Алағанат

Алағанат (урыҫ.чернолобый сорокопут)(лат. Lanius minor)- бәләкәй генә һайраусы ҡош.

undefined

Ҡылыҡһырлама

Диалекттарҙа ваҡ һайҫҡан тип тә йөрөтөлә. Сыйырсыҡ ҙурлыҡ. Ғәҙәттә, ағастың ҡоро ботағында йәки сымдарҙа ултыра. Һырты һоро, маңлайы, күҙҙәре аша үткән һыҙыҡ, ҡанаттары һәм ҡойроғо ҡара. Ҡанаттарындағы таптар һәм ҡойроғоноң ике яғындағы һыҙыҡ аҡ. Кәүҙәһенең аҫ яғы алһыу аҡ. Ваҡ һайҫҡандан бәләкәйерәк булыуы, ҡара маңлайы, алһыу ҡорһағы менән айырыла.

Тауышы

Тауышы тупаҫ:"шәкүшәк".

Йәшәү рәүеше

Айырым ағаслы, һирәк ҡыуаҡлы, ҡоро асыҡ урындарҙа йәшәй. Күсмә ҡош. Киң генә таралған. Ағаста йәки ҡыуаҡта оялай. Көрән таплы 4-6 бөртөк һорғолт йәшел йомортҡаһы була.

Туҡланыуы

Бөжәктәр, сиңерткә, сысҡан, ҡош йомортҡалары менән туйына.

Әҙәбиәт

  • Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары. Өфө-1986 йыл.67-се бит.
  • Панов, Е. Н. Сорокопуты мировой фауны. Экология, поведение, эволюция. — КМК, 2008. — ISBN 978-5-87317-515-4.
  • Рябицев В. К. Птицы Урала, Приуралья и Западной Сибири: Справочник-определитель. — Екатеринбург: Изд-во Уральского университета, 2001. — 608 с. — ISBN 5-7525-0825-8.
  • Степанян, Л. С. Конспект орнитологической фауны России и сопредельных территорий. — М.: Академкнига, 2003. — 808 с. — ISBN 5-94628-093-7.
  • Harris, Tony. Shrikes and Bush-Shrikes. — Christopher Helm Publishers Lt, 2000. — P. 180—184. — ISBN 0713638613.