Алдан (йылға)

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Алдан
Алдан йылғаһы Томмот тирәһендә
Алдан йылғаһы Томмот тирәһендә
Характеристика
Оҙонлоғо 2273 км
Һыу сығымы 5245,85 м³/с (тамағынан 151 км өҫтә)
Һыу ағымы
Инеше
 · Урынлашыуы Становый һырты
 · Координаталар 56°26′28″ с. ш. 123°46′30″ в. д.HGЯO
Тамағы Лена
 · Урынлашыуы 1311 км от устья
 · Бейеклеге 72 м
 · Координаталар 63°26′25″ с. ш. 129°33′44″ в. д.HGЯO
Урынлашыуы
Һыу бассейны Лена → Лаптевтар диңгеҙе

Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Регион Саха Республикаһы
РДҺР 18030600112117300000011
Алдан (йылға) (Рәсәй)
Точка
инеше
Точка
тамағы
Алдан Викимилектә

Алдан[1]Рәсәйҙең Алыҫ Көнсығышындағы йылға, Ленаның иң ҙур уң ҡушылдығы. Рәсәйҙә иң күп һыулы йылға-ҡушылдыҡ һәм илдең бөтә йылғалары араһында аҡманың күләме буйынса алтынсы урында тора. Саха Республикаһында аға, һыу йыйыу бассейнына шулай уҡ Хабаровск крайының төньяҡ-көнбайыш өлөшө керә. Йылғаның оҙонлоғо - 2273 км, һыу йыйыу бассейнының майҙаны - 729 мең км²[2].

Алдан һүҙенең тунгус телендә балыҡты билдәләү өсөн барлыҡҡа килгән тип фаразлана[3]. Икенсе аңлатма: алдан — яҙғы яр шәреһе (эвенк.)[4].

Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Алдан бассейны мәңге туңлыҡ үҫешкән һәм төп кристаллы тау тоҡомдарҙың тәрән ятмаған зонаһында урынлашҡан. Йылға Становый һыртының төньяҡ битләүендә башлана[5]. Алдан таулығы сиктәрендә һикәлтәләре күп булған ташлы үҙән буйлап аға. Учура һәм Мая йылғаларының тамағы араһында киң үҙән буйлап аға, артабан - тау араһы тигеҙлеге буйлап. Һыубаҫар туғайҙа бик күп күлдәр урынлашҡан. Түбәнге ағымында йылға тармаҡлана[6]. Лена йылғаһына ҡоя.

Гидрологияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Алдан 1942 йылдан 1999 йылға тиклем айлыҡ сығым
(үлсәүҙәрВерхоянский перевоз)[7]

Йылға ҡар һәм ямғыр һыуҙары менән туйына. Майҙан июлгә тиклем ташҡын күҙәтелә, ул саҡта һыу кимәле 7-10 метрға күтәрелә, ә сығымы секундына 30-48 мең м³/сек. етә. Ташҡын август һәм сентябрь айҙарында ла булыуы мөмкин. Ҡышын һыу сығымы әҙ (йылдыҡынан 4%), февраль-апрелдә, ғәҙәттә, сығым секундына 230-300 м³/сек артмай. Алдан октябрь аҙағында туңа башлай һәм 7 ай буйына боҙ менән ҡаплы була. Боҙ китеү ғәҙәттә май айында башлана. Һыуы химик составы буйынса гидрокарбонат-кальцийлы, эретелгән тоҙҙарҙың максималь миҡдары 0,3 г/л тиклем (ҡышҡы межень осоронда).

Ҡушылдыҡтары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Алдан бассейны

Иң ҙур ҡушылдыҡтары: уң яҡтан — Тимптон, Учур, Тыры, Мая, Аллах-Юнь, Томпо, Барайы, Тумара, Джюнекян; һул яҡтан — Амга, Нотора һәм Татта. Йылға 10 саҡрымдан ашыу оҙонлоҡтағы 275 ҡушылдыҡты ҡабул итә. Алдан бассейнында 114 меңдән ашыу һыу ағымы һәм 51 меңдән күберәк күл бар. Йылғаның һыу йыйыу сиктәрендәге күлдәрҙең иң ҙуры - Оло Токо[8].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Алдан (№ 0121945) / Реестр наименований географических объектов на территорию Республики Саха (Якутия) по состоянию на 5.10.2020 // Государственный каталог географических названий. rosreestr.ru.
  2. «Алдан» — информация об объекте в Государственном водном реестре
  3. Рубцов Ю. В. Геральдика Якутии. geraldika.ru. Дата обращения: 18 декабрь 2018. Архивировано 19 декабрь 2018 года.
  4. Глушков А. В., Осадчий В. Г. По рекам и горам Якутии. — Якутск: Якутское книжное издательство, 1990. — 214 с. — С. 7.
  5. Лист карты O-51-128.
  6. Лист карты P-52-19,20.
  7. Өҙөмтә хатаһы: <ref> билдәһе дөрөҫ түгел; Perevoz төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  8. Поиск по данным государственного водного реестра — озера бассейна реки Алдан. textual.ru. Дата обращения: 18 декабрь 2018. Архивировано 29 октябрь 2020 года.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]