Ивано-Франковск өлкәһе
Ивано-Франковск өлкәһе (укр. Івано-Франківська область) — Украинаның көнбайышындағы өлкә. Административ үҙәге — Ивано-Франковск ҡалаһы. СССР Юғары Советы Президиумының 1939 йылдың 4 декабрендәге Указына ярашлы ойошторола. 1962 йылдың 9 ноябренә тиклем Станислав өлкәһе атамаһын йөрөтә (үҙәге – Станислав, хәҙерге Ивано-Франковск ҡалаһы). Күрше өлкәләрҙән айырмалы, территорияһы яҡынса хәҙерге воеводство территорияһына тап килә.
Физик-географик характеристикаһы
Ивано-Франковск өлкәһе картаһы
Рельефы
Өлкә Көнсығыш-Европа тигеҙлеге һәм Карпат киҫелешендә урынлашҡан. Рельеф характеры буйынса өлкә территорияһы өс өлөшкә бүленә: тигеҙлек, урман-ялан – Поднестровье; урта тау алды – Картап алды; көньяҡ-көнбайыш таулы – өлкә территорияһының яртыһын тигәндәй алып торған Карпаттар. Төньяҡ-көнсығыш сигендә Ополья һәм Покутья тигеҙлектәре ята. Көньяҡ-көнбайышта Көнбайыш Бескид (1363м), Горган (1813 м) һәм Покутск тауҙары системаһын барлыҡҡа килтергән тауҙар урынлашҡан. Айырым ултырған Черногра (иң юғары нөктәһе – Говерла, 2016 м.), Чивчин һәм Гринявск тау массивтары бар.
Административ ҡоролошо
14 район:
- Богородчаны районы
- Верховина районы
- Галич районы
- Городенка районы
- Долина районы
- Калуш районы
- Коломыя районы
- Косов районы
- Надворная районы
- Рогатин районы
- Рожнятов районы
- Снятын районы
- Тысменица районы
- Тлумач районы
6 ҡала округы:
- Болехов
- Бурштын
- Ивано-Франковск
- Калуш
- Коломыя
- Яремче
Һылтанмалар
- Сайт 2021 йылдың 16 февраль көнөндә архивланған. (укр.)