Абакумов Алексей Алексеевич
Ғилми дәрәжә | техник фәндәр докторы[d] |
---|---|
Гражданлығы | |
Туған тел | урыҫ теле |
Эш урыны | |
Заты | ир-ат |
Уҡыу йорто | |
Тыуған көнө | 20 сентябрь 1946 |
Вафат булған көнө | 14 ноябрь 2021 (75 йәш) |
Һөнәр төрө | ғалим |
Тыуған урыны |
Абакумов Алексей Алексеевич (20 сентябрь 1946 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалимы, инженер-радиоэлектроник. 1972 йылдан Өфө нефть институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1986 йылдан электротехника кафедраһы мөдире; 1987 йылдан хәҙерге МИФИ Ядро милли тикшеренеү университеты филиалы — Обнинск атом энергетикаһы институтының электротехника һәм электроника кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1999 йылдан Интроско үткәргес торбаларҙы диагностикалау үҙәгенең (Обнинск) генераль директоры. Рәсәй Федерацияһы Электротехник фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2000) һәм ағза-корреспонденты (1995), техник фәндәр докторы (1985), профессор (1987). Рәсәй Федерацияһыының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2013).
Донъя һәм Рәсәй практикаһында тәүге тапҡыр газ-нефть үткәргестәрҙе һәм башҡа эре габаритлы ҡорамалдарҙы магнитлы интроскоп ҡулланыуға нигеҙләнгән диагностикалау ысулдарын тәҡдим итә. 1982 йылда матрицалы феррозондлы үҙгәрткес менән магнитлы интроскоптың тәүге тәжрибә өлгөһөн эшләгән. Магнитлы интроскопты шурфтарҙа, газ-нефть үткәргестәрҙең изоляция ҡатламын боҙмайынса өҙлөкһөҙлөк етешһеҙлектәрен диагностикалауҙа һәм торба эсе тикшереү ҡорамалдарының эҙләү системаларында файҙаланыу мөмкинлеген нигеҙләй.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Алексей Алексееевич Абакумов 1946 йылдың 20 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Ишембай ҡалаһында тыуған[1].
- Ишембайҙың 1-се мәктәбен тамамлай (1963)[2];
- Томск радиоэлектроника һәм электрон техника институтын тамамлай (1969);
- Мәскәү автомеханик институт аспирантураһы (1975).
1967 йылда Салауат нефть химияһы комбинатында эшләй башлай[3]. 1968 йылда «Башнефть» производство берекмәһенең «Ишембайнефть» нефть-газ табыу идаралығына, тәрәндәге насослы штангаларҙы магнитлы диагностикалау буйынса инженер вазифаһына эшкә алына. 1969 йылдан алып Ишембай нефть техникумында уҡыта, 1971—1987 йылдарҙа Өфө нефть институтының электротехника кафедраһында уҡытыусы булып эшләй, 1986 йылдан ошо кафедра мөдире, бер үк ваҡытта 1972 йылдан Өфө нефть институтының Салауат филиалында электротехника кафедраһы мөдире.
1987 йылдан алып «МИФИ» ядро милли тикшеренеү университеты филиалы — Обнинск атом энергетикаһы институтының электротехника һәм электроника кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1999 йылдан башлап «Интроско» (Обнинск ҡалаһы) Үткәргес торбаларҙы диагностикалау үҙәгенең генераль директоры.
Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
СССР-ҙа беренсе булып эре габаритлы газ-нефть ҡорамалдарын, шул иҫәптән газ-нефть үткәргесәрҙе лә (1970 йыл), магнитлы интроскоптар ярҙамында диагностикалау ысулдарын тәҡдим итә. Өҙлөкһөҙлөк дефектынан таралған магнит ҡырын визуалләштереү өсөн матрицалы үҙгәрткес, дефекттар һүрәтен эшкәртеү, уларҙың геометрик үлсәмдәрен: оҙонлоғон, киңлеген һәм тәрәнлеген үлсәү өсөн телевизион-иҫәпләү ысулдары һәм саралары уйлап тапҡан.
170 ғилми хеҙмәт авторы, шул иҫәптән 7 китап һәм магнит диагностикаһы өлкәһендә 94 уйлап табыуға авторлыҡ таныҡлығы һәм патенты.
Ҡайһы бер хеҙмәттәре
- Газ-нефть үткәргестәрҙе магнит диагностикалау М., 2001 (авторҙаш).
- Ер аҫты үткәргес торбалар магнитоскопияһы барлыҡҡа килеүе: иҫтәлектәр. М., 2005.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- АБАКУМОВ Алексей Алексеевич// Ишембай энциклопедияһы. Өфө: Башҡорт энциклопедияһы, 2015, С. 51.
- Абакумов Алексей Алексеевич//Ғилми фекер. Ишембайҙа тыуған : Йыйынтыҡ /төҙөүсе Вәхитов Г.- Ишембай: МБУК ЦБС ИКБ, 2014.-44с. С. 4-5.
Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Өйләнгән, улы, ҡыҙы, ейәне бар. Улы — Алексей[4], Обнинск атом энергетикаһы институтының компьютер системалары, технологиялары һәм селтәрҙәре кафедраһы уҡытыусыһы.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Абакумов Алексей Алексеевич 2011 йылдың 27 февраль көнөндә архивланған. Рәсәй Фдерацияһы электротехник фәндәр академияһы сайтында
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Абакумов Алексей Алексеевич 2011 йылдың 27 февраль көнөндә архивланған.
- ↑ Ишимбайская гимназия № 1// Ишимбайская энциклопедия. Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015, С.248.
- ↑ Башкирская энциклопедия: в 7 томах. Т.7. Уфа, 2011. 485.С.
- ↑ Алексей Алексеевич Абакумов (младший)