Аждаһалар күпере

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Аждаһалар күпере
Административ-территориаль берәмек Любляна[d]
Дәүләт
Өҫтөнән/аҫтынан үтә Любляница
Архитектура стиле модерн[d] и Вена сецессионы
Мираҫ статусы словенский памятник локального значения[d][1]
Хөрмәтенә аталған аждаһа
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән Бетон, Тимербетон и Тимер
Һүрәтләнгән объект аждаһа
Рәсем
Урынлашыу
Рәсми асылған ваҡыты 10 апрель 1901
Логотип РУВИКИ.Медиа РУВИКИ.Медиа файлдары

Аждаһалар күпере (словен. Most Zmajski) — Любляна ҡалаһында Любляница йылғаһы аша автомобилдәр күпере, Словения баш ҡалаһының иң билдәле һәм танылған иҫтәлекле урындарының береһе, архитектура ҡомартҡыһы[2].

Любляница йылғаһы аша беренсе ағас күпер 1819 йылда төҙөлә. 1895 йылдағы ер тетрәүҙән ныҡ зыян күрә. 1901 йылда австрия инженеры Йозеф Мелан һәм архитектор Юрий Занинович етәкселеге аҫтында вена модерны стилендәге яңы өс тороҡло аркалы күпер төҙөлә[3]. Аждаһа күпере беренсе европа тимер күпер була, тамамланыу мәленә күперҙең аркаһы ҙурлығы буйынса Европала өсөнсө була[4]. Любляна реконструкцияһының киң планының өлөшө булараҡ, ул «Император Франц Иосиф I юбилей күпере» тип атала һәм Австрия-Венгрияның 40 йыллығына арнала[5]. Әммә рәсми атамаһы ҡабул ителмәй — ул күперҙең ике яғында пьедесталдарҙа ҡуйылған Аждаһаларҙың дүрт бронза статуяһы арҡаһында Аждаһа күпере булараҡ билдәле.

Римлеләр ваҡытында Люблянаның символы булып урындағы тәңкәләрҙә һүрәтләнгән грифон тора. XIII быуатта ҡала мисәтендә ҡанатлы арыҫлан һүрәтләнә. XV быуат та ул һарай өҫтөндә ҡанаттарын йәйгән йәшел драконға әйләнә. Бөгөнгө көндә был аждаһа өс ҡатлы башнялағы Любляна гербында тора[6]. Аждаһа тураһында риүәйәт иллирийҙарға барып тоташа. Уның образы аргонавтарар менән бәйле, улар алтын һарыҡ йөнө менән Колхиданан Дунай йылғаһы буйлап өйгә ҡайталар. Тап бында, Любляница йылғаһы яры буйында аргонавтарҙың юлбашсыһы Ярон ҡанатлы аждаһаны еңә һәм урындағы халыҡты мәңгелек ҡурҡыуҙан азат итә[3].

Шулай уҡ күперҙе һаҡлаусы аждаһалар менән бәйле яңы легенда ла бар: әгәр күпер аша ғиффәтле ҡыҙ үтһә, аждаһалар ҡойроҡтарын ҡыбырлата башлай[7][8].

  1. Registry of Cultural Heritage of SloveniaMinistry of Culture.
  2. Ерёмина Л.М. Все столицы мира: Популярный справочник. — Москва: Дрофа, 2001. — С. 66—68. — 304 с. — ISBN 5-7107-3085-8.
  3. 1 2 .
  4. Мост Змея (англ) 2008 йылдың 11 декабрь көнөндә архивланған.
  5. Любляна — город под крыльями дракона (англ) 2008 йылдың 10 апрель көнөндә архивланған.
  6. Райская птица на крепостной стене. Гербы Венгрии, Хорватии, Словении 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған.
  7. Steve Fallon. Slovenia. — Lonely Planet, 2004. — P. p65. — ISBN 1741041619.
  8. Robin McKelvie, Jenny McKelvie. Slovenia: The Bradt Travel Guide. — ROBIN MCKELVIE, 2005. — P. p84. — ISBN 1841621196.