Абыҙгилдин Юнир Миңлеғәле улы *[20.11.1939, БАССР‐ҙың Маҡар р‐ны Сәлих а. (БР‐ҙың Ишембай р‐ны) — 23.10.2007, Өфө], инженер-технолог. БР‐ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1998). Техник ф. д‐ры (1980), проф. (1981). ӨНИ‐не тамамлағандан һуң (1962) шунда уҡ эшләй: 1974 й. алып нефть һәм газ технологияһы каф. мөдире, 1977 й. — киске факультет деканы, 1980 й. — химик-технологик процестарҙы автоматлаштырыу каф. мөдире, 1986—2004 йй. ғилми эштәр б‐са проректор. Фәнни тикшеренеүҙәре углеводород сеймалын эшкәртеү һәм нефть коксы етештереү проблемаларын өйрәнеүгә арналған. А. етәкс. нефть һәм нефть продукттары составындағы углеводород класына инмәгән компоненттарҙы анализлау ысулдары, нефть фракцияларын һәм нефть коксын көкөрт ҡушылмаларынан таҙартыу алымдары, технологик процестарҙың һыҙыҡлы схемаларын проектлау юлдары эшләнгән. 200‐ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 50 уйлап табыу авторы. Хеҙм.: Вопросы рационального использования отходов нефтепереработки и нефтехимии. Уфа, 1976 (авторҙ.); Порфирины и металлопорфириновые комплексы нефтей. М., 1977 (авторҙ.); Нефтяной кокс. М., 1992 (авторҙ.); Обеспечение промышленной безопасности производственных объектов топливно-энергетического комплекса Республики Башкортостан. Уфа, 1999. Тәрж. Ғ.Ғ.Бикбаева.
Абыҙгилдин Йыһангир Талха улы - [10.2.1875, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Яңы Йәнбәк а. (БР‐ҙың Дәүләкән р‐ны) — 17.6.1938, Өфө], дин әһеле, мәғрифәтсе. Ахун (1912). “Хөсәйениә” мәҙрәсәһен тамамлағандан һуң (1907) Беренсе йәмиғ мәсете имам‐хатибы һәм ш. уҡ ваҡытта “Ғосмания” мәҙрәсәһе директоры. 1923—28 йй., 1932—36 йй. Эске Рәсәй һәм Себер мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты (ҡара: Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты) ҡазыйы, ағзаһы. 1928—32 йй. Нарым крайында һөргөндә була. Исламда реформалар, белем алыуҙа һәм сәйәси тормошта ҡатнашыуҙа ҡатын‐ҡыҙҙарҙың тиң хоҡуҡлылығы яҡлы була. Беренселәрҙән булып Өфөлә мәҙрәсә эргәһендә ҡатын‐ҡыҙҙар курстары аса. Астрономия, тәбиғәт белеме, филос. б‐са уҡыу әсбаптары авторы. А. мосолман уҡыу йорттарында донъяуи фәндәрҙе уҡытыу программаһын эшләй. 4‐се Бөтә Рәсәй мосолман съезында ҡатнаша. Репрессиялана (1936), атыла. 1994 й. аҡлана. Хеҙм.: Рух хакында фәлсәф жадидә вә исламияткә бер назыр. Уфа, 1909; Гыйльме һәйәт тарихчасы. Уфа, 1911; Мәк орлыгы. Уфа, 1913; Дин дәресләре. Казан, 1919. Әҙәб.: Рахимкулова М.Ф. Преподавание естественных наук в татарских школах дореволюционной России. Оренбург, 1998; Юнусова А.Б. Ислам в Башкортостане. Уфа, 1999. А.Б.Юнысова. Тәрж. Ғ.Ғ.Бикбаева.
Абыҙгилдин Айрат Юнир улы (15.6.1962, Ишембай ҡалаһы — 22.10.2016, Өфө), инженер‐технолог. Техник фәндәр докторы (1998). Ю.М.Абыҙгилдиндың улы. И.М.Губкин ис. Мәскәү нефтехимия һәм газ сәнәғәте институтынтын тамамлағандан һуң (1984) ӨДНТУ‐ла эшләй (2002 й. алып инженер графикаһы каф. мөдире). Фәнни хеҙмәттәре нефть эшкәртеү технологияларын уйлап табыуға һәм углеводород сеймалын эшкәртеү процестарының технологик схемаларын анализлауға арналған. А. тарафынан газ конденсаттарын меркаптандарҙан таҙартыу ысулдары эшләнгән, нефтехимия производстволарының төп технологик процестарының график моделдәре төҙөлгән. 200‐ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, 2 уйлап табыу авторы. Хеҙм.: Линейные изображения схем установки риформинга //Химия и технология топлив и масел. 1995. No6; Информационные технологии и современные методы обучения //Горный вестник. 1997. No3. Тәрж. Ғ.Ғ.Бикбаева.
Абызбаев Ибраһим Хафиз улы [10.10.1901, Ырымбур губерн. Үрге Урал өйәҙе Сермән а. (БР‐ҙың Белорет р‐ны) — 8.12.1937, Өфө], совет партия‐дәүләт эшмәкәре.