Алаторцева Алевтина Ивановна
Биографияһы
Алевтина Ивановна Алаторцева 1935 йылдың 7 мартында Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуған.
1958 йылда Мәскәү дәүләт университетының тарих факультетын тамамлай.
Юғары белем алғас, Мәскәүҙә СССР Фәндәр академияһының СССР тарихы институтында эшләй башлай. 1993 йылдан төп ғилми хеҙмәткәр вазифаһын башҡара[1].
Ғилми эшмәкәрлеге Советтар Союзында тарих фәненең тарихына бағышланған.
Ғалим 1993 йылдың 21 авгусында Мәскәүҙә вафат була.
Ғилми хеҙмәттәре
- Изучение истории СССР в советской историографии. Мәскәү, 1985
- Очерки истории исторической науки в СССР. Т.5. Мәскәү, 1985 (авторҙ.)
- Советская историческая периодика 1917 — середины 1930‑х гг. Мәскәү, 1989
Иҫкәрмәләр
- ↑ Алаторцева Алевтина Ивановна // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Һылтанмалар
- Алаторцева Алевтина Ивановна // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 6 март 2021)