Авксентьева Сардана Владимировна
Авксентьева Сардана Владимировна (1970 йылдың 2 июле, Чурапчы[d], Яҡут Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы) — Рәсәй дәүләт эшмәкәре. Яҡутск ҡалаһы ҡала округы башлығы (17 сентябрь 2018 йыл -14 ғинуар 2021). Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының VIII саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты (2021 йылдан)[2].
Биографияһы
Сардана Владимировна Авксентьевна 1970 йылдың 2 июлендә Яҡут АССР-ының Чурапчы районы Чурапчы ауылында тыуған[3][4].
1993 йылда — Яҡут дәүләт университетының тарих-юридик факультетын «Тарих уҡытыусыһы», 1998 йылда Алыҫ Көнсығыш дәүләт хеҙмәте академияһын «Дәүләт һәм муниципаль идара итеү» һөнәре буйынса тамамлаған.
Хеҙмәт юлын ВЛКСМ-дың Яҡутск ҡалаһы Октябрь район комитетында башлай[5].
1993—1996 йылдарҙа Яҡутск ҡала хакимиәтенең йәштәр эштәре, физик культура һәм спорт буйынса бүлеге белгесе булып эшләй.
1996 йылда Саха (Яҡут) Республикаһының Йәштәр эштәре, туризм, физик культура һәм спорт буйынса министрлығына эшкә үрләтелә, баш белгес, бүлек етәксеһе вазифаһын башҡара.
1998 йылдан 2000 йылға тиклем «Саха» милли тапшырыуҙар компанияһында ойоштороу һәм кадрҙар эше бүлеге етәксеһә була.
Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты Виталий Николаевич Басыгысовтың ярҙамсыһы итеп тәғәйенләнә. 2004 йылдан 2007 йылға тиклем «Туймаада Даймонд» акционерҙар йәмғиәте генераль директоры урынбаҫары, 2007—2012 йылдарҙа Яҡутск ҡалаһы ҡала округы башлығы урынбаҫары — ҡала округы хакимиәте аппараты етәксеһе, 2012 йылдан — «Яҡутск аэропорты» акционерҙар йәмғиәтенең «Аэроторгсервис» етештереү-коммерция комплексы директоры булып эшләй.
2018 йылдың 9 сентябрендә үткән һайлауҙа Яҡутск ҡалаһы ҡала округы башлығы итеп һайлана. Сардана Владимировна ниндәй ҙә булһа йәмәғәт берекмәһенә тормай, әммә һайлауға «Рәсәйҙе тергеҙеү партияһы»-ның Яҡут төбәк бүлексәһе кандидаты булып сыға. Һайлаусыларҙың 39,98 % тауышын йыйып, 31,70 % һөҙөмтәгә өлгәшкән «Берҙәм Рәсәй» партияның вәкилен уҙып китә һәм еңеүгә өлгөшә. 17 сентябрҙә Яҡутск ҡалаһы ҡала округы башлығы вазифаһын үтәй башлай[6] 2021 йылда ил парламентына һайлауҙарҙа «Новые люди» партияһынан кандидат булып ҡатнаша һәм партия исемлеге буйынса үтә. 11 октябрҙән — фракция етәксеһе урынбаҫары[7].
2021 йылдың 11 ғинуарында Авксентьева һаулыҡ сәбәптәре буйынса мэр вазифаһынан китеүе тураһында иғлан итте. Якутск ҡала думаһы 14 ғинуарҙа үткән ултырышында отставкаға китеү тураһында ҡарар ҡабул итә. Киң мәғлүмәт саралары бер нисә тапҡыр Авксентьеваға 2021 йылдың көҙөндә Дәүләт Думаһына һайлауҙарға тәҡдим итеүгә юл ҡуймау өсөн административ баҫым яһалған тип раҫлай.
2021 йылдың 4 июлендә Яңы халыҡ партияһының Өсөнсө съезында Авксентьева Дәүләт Думаһына һайлауҙарға тәҡдим ителә, федераль партия исемлегендә лидер Алексей Нечаевтан ҡала икенсе урында тора[8].
2021 йылдың ғинуарында Якутск мэры Авксентьева һаулыҡ сәбәптәре арҡаһында ваҡытынан алда отставкаға китеүе тураһында иғлан итте[9].
Санкциялар исемлегендә
2022 йылдың 25 февралендә, Рәсәй ДНР һәм ЛПР бойондороҡһоҙлоғон танығандан һуң, Авксентьева Евросоюз санкциялар исемлегенә өҫтәлә; мартта Бөйөк Британияның санкциялар исемлегенә инә.
2022 йылдың 30 сентябрендә ул АҠШ санкциялары исемлегенә индерелә. 2023 йылдың 24 февралендә ул Канада санкциялары исемлегенә өҫтәлгән. Ул шулай уҡ Швейцария, Австралия, Япония һәм Яңы Зеландияның санкциялар исемлегендә.
Наградалары
- Саха (Яҡутстан) Республикаһының атҡаҙанған халыҡ хужалығы хеҙмәткәре (2021);
- Баягантай Наслегының почетлы гражданы (2020).
Ғәиләһе
Сардана Авксентьева икенсе тапҡыр никахта. Йәштәр дүрт бала үҫтергән. Тәүге никахынан Александр менән өлкән ҡыҙы Наталья бар. Сардананың хәҙерге ире Виктор Авксентьев исемле, иҡтисад фәндәре докторы һәм өс юғары белемле белгес[10].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Сардана Авксентьева: «Критика жителей Якутска меня не задевает». SakhaDay (14 ғинуар 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 сентябрь 2025.
- ↑ Энциклопедия ТАСС, 2024. Авксентьева, Сардана Владимировна. Депутат Государственной думы РФ
- ↑ Сардана Авксентьева официально вступит в должность мэра Якутска 17 сентября, Комсомольская правда (11 сентябрь 2018). 12 сентябрь 2018 тикшерелгән.
- ↑ Гордума приняла отставку мэра Якутска Сарданы Авксентьевой. Врио главы Якутска назначен единоросс Евгений Григорьев, чью кандидатуру поддержала Авксентьева. Интерфакс (14 ғинуар 2021). — ««Депутаты Якутской Гордумы большинством голосов приняли отставку главы Якутска Сарданы Авксентьевой с 14 января», — рассказал собеседник агентства.» Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 ғинуар 2021. Архивировано 14 ғинуар 2021 года.
- ↑ Выборы главы Якутска выиграла Сардана Авксентьева — биография нового мэра. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 сентябрь 2018. Архивировано 12 сентябрь 2018 года.
- ↑ Список выдвинутых и зарегистрированных кандидатов на выборах главы городского округа «город Якутск». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 сентябрь 2018. Архивировано из оригинала 12 сентябрь 2018 года.
- ↑ Бернст Ю. Мэр Якутска объявила о досрочном уходе в отставку по болезни. Газета.Ru. 2021-01-11. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 ғинуар 2021. Архивировано 11 ғинуар 2021 года.
- ↑ Выборы главы Якутска выиграла Сардана Авксентьева — биография нового мэра (рус.), SakhaLife. 12 сентябрь 2018 тикшерелгән.
- ↑ Мэр Якутска объявила о досрочной отставке по состоянию здоровья. РБК. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 август 2021. Архивировано 30 август 2021 года.
- ↑ Муж Сарданы Авксентьевой — Виктор: личная жизнь и дети в семье мэра Якутска. rustars.tv. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 август 2021. Архивировано 14 август 2021 года.