Александрина Прасковья Фёдоровна

Прасковья Фёдоровна Александрина (27.09.1917, Рәсәй империяһы Дон Ғәскәре өлкәһе, Икенсе Дон округы, Трухин утары — 19.12.1976) — өҫкө ш/у 22-4 бис комплексының тау мастеры, Украин ССР-ы,Красный Луч ҡалаһы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1960). Кпсс-тың XXII съезы делегаты (1961).

Биографияһы

1917 йылда Рәсәй империяһы Дон Ғәскәре өлкәһе Икенсе Дон округы Трухин утарында тыуған.

5 класс тамамлай. 15 йәшенән фермала эшләй. Хисапсылар курсын тамамлап, колхозда эшләй. Комсомол путёвкаһы буйынса Белокрытва ҡалаһына шахтаға китә. Һуғыш ваҡытында әсәһе янына Һарытау ҡалаһында йәшәй. Март 1943 йылдың мартында Һарытауҙан Белокрытваға ҡайта. Колхозда эшләй. Һуңынан шахтаға китә. Өс йыл навальщица, бутчица булып эшләй. Красный Лучта 22-се шахтала 1947 йылда уны Коммунистар партияһы сафына ҡабул итәләр. Тау мастерҙары курстарын тамамлай һәм тау мастеры булып эшләй башлай.

1959 й. ер аҫтында эшләгән бөтә ҡатын-ҡыҙҙарҙы ла өҫкә күсереү тураһында ҡарар сыға. П. Ф. Александрина 22/4-бис шахтаһының өҫкө комплексында тау мастеры булып эшләй.

Социалистик Хеҙмәт Геройы (1960). Кпсс-тың XXII съезы делегаты (1961). Украина Компартияһының Краснолучский ҡала комитеты ағзаһы (1960, 1961).1966 йылдан хаҡлы ялда. Ҡала ҡатын-ҡыҙҙары почёт китабына индерелгән (3.12.1967).

Һылтанмалар