Семикаракорск ҡалаһында ҡаланың һәм райондың бер нисә билдәле кешеләренә бюст ҡуйылған: яҙыусы В. А. Закруткинға, яҙыусы Б. Н. Куликовҡа, төҙөүсе А. А. Араканцевҡа, балыҡсылыҡ хужалығы етәксеһе И. В. Абрамовҡа. Был бюстарҙың авторы Семикаракорск скульпторы, рәссам Иван Иванович Масличенко.
Абрамов Иван Васильевич бюсы ҡалала Абрамов проспекты һәм Атаман проспекты сатында ҡуйылған.
Абрамов Иван Васильевич 1922 йылдаРостов өлкәһе Семикаракорский районындағы Мостовский утарында тыуған.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һуғышта ҡатнаша. Ҡыҙыл Байраҡ ордены, ике Ватан һуғышы ордены, миҙалдар менән бүләкләнә. Һуғыштан һуң, 1961 йылдан алып «Заветы Ильича» балыҡ тотоу эше менән шөғөлләнеүсе колхоз рәйесе булып эшләй. Колхоз быуала һаҙан, аҡ амур, толстолобик һәм башҡа балыҡтары үҫтерә. Уның инициативаһы буйынса колхозда йылына 50 миллион балыҡ селбәрәһе етештереүсе инкубация цехы төҙөлә.
Колхоз үҙенең хеҙмәткәрҙәре өсөн китапханаһы, спорт залы булған 400 урынлыҡ мәҙәниәт Һарайы, «Алтын балыҡ» балалар баҡсаһы төҙөй.