Айсыуаҡ (тау)

Айсыуаҡ — Уралдағы тау, Ирәндек һырты. Иҫке Сибай ауылы үҙәгендә, Ҡарағайлы һәм Төйәләҫ йылғалары ҡушылған ерҙә урынлашҡан.

Яҡында ятҡан тауҙар: Ҡарамалташ, Эт тоткан, Ҡарйоҡмаҫ, 5-6 км алыҫлыҡта Ҡылтабан күле.

Характеристика

Тау эзбизташтан, диабаздан, порфириттарҙан, төньяҡ өлөшөндә — девон вулканитынан тора. Айсыуаҡ тауы эргәһендә боронғо ҡаласыҡ-ауылдар, боронғо ҡәберлектәр табылған. Тау башына маяҡ ҡуйылған. Унда ауылға ҡайтҡан һәр кем барып етергә тейеш. Тау түбәһендә тигеҙ таш иҙән бар. Өҫтән аҫҡа ҡараһаң, бөтә ауыл йәйрәп күренеп ята.

Топонимика

Айсыуаҡ тауы Сибай ауылына нигеҙ һалыусыларҙың береһе Айсыуаҡ исеме менән аталған. Айсыуаҡ Бөрйән башҡорттары ырыуынан сыҡҡан, ул XVIII быуатта Сибай ауылына (хәҙер Иҫке Сибай) нигеҙ һалыусы Сибай менән бергә Атайсал ауылынан айырылып сыҡҡан була[1]. Ауылда Айсыуаҡов фамилиялы ғаиләләр булды.

Айсыуаҡ түбәһе хөрмәтенә Сибайҙа Айсыуаҡ урамы бар.

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр