Алазани

Алазани йәки Алазань (груз. ალაზანი (алазани), әзерб. Qanıx (Ганых), авар. Алазан, чеч. Алаз, цахур телендә — Ду[1][2]) — Грузияның көнсығышындағы һәм Әзербайжандың көнбайышындағы йылға, ике республика араһында өлөшләтә сик барлыҡҡа килтерә. Хәҙерге көндә Мингечаур һыуһаҡлағысына ҡоя, элегерәк Кура йылғаһының иң ҙур һул ҡушылдығы һаналған. Алазани йылғаһының оҙонлоғо — 351 км, һыу йыйыу майҙаны — яҡынса 10 800 км². Оло Кавказдың көньяҡ битләүенән башлана.

Гидрографияһы

Үрге ағымында тау йылғаһы ҡылыҡһырламаһына эйә, тауҙан сыҡҡан ерендә киң Кахетин үҙәне буйлап аға, шулай уҡ йылғаның аллювияль ташылдыҡтары Алазань-авторан һәм Алазань- Агричай тигеҙлеген барлыҡҡа килтергән. Ҡар, ямғыр, боҙлоҡ һәм ер аҫты һыуҙары иҫәбенә тулылана.

Түбәнге ағымындағы уртаса йыллыҡ һыу сығымы яҡынса 98 м³/с. Йылғаның һыуы дымландырыу эшендә киң ҡулланыла. Үҙәнбитләүҙәрендә Грузияның йөҙөм үҫтереү буйынса төп райондарының береһе урынлашҡан.

Алазани йылғаһы ҡушылдыҡтарының береһе — Катехчай йылғаһы.

Ҡыҙыҡлы факттар

  • Үҙән хөрмәтенә боҙ-борсаҡҡа ҡаршы ракета Алазань (шул иҫәптән модификациялы Алазань-2М, Алазань-6, Алазань-9) тип исемләнгән.

Иҫкәрмәләр

  1. Ибрагимов Г. Х. Цахурско-русский словарь. — С. 497.
  2. Ибрагимов Г. Х. Цахурский язык.

Һылтанмалар