Акгюль Таха

Таха Акгюль (төр. Taha Akgül; 1990 йылдың 22 ноябре, Сивас[d]) — ирекле стилдә төрөк көрәшсеһе, олимпия чемпионы, ике тапҡыр донъя чемпионы, ете тапҡыр Европа чемпионы (2012, 2013, 2014, 2017, 2018, 2019, 2021, 2021) һәм 2015 йылғы Европа уйындары чемпионы. Төркиәнең көрәш федерацияһы башлығы(2024)[1].

Биографияһы

Акгюль Таха 1990 йылда Сиваста тыуа. Караманда Караманоглу Мехметбей университетында физкультура һәм спорт буйынса юғары белем ала. 2003 йылда атаһы һәм ағаһы өлгөһөндә көрәш менән шөғөлләнә башлай.

Спорт карьераһы

2012 йылда Халыҡ-ара турнирҙа алтын миҙал яулай. Шул уҡ йылда Белградта (Сербия) үткән Европа чемпионатында үҙ категорияһында чемпион була. Олимпия уйындарына квалификациялана, әммә үтмәй. Финляндияның Куортан ҡалаһында үткән университеттар араһындағы донъя чемпионатында алтын миҙал ала.

2013 йылда Тбилисиҙа (Грузия) үткән европа чемпионатында чемпион титулын һаҡлап ҡала, Будапештта (Венгрия) үткән донъя чемпионатында бронза миҙалға лайыҡ була.

2014—2015 йылдарҙа 125 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында донъя чемпионы була. 2014 йылда Төркиәнең көрәш федерацияһы уны йылдың иң яҡшы көрәшсеһе тип атай.

2016 йылда Олимпия уйындарында алтын миҙал яулай.

2019 йылда Ҡаҙағстанда Олимпиада алды планета чемпионатында 125 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһында көмөш миҙал яулай һәм үҙенең милли Олимпия комитеты өсөн олимпия лицензияһын ала.

2020 йылда Токиола үткән Олимпия уйындарында сирек финалда Гейбл Стивсондан еңелә (0:8).

2021 йылғы донъя чемпионатында бронза миҙалға эйә була.

2024 йылда Парижда үткән Олимпия уйындарында Георгий Мешвилдишвили (Әзербайжан) менән 3-сө урынды бүлешәләр[2][3].

2024 йылдың 20 декабрендә Төркиәнең Көрәш федерацияһы итеп тәғәйенләнә[1].

Ҡаҙаныштары

• 2010 йылда Урта диңгеҙ уйындарында һәм юниорҙар араһында донъя чемпионатында көмөш миҙалдарға эйә була;
• 2011 йылда абруйлы халыҡ-ара турнирҙар — Истанбулда Яшар Догу турнирының һәм Минскиҙа Александр Медведтың турнирының бронза миҙалдарын яулай;
• 2012 йылда Европа чемпионы исемен ала, әммә Лондондағы Олимпия уйындарында ни бары 8-се генә була;
• 2013 йылда Европа чемпионы, Универсиада чемпионы һәм Урта диңгеҙ уйындары чемпионы, Донъя кубогын һәм Яшар Догу мемориалында еңә, шулай уҡ донъя чемпионатында бронза миҙал яулай;
• 2014 йылда йәнә Яшар Догу мемориалында еңә, шулай уҡ донъя һәм Европа чемпионы;
• 2015 йылда Европа һәм Тыныслыҡ уйындары чемпионы;
• 2016 йылда Рио-де-Жанейрола Олимпия уйындары чемпионы;
• 2017 йылда Европа чемпионатында еңә һәм 2-се Донъя чемпионатында еңеү яулай;
• 2018 йылда Европа чемпионы;
• 2019 йылда Европа чемпионы;
• 2021 йылда Европа чемпионы була (7-се тапҡыр);
• 2022 йылда Европа чемпионы була. • 2023 йылда Европа чемпионы була[4]

Танылыуы

• 2016 йылда Төркиәнең «Йыл спортсыһы» тип таныла.

Һылтанмалар

  • Таха Акгюль — Sports-Reference.com (инг.) сайтында олимпия статистикаһы