Алебастр ҡасабаһы (Ишембай ҡалаһы)
Алебастр ҡасабаһы — Ишембай ҡалаһы биҫтәһе[1][2], ҡаланың төньяҡ көнсығышында, Тәйрүк йылғаһы буйында урынлашҡан. Смаҡай һәм Майский биҫтәләре менән сиктәш.
Смаҡай ҡасабаһы менән тығыҙ бәйләнгән: ике ҡасабаны ла бер үк автобус маршруты хеҙмәтләндерә, һайлауҙар үткәрелгәндә Смаҡай менән Алебастр ҡасабалары халҡы бер үк һайлау участкаһына бара, территориаль йәмәғәт үҙидараһы ла икеһенә берәү һәм башҡалар.
Биҫта территорияһында торлаҡ йорттарҙа, «Алебастр» баҡса йәмғиәтенең баҡса участкалары ла бар. Гараждар территорияһы ла был биҫтәгә ҡарай. Һуғыш ваҡытында һәм һуғыштан һуңғы йылдарҙа биҫтәгә терәлеп кенә ятҡан тауҙан алебастр алыу өсөн сырье сығалар, кирбес заводы ла эшләгән була.
Тарихы
Биҫтәнең исеме Алебастр заводы өсөн алебастр алынған Алебастр тауы атамаһынан алынған[3].
Иҡтисады
Алебастр һәм Смаҡай ҡасабалары «Смаҡай» территориаль йәмәғәт үҙидараһына ҡарай (2009 йылда Бөтә Рәсәй йәмәғәт һәм коммерция булмаған ойошмалар реестрында теркәлә). 2005 йылдан Смаҡай һәм Алебастр ҡасабаларында Аҡһаҡалдар ҡоро тергеҙелә. Был ижтимағы ойошма иң тәүге сиратта власть органдарының иғтибарын биҫтәләрҙә йәшәгән халыҡ өсөн көнүҙәк мәсьәләрҙе хәл итеүгә йүнәлтергә тырыша: шәхси ихатала аҫралған мал өсөн көтөү биләмәләре, сабынлыҡтар бүлеү, территорияны сүп-сарҙан таҙартыу, аҙағыраҡ йорт төҙөү өсөн ер бүлеү мәсьәләһен хәл иткәндә лә Аҡһаҡалдар ҡороноң фекеренә өҫтөнлөк бирелә. Аҡһаҡалдар йәштәр менән эшкә ҙур иғтибар бүлә. Халыҡ бигерәк тә Аҡһаҡалдар ҡороноң эскелеккә ҡаршы алып барған эшен хуплай, ҡулдарынан килгәнсә ярҙам итергә тырыша[4].
Сәйәсәт
Рәсәй Федерацияһының алтынсы саҡырылыш Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһына депутарттар һайлағанда Смаҡаә һәм Алебастр ҡасабалары 2147-се һайлау учксткаһына инә[5].
Суд участкаһы
Алебастр ҡасабаһы халҡы кәрәк булғанда Башҡортостан Республикаһы Ишембай ҡалаһы һәм Ишембай районының 2-се Суд участкаһына мөрәжәғәт итә ала.[6]
Транспорт
- Ҡасабаны 3-сә ҡала автобус маршруты хеҙмәтләндерә
Урамдары
- Тау урамы,
- Шишмә урамы,
- Тирмән урамы,
- Кооператив урам,
- Кирбес урамы
Иҫкәрмәләр
- ↑ Ишимбай — это город? (ч. II), 2016
- ↑ Список депутатов. Официальный интернет-портал города Ишимбая. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 август 2014. 2014 йылдың 19 август көнөндә архивланған.
- ↑ Это они возводили наш Ишимбай 2016 йылдың 9 март көнөндә архивланған.
- ↑ Принцип народовластия. ТОСы — наиболее эффективная форма самоорганизации населения
- ↑ Выборы депутатов Государственной Думы Федерального Собрания Российской Федерации шестого созыва (недоступная ссылка — история). Проверено 16 декабря 2011. Архивировано 4 марта 2016 года.
- ↑ Судебный участок № 2 по г. Ишимбаю и Ишимбайскому району Республики Башкортостан
Әҙәбиәт
- АЛЕБАСТРОВЫЙ // Ишимбайская энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — С. 67. — 656 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-88185-205-4.
- Никулочкин, Д. В. Ишимбай — это город? 2016 йылдың 18 май көнөндә архивланған. : ч. II. «Город лишился территорий?» // Подметки+ : газ. / ред. Г. Р. Ямалова. — Ишимбай : РИК «Аспект», 2016. — № 3 (13 января). — С. 2. — ISSN 2220-8348.