«Смайликтар»ҙың тыуған көнө

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
«Смайликтар»ҙың тыуған көнө
Smiley head happy.png
Рәсми Smiley's Birthday
Ҡабул ителгән 1982 йылда
Билдәләнә социаль селтәрҙәрҙә хәбәрләше-селәр
Дата 19 сентябрь
Байрам саралары йыл һайын
Бәйле Карнеги-Меллон университеты профессоры Скотт Фалман тәҡдим иткән (:–)) комбинацияһы менән

«Смайликтар»ҙың тыуған көнө(ингл. Smiley's Birthday) — электрон аралашыуҙың айырылғыһыҙ өлөшөнә әүерелгән «смайликтар»ҙың тыуған көнө. Һәр йыл һайын 19 сентябрҙә билдәләнә. Бер нисә символдан ғына торған ябай билдә кешеләргә текст хәбәрҙәрендә хистәрҙе еткерергә ярҙам итә һәм беҙҙең интернет-аралашыуҙың көндәлек өлөшөнә әүерелде.

"Smile" инглиз теледә тәржемә иткәндә — йылмайыу тигәнде аңлата. Әгәр ҙә хәҙер төрлө эмоцияларҙы — шатлыҡты, ҡайғыны, аптырауҙы, ғәжәпләнеүҙе, асыуҙы һәм башҡаларҙы күрһәткән күп төрлө смайликтар уйлап сығарылһа, тәүге смайлик, ысынлап та, ике нөктә, һыҙыҡ һәм йәбелгән йәйәнән торған йылмайыусы йөҙ генә булған. Шунан был атама — смайлик булып киткән. Шуға ла, дөрөҫө "смайлик" түгел, ә "эмотикон" тип әйтеү дөрөҫ булыр ине (инглиз телендәге emotion — эмоция тигәнде аңлата), сөнки смайликтар төрлө эмоцияларҙы ла күрһәтә ала[1].

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Смайлик тарихы 1982 йылда башлана. Карнеги-Меллон университеты профессоры Скотт Фалман "йылмайған йөҙ"ҙө күрһәтеү өсөн ике нөктә, дефис һәм ябыусы йәйә (:–)) комбинацияһын ҡулланыуҙы тәҡдим итә. Был фекер электрон хаттарҙа эмоциональ кәйефте еңелерәк еткереү өсөн тәҡдим ителә, сөнки унда әңгәмәсенең йөҙөн күреп булмай[2].

Смайлик барлыҡҡа килгәнгә тиклем текст форматында юморҙы һәм хистәрҙе еткереү мәсьәләһе бар ине. Әммә Фалмандың тәҡдиме аралашыуҙың яңы ысулына башланғыс һала, һәм был ысул тиҙҙән популярлыҡ яулай. Тәүге смайлик менән ебәрелгән хәбәр 2002 йылда ғына табыла, һәм уны «цифрлы археология» менән шөғөлләнгән бер төркөм энтузиастар университеттың иғлан таҡтаһы архивтарынан таба. Был таҡта урынына хәҙер интернет-форумдар ҡулланыла[2].

Бөгөнгө көндә смайлик бөтә донъяға билдәле символға әүерелде. Уның барлыҡҡа килгәненән алып йөҙләгән төрлө варианттары булдырылды: ябай йылмайған йөҙҙәрҙән башлап төрлө тойғоларҙы һәм кәйефтәрҙе еткергән ҡатмарлы иконкаларға тиклем. Социаль селтәрҙәрҙә һәм хәбәрҙәр ебәреү сервисында ҡулланыусылар йөҙләгән смайлик ҡуллана ала, һәм улар ярҙамында шатлыҡтан алып ҡайғыға тиклем төрлө тойғоларҙы күрһәтергә мөмкин.

Смайликтар текст аралашыуында интонация һәм мимика етешмәүен тулыландырыу сараһы булып китте, һәм аралашыуҙы йәнле, хис-тойғоло итә. Эксперттар, смайликтарҙы камиллаштырыу процесы компьютер техникаһы һәм электрон гаджеттар үҫеше менән параллель барасаҡ, тип иҫәпләй.[3]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Виктория Белкина. Чем знаменит день 19 сентября? Познавательный журнал «Школа жизни.ру».
  2. 2,0 2,1 Happy 41st Birthday Smiley! Carnegie Mellon University (19 сентябрь 2017).
  3. Альфия Камилова. День рождения смайлика: история создания и интересные факты. Вечерняя Москва (19 сентябрь 2018).