Аланья

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Аланья
Сәғәт бүлкәте UTC+3
Почта индексы 07400
Туғандаш ҡала Тракай[d][1][2], Гладбек[d], Мурманск, Фушунь[d], Рованиеми[d], Бурос[d], Талси, Кестхей[d], Водзислав-Слёнски[d], Зеленогорск[d], Неа-Иония[d], Гоа[d], Мәхдиә, Чаталджа[d], Джоаджу[d], Новы-Сонч[d], Ор-Эркеншвик[d], Турек[d], Дергачи[d] и Шилуте[d]
Рәсми сайт alanya.bel.tr (төр.)
Городское население 52 460, 88 346, 91 713, 92 223, 94 316, 98 627, 103 673, 104 573, 276 277, 285 407, 294 558, 299 464, 312 319, 327 503, 333 104, 12 436, 15 011, 18 520, 22 190, 28 733 и 350 636
Халыҡ һаны
  • 312 319 чел. (2018)
Административ-территориаль берәмек Анталья[3]
Дәүләт
Майҙаны
  • 1598,51 км²
Административ үҙәге Бейлик Алайе[d]
Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индереү критерийы (iii)[d] и (iv)[d]
Нигеҙләү датаһы 1872
Урынлашыу картаһы
Рәсми атамаһы төр. Alanya
Мираҫ статусы Объект из предварительного списка Всемирного наследия[d]
Рәсем
Сельское население 76 646, 169 325, 134 523, 141 696, 147 135, 149 659, 156 114, 160 119, 31 023, 38 541, 44 715, 51 958 и 58 347
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Урта диңгеҙ
Сиктәш Гюндогмуш[d], Газипаша[d] и Манавгат[d]
Номер тамғаһы коды 07
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа

Аланья[4] (төр. Alanya) —Төркиә, Анталья провинцияһындағы ҡала, эре диңгеҙ порты һәм курорты.

Даими халыҡ һаны 100 меңдән ашыу, әммә йәйге-көҙгө миҙгелдә туристар ағымы арҡаһында ҡала халҡының һаны ғәмәлдә бер нисә тапҡырға арта.

Урта диңгеҙ яры буйында, Антальянан көньяҡ-көнсығышҡа табан 138 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Аланья ҡала округына, ҡаланың үҙенән тыш, ҡала янындағы курорт ҡасабалары ҡарай (Инжекум, Конакла, Авсаллар, Махмутлар һәм ҡайһы бер башҡалар).

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хәҙерге Аланья территорияһындағы ултыраҡ тормош һуңғы палеолиттан билдәле. Бөгөнгө көндә билдәле булған ҡала тирә-яғындағы беренсе капиталь ҡоролмалар Хетт батшалығы һәм Әһәмәниҙәр империяһы дәүеренә ҡарай.

Аланья эллин осоро башына уҡ эре һәм алдынғы ҡала була, ул саҡта Коракесион тигән грек исеме аҫтында билдәле булған, (бор. грек. Κορακησιον, лувий һүҙенән «далыҡлы диңгеҙ» тигәнде аңлата, йәғни ярымутрау, морон). Александр Македонский империяһына инеүе уның киңәйеү һәм үҫеү темпын тиҙләтә.

Беҙҙең эраға тиклем һуңғы быуаттар дауамында һәм беҙҙең эраның башында ҡала ҡулдан ҡулға күсә, һәм бер нисә батшалыҡтың барлыҡҡа килеүенә һәм юҡҡа сығыуына шаһит була. Коракесион портында Кесе Азияның бөтә көньяҡ яр буйҙарын ҡурҡыу аҫтында тотҡан киликий пираттары төпләнә.

Көнсығышҡа тиклем киңәйә барған Рим республикаһы пираттарҙың өҫтөнлөк итеүенә сик ҡуя. Рим Сенаты Гней Помпейҙы 120 мең һалдаттан торған флот менән тәьмин итә, улар ике ай тиерлек Mare Nostrum пираттарҙан таҙарта. Сигенеүсе пираттар менән хәл иткес алыш Коракесион эргәһендә беҙҙең эраға тиклем 67 йылда була. Һуңынан Марк Антоний был ҡаланы һәм бөтә Киликияны, урындағы кедр урмандарын караптар төҙөү өсөн тотонған Клеопатраға бүләк итә.

Рим дәүеренең һуңғы осоронда ҡаланың Византия составындағы меңйыллыҡ тарихи дәүере башлана. «Коракесион» исеме «Калонорос» (бор. грек. Καλονόρος — «матур тауҙар») исеме менән алмашына.

VII быуатта ҡала бер нисә тапҡыр ғәрәптәр һөжүменә дусар була, шул иҫәптән бер нисә тапҡыр баҫып алына. Ныҡ иҫкергән боронғо ҡәлғә яңынан төҙөлә.

XI быуатта IV тәре походынан һуң Калонорос Византиянан әрмән Киликияһына күсә.

XII—XIII быуаттарҙа мосолман һәм христиандарҙың даими көрәштәре фонында ҡала ҡулдан ҡулға күсеп килә. XIII быуатта сәлжүктәр Калоноросты бөтөнләй баҫып ала һәм сәлжүк солтаны Ала әд-дин Кей- Ҡөбәт хөрмәтенә Алайеға үҙгәртә.

Кей-Ҡөбәт батшалыҡ иткән осорҙа ҡала ныҡ үҫешә. Яңы ҡәлғәнең ҙур өлөшө булған Ҡыҙыл башня, суднолар эшләү урыны һәм бер нисә мәсет төҙөлә (беҙҙең көндәргә тиклем етә). Алайе 1293—1471 йылдарҙа Ҡараманидтар бейлигының үҙаллы үҙәге була.

Сәлжүк баш ҡалаһы Коньеға яҡын булыу сәбәпле, Алайе сауҙа һәм хәрби порт булараҡ Антальяны уҙып китә. XV быуат аҙағында сәлжүк һәм ғосман хакимлығы араһындағы күсеү дәүерендә ҡала ғосмандарға күсә. Ҡаланың карап эшләү урындарында ғосман яулап алыусыларының Урта диңгеҙ буйҙарында йөрөүсе хәрби караптары төҙөлә.

Ғосман осоро дауамында Алайе бер нисә тапҡыр ҡамауҙа була һәм диңгеҙ бәрелеше аренаһына әүерелә, мөһим сауҙа порты, хәрби база һәм күсереп тейәү пункты була. Ғосман империяһының юҡҡа сығыу менән, Кәмал Ататөрк етәкселегендәге азатлыҡ һуғышы һөҙөмтәләре буйынса Алайе Төрөк республикаһының составына инә.

1935 йылдан ҡала хәҙерге исеме менән — Аланья тип атала.

Климаты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Урта диңгеҙҙең йылы, ҡояш яҡтыһының бик күп булыуы, шулай уҡ Тавр һыртының төньяҡ һалҡын елдәрҙән һаҡлауы, Аланьяны Төркиәнең иң эҫе ҡалалаларының береһе итә. Уртаса йыллыҡ температура +20 °C (сағыштырыу өсөн, Антальяла уртаса йыллыҡ температура — +17 °С, Сочи — +14 °С тиклем, Ницца — +16 °C). Аланьяның клматы субтропик урта диңгеҙ һымаҡ классификациялана.

Ҡыш сағыштырмаса һалҡын, елле һәм ямғырлы, ә йәй бик эҫе, ҡоро һәм оҙайлы. Һауа дымлылығы, бөтә Анталья провинцияһындағы кеүек ярайһы уҡ юғары, һәм йыл әйләнәһенә тиерлек 55-65 процент тәшкил һәм. Август айы иң йылы ай, йәй яуым-төшөм һирәк була.

Бындай климат арҡаһында Аланьяла субэкваториаль йәки экваториаль климатта үҫә торған ҡырағай үҫемлектәр үҫтерергә мөмкин.

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Абсолют максимум, °C {{{Янв_а_макс}}} 25,0 28,1 30,7 35,4 37,8 40,8 39,6 37,2 34,9 30,0 24,7 40,8
Уртаса максимум, °C {{{Янв_ср_макс}}} 16,3 18,3 21,1 24,7 28,7 31,5 32,0 30,2 26,5 21,6 17,7 23,73
Уртаса температура, °C {{{Янв_ср}}} 11,9 13,8 16,9 20,9 25,0 27,7 27,9 25,4 21,3 16,5 13,2 19,36
Уртаса минимум, °C 8,6 8,4 10,1 13,0 16,7 20,4 23,3 23,6 21,2 17,4 13,0 10,0 15,48
Абсолют минимум, °C −1,9 −2,2 0,9 4,0 9,8 13,3 16,9 14,1 13,2 9,5 2,9 0,4 −2,2
Яуым-төшөм нормаһы, мм 199,6 148,7 98,6 65,5 33,7 9,9 10,0 5,7 19,1 98,6 187,6 231,5 1108,5
Сығанаҡ: Турецкий метеорологический сервис

Иҡтисады һәм ҡала инфраструктураһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Файл:Krasnayabashnyaalanya.jpg
Ҡыҙыл башня һәм Аланья ҡәлғәһе

Бөгөнгө Аланья — киҫкен хәрәкәтле эре ҡала. Иҡтисадтың төп тармаҡтары — ауыл хужалығы һәм туризм. Ҡаланың бюджетына һәм райондарына, шулай уҡ Аланьяла йәшәү өсөн күсемһеҙ милек һатып алыусы сит ил кешеләре тос өлөш индерә.

Ауыл хужалығынан цитрус емештәре, банан, авокадо, помидор, ҡыяр, башҡа йәшелсәләр һәм емеш-еләк үҫтереү төп әһәмиәткә эйә

Туризм башлыса пакетный турҙары менән тәьмин ителә, ял итеүселәрҙең күпселек өлөшө Германия, Швеция, Рәсәй, Украина, шулай уҡ Төркиәнең үҙенең төньяҡ төбәгенән килә.

Аланья менән һауа юлы Анталья һәм Газипаша аэропорттары аша тормошҡа ашырыла. Кирениянан паром йөрөй (Төньяҡ Кипр). Ҡала-ара автобус бәйләнеше ныҡ үҫешкән (Төркиә сиктәрендә эске рейстар). Ҡала эсендәге транспорт — автобус һәм маршрут таксиҙары (долмуштар). 2017 йылдан Клеопатра пляжынан ҡәлғәғә, тау түбәһенә арҡанлы юл эшләй[5].

Ҡалала 2. университет, иллеләп госпиталь һәм дауаханалар, бер нисә эре спорткомплексы бар (уларҙың береһе йыл һайын триатлон буйынса бөтә донъя беренселеген ҡабул итә). Киң мәғлүмәт саралары һәм телекоммуникация эшләй.

Аланьяла йыл һайын төрөк мәҙәни тормошонда әһәмиәтле ваҡиға —мәҙәниәт һәм сәнғәт фестивале үтә, күп кенә поп- һәм рок-музыка эшмәкәрҙәрен, бойондороҡһоҙ кинорежиссерҙарҙы, билдәле әҙиптәр һәм рәссамдарҙы йыя.

Курорт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ататөрккә һәйкәл

Аланаьяның курорт булараҡ тарихы, урындағы халыҡ һәм сит ил кешеләренең Далматаш мәмерйәһенең шифалы үҙенсәлектәрен белеп ҡалғандан һуң, 1960 йылдан башлана. 1990 йылда Төрөк Ривьераһының йылдам үҫеше менән, туристар ағымы ла күп тапҡырға арта. Бөгөнгө көнгә ҡаланың ҡунаҡхана һәм апартамент тулайым фонды (ҡала эргәһе ҡасабалар менән) 200 000 ашыу урын тәшкил итә.

Аланьяның курорт инфраструктураһы бик күп отель һәм ҡунаҡханаларҙан, (ҡаланың үҙендә һәм ҡала яны ҡасабаларында), муниципаль пляждарҙың күп километрҙарға һуҙылған һыҙаттарынан, киң үҫешкән туҡланыу һәм күңел асыу ассортиментынан (һыу аттракционы, төнгө клуб, сауҙа-күңел асыу үҙәге) тора.

Аланьяның төп тәбиғи иҫтәлекле урындары: Дамлаташа мәмерйәһе, Клеопатра пляжы, Дим-Сәй тау йылғаһы, Сападер каньоны.

Кеше ҡулынан килгән иҫтәлекле урындары араһынан Ҡыҙыл — күл башняһы һәм суднолар эшләү урыны менән ҡәлғә стеналары, Ататөрккә һәм Ала әд-дин Кел Көбәткә һәйкәлдәр, Аланьяның археологик музейы, Кемәл Ататөрктөң йорт-музейы һәм Аларахан каруан һарайы билдәле.

Галереяһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

</includeonly>

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. http://www.trakai.lt/index.php?813797980
  2. https://www.alanya.bel.tr/S/697/TRAKAI---LITVANYA
  3. 3,0 3,1 GEOnet Names Server — 2018.
  4. Согласно принятой русско-турецкой практической транскрипции, вариант написания «Алания» является неправильным (и к тому же дублируется с названием средневекового государства на Кавказе). Окончание «ya» транскрибируется как «ья» — Анталья (Antalya), Аланья (Alanya), Конья (Konya).
  5. http://newsturk.ru/2017/08/04/kanatnaya-doroga-v-alane-pervyiy-poshel/

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]