Аветисян Минас Карапетович
Минас Карапетович Аветисян (әрм. Մինաս Ավետիսյան; 20 июль 1928 йыл, Әрмән ССР-ының Ахурян районы Джаджур ауылы — 24 февраль 1975 йыл, Ереван, Әрмән ССР-ы) — әрмән рәссамы.
1960 һәм 1975 йылдар араһында Аветисян 500-ләп картина, шул сама уҡ рәсем, 20 ҙур фреска һәм тиҫтәнән ашыу театр тамашаһы өсөн проект эшләй. Ижады донъя һынлы сәнғәтендә шөһрәтле урын биләп тора.
1988 йылда Спитакта ер тетрәгәндә Гюмриҙа уның фрескаларының бер өлөшө һәм тыуған ауылы Джаджурҙағы тыуған йорто емерелә.
Биографияһы
Крәҫтиән ғаиләһендә тыуа.
- 1947—1952 — Ф. Терлемезян исемендәге Ереван художество мәктәбендә уҡый.
- 1952—1954 — Ереван художество-театр институтында уҡый.
- 1952—1954 — И. Е. Репин исемендәге Ленинград һынлы сәнғәт, һәйкәл ҡойоу һәм зодчество институтында уҡый.
- 1960 йылдан — Ереванда йәшәй.
- 1962 — Ереванда «Биш рәссам» экспозицияһы эшләнә, ул рәссамға ҙур билдәлелек килтерә.
- 1968 — Әрмәнстандың атҡаҙанған рәссамы исеме бирелә.
- 1972, 2 ғинуар — Ереванда рәссамдың оҫтаханаһында янғын сыға.
1975 йылдың 24 февралендә тротуарға килеп менгән автомобилгә тапалып һәләк була. Күптәр Минас үлтерелгән тип уйлай[6].
Хәтер
- 2000 йылда Әрмәнстанда Аветисянға арналған почта маркаһы сыға.
- рус шағирәһе Юнна Морицтың «Армения» (1983) тигән шиғри дилогияһының икенсе өлөшө Аветисянға бағышланған (беренсе өлөшө шағир Паруйр Севакҡа арналған).
Ижады
Минас Аветисян ижадының өлгөргән осоро әҫәрҙәре контраст төҫтәрҙә, эре экспрессив эҙҙәр менән төшөрөлгән, уларҙа фовизм принциптары урын алған. Әҫәрҙәрендә Кавказ аръяғы сәнғәте традициялары ла ҙур сағылыш тапҡан. Оҫтаның пейзаждары, автопортреттары, жанрлы-символик ауыл мотивтары үҙенең эстетик асылын күрһәтеү ысулы тип баһалана. Минас Аветисян, дөйөм алғанда француз модернына һәм раннему авангарду начала XX быуат башындағы иртә авангардҡа тартылһа ла, үҙ заманына хас булған Рәсәйсә «ҡырыҫ стилгә» лә яҡын тора. Театр рәссамы һәм живописец-монументалист булараҡ та уңышлы эшләй.
Эштәре
- Лаваш бешерәләр, 1972 — Ереван хәҙерге заман сәнғәте музейы
- Әңгәмә,1973-Шәхси тупланма-[1]
- Хачкарлы пейзаж, 1974 — Ереван хәҙерге заман сәнғәте музейы
- А. Спендиаров исемендәге Опера һәм балет театрында А. Хачатуряндың Гаянэ балеты сценографияһы, 1974.
- Гюмриҙа завод интерьерҙарын биҙәү, 1970—1974.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 Հայկական սովետական հանրագիտարան (әрм.) / под ред. Վ. Համբարձումյան, Կ. Խուդավերդյան — 1974.
- ↑ Sokolov M. N. Minas Avetisyan // Avetisyan, Minas (ингл.) // Grove Art Online / J. Turner — Oxford, Basingstoke, New York City: OUP, 2017. — ISBN 978-1-884446-05-4 — doi:10.1093/GAO/9781884446054.ARTICLE.T005305
- ↑ Minas Karapeti Awetisyan // Artists of the World Online, Allgemeines Künstlerlexikon Online, AKL Online (нем.) / Hrsg.: A. Beyer, B. Savoy — Berlin: K. G. Saur Verlag, Verlag Walter de Gruyter, 2009. — ISSN 2750-6088 — doi:10.1515/AKL
- ↑ Record #8288452 // VIAF (билдәһеҙ) — Даблин: OCLC, 2003.
- ↑ Մինաս Ավետիսյանի մահվան մասին տեղեկությունը, «Սովետական Հայաստան» թերթ, թիվ 47 (16479), 25.02.1975, էջ 4
- ↑ Минас: Реквием
Һылтанмалар
- Официальный сайт, посвященный Минасу Аветисяну
- Официальный Твит блог, посвященный Минасу Аветисяну
- Биографии
- Минас Аветисян в фильме Минас. Реквием (1989)
- Минас Аветисян в фильме Цвет армянской земли (1969)
Был мәҡәләгә Рувикиның башҡа мәҡәләләре һылтанмай. |