Александренко Галина Васильевна
Александренко Галина Васильевна (ҡыҙ фамилияһы — Донец; рус. Александренко Галина Васильевна; 1956 йылдың 14 июле, Белорет, Башҡорт АССР-ы) — СССР биатлонсыһы, спринт ярышында СССР чемпионы (1981, 5 км-ға), СССР чемпионатының көмөш призёры (1980, эстафетала), РСФСР-ҙың күп тапҡыр чемпионы һәм призёры, халыҡ-ара ярыштар еңеүсеһе. Биатлон буйынса СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1983). Биатлон буйынса РСФСР (1979—1983) һәм СССР (1980—1983) йыйылма командалары ағзаһы[1].
Биографияһы
1956 йылдың 14 июлендә Башҡорт АССР-ының Белорет ҡалаһында тыуған. 1978 йылда Ленинградта П. Ф. Лесгафт исемендәге ике Ленин орденлы Дәүләт физик культура институтын тамамлай. Бөтә Союз һәм Бөтә Рәсәй спорт ярыштарында «Содовик» спорт клубы һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһы өсөн сығыш яһай. РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры Миңлеғәли Закир улы Мөҙәрисов, шулай уҡ В. В. Бармин һәм Б. М. Моталов етәкселегендә күнекмәләр үтә. 1979 йылдан 1983 йылға тиклемге осорҙа РСФСР йыйылма командаһы, 1980—1983 йылдарҙа биатлон буйынса СССР милли йыйылма командаһы составына инә[2].
1980 йылда биатлон буйынса СССР чемпионатында ҡатын-ҡыҙҙар араһында эстафета ярышында көмөш миҙал яулайн. 1981 йылда 5 км дистанцияға шәхси спринт ярышында алтын миҙал яулап, СССР чемпионы титулына лайыҡ була. Биатлон һәм хәрби-ҡулланма күпбәйгеләр буйынса РСФСР-ҙың күп тапҡыр чемпионы һәм призёры була. СССР йыйылма командаһы составында социалистик илдәрҙең «Дуҫлыҡ һәм туғанлыҡ өсөн» абруйлы халыҡ-ара ярыштарының эстафета ярыштарында еңеүсе була (1980, Белорус ССР-ы; 1981, Болгария)[3].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
5 км-ға ярышта СССР чемпионы (1980);
5 км-ға ярышта РСФСР чемпионы (1981);
7,5 км-ға ярышта РСФСР чемпионы (1981);
Биатлон буйынса СССР чемпионы (1981) — 5 км-ға спринт;
СССР чемпионатының көмөш призёры (1980);
РСФСР чемпионатының көмөш призёры (1980);
7,5 км-ға шәхси ярышта СССР чемпионатының бронза призёры (1980);
7,5 км-ға шәхси ярышта РСФСР чемпионатының бронза призёры (1980);
Эстафетала РСФСР чемпионатының бронза призёры (1981);- СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1983);
- Эстафетала «Дуҫлыҡ һәм туғанлыҡ» халыҡ-ара ярыштары еңеүсеһе (Белоруссия, 1980; Болгария, 1981).
Иҫкәрмәләр
- ↑ Александренко Галина Васильевна. ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия» (17 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 август 2026.
- ↑ Ф. Н. Мухаметзянов. Военно-прикладные многоборья. ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия» (18 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 август 2026.
- ↑ Знаменитые люди города Белорецка и Белорецкого района. Центральная библиотека МБУК «Белорецкая ЦБС» (5 ғинуар 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 август 2026.
Әҙәбиәт
- Башкирская энциклопедия. В 7 т. Т. 1: А — Б / гл. ред. М. А. Ильгамов. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2005. — Т. 1. — 624 с. — ISBN 5-88185-053-X.
- Белорецкая энциклопедия / гл. ред. Ф. А. Фаизова. — Белорецк: Аббико, 2007. — 260 с. — ISBN 978-5-8258-0248-0.
Һылтанмалар
- Александренко Галина Васильевна // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Биографическая справка о Г. В. Александренко на краеведческом портале Белорецкой центральной библиотечной системы
- Статья «Военно-прикладные многоборья» в Башкирской энциклопедии