротаһы командиры лейтенант Сидоров ғаиләләрҙе һөрөү барышында ике сусҡаны үлтерә һәм уларҙы алып китергә маташа, әммә милиция Мародерлыҡ осраҡтары партактив араһында ла күҙәтелә. Львов өлкәһе Лопатин районында комсомол райкомы секретары үҙенең фатирына ике тоҡ иген алып ҡайта. Шулай эске эштәр министрлығы органдары Львов өлкәһе Бобров районындағы партия райкомының өсөнсө секретары Омельчук үҙенең фатирына 5 центнер картуф алып ҡайтҡанын асыҡлай[1].
Операция йомғаҡтары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
«Көнбайыш» операцияһы һөҙөмтәләре1947 йылдың октябрь аҙағында яһала. СССР-ҙың эске эштәр министры Круглов СССР Министрҙар Советы рәйесе урынбаҫарына көнбайыш украин өлкәләренән 26 682 ғаилә йәки 76 192 кеше, шул иҫәптән 18 866 ир-егет, 35 152 ҡатын-ҡыҙ, 22 174 бала-саға һөрөлөүе тураһында еткерә. Улар араһынан «Ҡарағандакүмер» комбинатына 3000 ғаилә йәки 8191 кеше оҙатыла[1].
Совет системаһы репрессиялар һәм депортациялар аша ҡаршылашыу хәрәкәтен юҡҡа сығарыуға өлгөшө. 1940-сы йылдарҙың аҙағында украин баш азатлыҡ советы президиумы баш күтәреүселәр хәрәкәтен туҡтатыу буйынса ҡарар сығара. Көнбайыш украинанан халыҡты һөрөү тураһында киң йәмәғәтселеккә «үҙгәртеп ҡороу» осоронда ғына мәғлүм була[1].
Библиография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Бажан О. Г. Операция «Запад»: из истории депортации населения Западной Украины в Казахтан // 65 лет с начала депортации жителей Украины в Казахстан. Сборник материалов заседания круглого стола (20 ноября 2012 года). Дню Первого Президента Республики Казахстан посвящается (укр.) / Орг.-сост. О. Г. Дёмин, А. М. Газалиев; Отв. за вып. д-р. ист. наук, проф. З. Кабульдинов, канд. соц. наук, доц. П. Токарь, А. Юдинцева. — Караганда, 2012. — С. 19—26. — 115 с. — ISBN 978-601-296-340-3, УДК 94: 325.254.6 (574), ББК 63.3 (2) 622-38 (5 каз), Ш51.
- Бажан О. Операція Захід: до 75-річчя депортації населення Західної України у віддалені райони СРСР (укр.) // Україна XX століття: культура, ідеологія, політика: зб. ст.. — К., 2013. — Вип. 18. — С. 338—349.
- Вронська Т. В. Заручники тоталітарного режиму: репресії проти родин "ворогів народу" в Україні (1917-1953 рр.) (укр.). — К.: Інс. іст. Укр., 2009. — 486 с. — ISBN 9660252277.
- Гайденройтер Р. и др. Український визвольний рух. Науковий збірник 11 (укр.). — Львів: Інст. укрзнав., 2007. — 264 с.
- Депортації. Західні землі України кінця 30-х- початку 50-х рр. Документи, матеріали, спогади. У трьох томах. (укр.) / упоряд. Ю. Сливка та ін.; відп. ред. Ю. Сливка.. — Львів, 1998. — Т. 2 1946-1947 рр.. — 539 с. — ISBN НБибУ В341510/Т. 2.
- Ҡалып:Книга:ПТТУ XIX−XX ст.
- Сорока, Ю. Насильницьке виселення населення західноукраїнських земель у 1940-1950-х роках (укр.) // Вісник Київського національного університету імені Тараса Шевченка. Історія. — Київ: Київський університет, 2007. — № 91—93. — С. 122—126. — ISSN 1728-2640. Архивировано 18 сентябрь 2017 года.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,00 1,01 1,02 1,03 1,04 1,05 1,06 1,07 1,08 1,09 1,10 1,11 1,12 1,13 1,14 1,15 1,16 1,17 1,18 1,19 Бажан О. Г. Операция «Запад»: из истории депортации населения Западной Украины в Казахтан // 65 лет с начала депортации жителей Украины в Казахстан. Сборник материалов заседания круглого стола (20 ноября 2012 года). Дню Первого Президента Республики Казахстан посвящается (укр.) / Орг.-сост. О. Г. Дёмин, А. М. Газалиев; Отв. за вып. д-р. ист. наук, проф. З. Кабульдинов, канд. соц. наук, доц. П. Токарь, А. Юдинцева. — Караганда, 2012. — С. 19—26. — 115 с. — ISBN 978-601-296-340-3, УДК 94: 325.254.6 (574), ББК 63.3 (2) 622-38 (5 каз), Ш51.