Аждаһа тауҙары
Тасуирлама
Аждаһа тауҙарында табылған файҙалы ҡаҙылмалар: платина, марганец рудалары, алтын, таш күмер, аҡ ҡурғаш рудалары һәм башҡалар.
Тауҙарҙың күп төрлө үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы шулай уҡ эндемик йәки һирәк осраған төрҙәр менән күрһәтелгән.
Тауҙарҙың күп өлөшө Дракенсберг паркына индерелгән, был парк ЮНЕСКО Бөтә Донъя мираҫының тәбиғи объекты булып тора[3].
Төбәк ҡәбиләләренең телендә был тауҙар Кватхламба (зулу uKhahlamba ) тип атала, ул «ҡаялы урын», «ҡаялар өйөмө» тип аңлатыла. Барыу юлы ҡыйын булғаны өсөн аҡ колонизаторҙар — бур халҡы был тауҙарҙы аждаһа йәки африк. Drakensberge тип атайҙар.
Көнсығыш һәм көнбайыш битләүҙәренең климаты һәм үҫемлектәре бер ни тиклем айырыла. Көнсығыш битләүҙәрҙә мул (башлыса йәйге) ямғырҙар яуа (йылына 2000 мм); ә көнбайыш битләүҙәре ҡоро һәм ҡырҡа континенталь климатҡа эйә. Ҡышын тау баштарында ҡар яуа.
Көнсығыш битләүҙәре 1200 метрға тиклем мәңге йәшел япраҡлы һәм ылыҫлы ағаслы тропик «ямғырлы» урмандар, 1200—1500 метрҙан 2000 метрғә ҡәҙәр — сәнскеле ҡыуаҡлыҡтар, ксерофиттар һәм суккуленттар (акация, алоэ), юғарыраҡ — тау болондары һәм таш ишелмәләре менән ҡапланған. Көнбайыш битләүҙәрҙен урмандар урынына саванналар һәм ҡыуаҡлыҡтар биләй.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Peakbagger.com
- ↑ Словарь географических названий зарубежных стран / отв. редактор А. М. Комков. — 3-е изд., перераб. и доп. — М.: Недра, 1986. — С. 118.
- ↑ UNESCO World Heritage. Drakensberg Park
Әҙәбиәт
- Драконовые горы // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
Һлтанмалар
- Peakware.com 2016 йылдың 27 сентябрь көнөндә архивланған.
- KZN Drakensberg Homepage — Official Website for the KwaZulu Natal Drakensberg.
- Cathkin Estates Conservation and Wildlife Sanctuary 2010 йылдың 9 сентябрь көнөндә архивланған. — the largest privately owned game park in the Drakensberg. (недоступная ссылка — история)
- Nature — Drakensberg: Barrier of Spears — PBS Nature episode covering the eland (largest member of antelope family) of the Drakensberg.
- Drakensberg alti-montane grasslands and woodlands ecoregion report 2009 йылдың 13 октябрь көнөндә архивланған.
- Drakensberg hiking trails 2018 йылдың 28 август көнөндә архивланған.