Александров (ҡала)
Александров (элек рус. Александровская слобода, рус. Александрова слобода) — Рәсәйҙәге ҡала (1778 йылдан алып[2]). Владимир өлкәһе Александров районының административ үҙәге. Өлкәлә ҙурлығы буйынса дүртенсе ҡала, Рәсәйҙең «Алтын ҡулса»-һындағы туристик үҙәк. 130 мең самаһы кеше йәшәгән Александров агломерацияһының үҙәге булып тора. Струнино һәм Карабаново ҡала-юлдаштары бар. Шул уҡ исемле муниципаль берәмекте ҡала биләмәһе статусы менән Александров ҡалаһы тигәнде барлыҡҡа килтерә[3].
Географик урынлашыуы
Владимир өлкәһенең төньяҡ-көнбайышында, Клинск-Дмитровск һыртының көнсығыш армыттарында, Смоленск-Мәскәү ҡалҡыулығының төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә, Владимирҙан төньяҡ-көнбайышҡа табан 125 км һәм Мәскәүҙән төньяҡ-көнсығышҡа табан 111 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Мәскәү-Архангельск һәм Ҙур Мәскәү тимер юл ҡулсаһы үҙәге. Ҡала аша Серая йылғаһы аға.
| Яҡын ҡалалар | ||
|---|---|---|
| Төньяҡ-көнбайышта: Краснозаводск | Төньяҡта: Переславль-Залесский | Төньяҡ-көнсығышта: Юрьев-Польский |
| Көнбайышта: Струнино | Көнсығышта: Кольчугино | |
| Көньяҡ-көнбайышта: Сергиев Посад | Көньяҡта: Карабаново | Көньяҡ-көнсығышта: Киржач |
Тарихы
Яңы Александров ауылы
Бөгөнгө Александров ҡалаһы урынында урынлашҡан тораҡ пункт XIV быуат уртаһынан билдәле, XIV—XV быуаттарҙағы документтарҙа ул Бөйөк биҫтә (рус. Великая слобода) исеме аҫтында телгә алына, XVI быуат башынан — Яңы Александров (рус. Новое Александровское) ауылы һәм рус. Александрова (Александровская) слобода тип атала. Биҫтә Мәскәүгә, Троице-Сергиев монастырына һәм Переславль-Залесский ҡалаһына яҡын урынлашҡан, шуға күрә XV быуатта ул Мәскәү кенәздәренең ғибәҙәт ҡылыу сәфәрҙәрендә ял итеү урыны булған.
Иван III-нең (1504 йыл) васыятнамәһендә Яңы Александров ауылы уның улы Василийға — киләсәк бөйөк кенәз Василий III-кә — мираҫ итеп ҡалдырылған. 1509—1515-се йылдарҙа бер нисә һарай, дүрт сиркәү һәм күп хужалыҡ биналарынан торған ҙур комплекс төҙөлгән — был кенәздең алыҫ резиденцияларының береһе булған, уның архитекторы бәлки Алевиз Новый булғандыр. Бөгөнгәсә түбәндәге һарай-сиркәү комплексы биналары һаҡланып ҡалған: - Троицкий (элекке Покровский) соборы; - Покровская (элекке Троицкая) сиркәүе; - Алексей митрополит сиркәүе — хәҙерге Распятский манараһы эсендә; - Успенский сиркәүе.
Василий III вафатынан һуң Елена Глинская һарай комплексын уратып, соҡор менән ҡамалған, ағастан ҡәлғә стеналары һәм ҡапҡалар төҙөтә. Василий III-нең улы Иван Грозный, атаһының йолаһын дауам итеп, ғибәҙәт ҡылыу сәфәрҙәрен яратҡан. 1532—1563 йылдарҙа Иван IV Александровская биҫтәһенә 10 тапҡырҙан ашыу килгән.
Иван Грозный осоронда Александровская биҫтәһе
1564 йылдың 3 декабрендә Иван Грозный Мәскәүҙән ғибәҙәт ҡылырға юлға сыға. 21 декабргә ул Троице-Сергиев монастырына килеп етә. Доғаларҙан һуң ул Мәскәүгә түгел, ә Александровская биҫтәһенә юл тота. 1565 йылдың беренсе яртыһында Иван IV башлыса шунда йәшәй. 1565 йылдың көҙөнә ҡарата илдәге бөтә эске идара итеү нөктәләре Александровская биҫтәһенә күсә. 1581 йылға тиклем биҫтә Рус дәүләтенең төп сәйәси һәм мәҙәни үҙәге, опричнина үҙәге була. 1568 йылда Мәскәүҙе баҫҡан «Үләт язваһы» — тағун эпидемияһы ваҡытында батша һәм уның ғаиләһе шунда йәшәгән.
1569 йылда Мәскәүҙән Рәсәйҙәге тәүге типография Александровская биҫтәһенә күсерелә. Беренсе китап баҫыусы Иван Фёдоровтың уҡыусылары Андроник Тимофеев (Невежа) һәм Никифор Тарасиев 1578 йылда унда «Псалтирь» баҫтыра, был 1568 йылда Мәскәүҙә баҫылған беренсе рус дәреслеге «Псалтирь Учебная» баҫмаһын ҡабатлай. Артабан типография китаптар ғына түгел, ә Стефан Баторийға ҡаршы листовкалар ҙа баҫтыра, артабан улар «күп немец ҡалаларында» таратылған.
1571 йылда Александровская биҫтәһендә батша үҙенә кәләш ҡарауы уҙғара. Бөтә Русьтан ике мең һылыу килә, улар араһынан Иван Грозный үҙенә Марфа Собакинаны һайлай.
1581 йылдың ноябрендә Александровская биҫтәһендә батшаның улы Иван вафат булған йәки атаһы тарафынан үлтерелгән. Был ваҡиғанан һуң батша слобода менән мәңгегә хушлашҡан.
Александровская биҫтәһе Иван Грозныйҙан һуң
XVII быуат башында Александровская биҫтәһе поляктар тарафынан ныҡ емерелә: 1609 һәм 1611 йылдарҙа ул Ян Сапега етәкселегендәге отрядтар тарафынан баҫып алына. Минин һәм Пожарскийҙың ихтилалсылары биҫтәне дошмандарҙан азат итә һәм биҫтә яугирҙәре менән бергә Мәскәүгә юллана.
1635 йыл тирәһендә Михаил Фёдорович Романов өсөн Александровская биҫтәһендә ағас батша һарайы төҙөлә, ул яҡынса 100 йыл тора. Алексей Михайлович ваҡытында ташландыҡ ҡәлғә урынында ҡатын-ҡыҙҙар өсөн Изге Успение монастыры ойошторола.
Александровская биҫтәһенең боронғо архитектура ҡомартҡылары рус. «Александровская слобода» музей-ҡурсаулығы составына инә.
Өйәҙ ҡалаһы
1778 йылдың 1 сентябрендә Екатерина II указына ярашлы биҫтә Владимир-Кострома наместниклығына ҡараған Александров өйәҙ ҡалаһы итеп үҙгәртелә. 1781 йылда ҡаланың гербы раҫлана, унда ҡыҫтырғыс һәм һандал һүрәтләнгән, улар ҡаланың традицион кәсебен — тимерселек эшен символлаштыраhttp://www.aleksandrov.ru/7/3/|title=aleksandrov.ru|author=|website=|date=|publisher=|access-date=2019-02-05|archive-date=2019-02-07|archive-url=https://web.archive.org/web/20190207015516/http://www.aleksandrov.ru/7/3/%7Cdeadlink=no. 1788 йылда ҡаланың тәүге даими төҙөлөш планы раҫлана, ул киләһе төҙөлөштәргә нигеҙ була. 1796 йылдан Александров — Владимир губернаһының өйәҙ ҡалаһы.
XIX быуат башында Александровта һәм өйәҙҙә мамыҡ туҡыма кәсебе тарала, ҡалала Рәсәйҙәге иң ҙур туҡыма мануфактуралары — Троицк-Александровская һәм Соколовский эшләгән.
1870 йылда ҡала аша тимер юл уҙа, ул Александровты Мәскәү һәм Ярославль менән бәйләй, ә 1896 йылда Иванов-Вознесенск һәм Кинешмаға тиклем тимер юлы төҙөлә. Был ҡаланың сәнәғәт үҫешен билдәләй.
1897 йылда ҡалала 6810 кеше йәшәгән, шуларҙың 6501-е — урыҫ, 87 — украин, 87 — поляк, 84 — йәһүд[4].
1903 йылда ҡалала тимер юл вокзалы бинаһы төҙөлә, әле ул архитектура ҡомартҡыһы булып тора.
1905 йылдың 9 декабрендә ҡалала эшселәр, фабрикант С. Н. Баранов һәм уның фабрикаһында эшләгән социал-демократ Ф. И. Калинин етәкселегендә, властьҡа ҡаршы ихтилал күтәрә. «Александров республикаһы» тип аталған ваҡытлыса власть 5 көн йәшәй һәм казактар менән артиллерия ярҙамында баҫтырыла.
1915—1917 йылдарҙа ҡалала Анастасия Цветаева ире һәм улы менән йәшәй, уларға Марина Цветаева йыш ҡына ҡунаҡҡа килә. Тап ошо ҡалала ул шағир Осип Мандельштам менән осраша[5].
Ҡаланың яңы заман тарихы
1929 йылдың ғинуарында ҡала Александров районы һәм Александров округының административ үҙәгенә әүерелә. 1930 йылдың 23 июлендә округ бөтөрөлә.
1930 йылда ҡалала тәүге электростанция сафҡа инә, был фәнни-етештереү предприятиелары урынлаштырыу мөмкинлеген бирә.
1936 йылдың 11 мартында Иваново сәнәғәт өлкәһе бүленгәс, Александров ҡалаһы һәм районы Иваново өлкәһенә индерелә. 1944 йылдың 14 авгусынан — Владимир өлкәһе составында.
1932 йылда Мәскәүҙән Александровҡа 3-сө радиозаводы күсерелә, ул ҡалала радиотехника сәнәғәтенең үҫешенә нигеҙ һала. 1941 йыл аҙағында завод Ҡаҙағстанға эвакуациялана. 20 ноябрҙә Петропавловск ҡалаһына беренсе эшелон еткерелә һәм эвакуацияланған завод базаһында 641-се Дәүләт союз заводы ойошторола. Башта унда СВД-1, СВД-9, СВГ-К радиоалғыстары етештерелә. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында завод Ҡыҙыл армия өсөн радиостанциялар сығара. Һуғыштан һуң ул АРЗ, «Рекорд» кеүек киң ҡулланылған радиоалғыстарын, 1949 йылда — «КВН-49» телевизорҙарын, 1950-се йылдар башынан — «Рекорд» маркалы телевизорҙар етештерә. Ҡалала ҙур предприятиеларҙың береһе булып СССР-ҙың 50 йыллығы исемендәге ярымүткәргес заводы (һуңынан ПО «Элекс») һанала.
XX быуатта Александров «101-се километр баш ҡалаһы» тип йөрөтөлә, унда сталин репрессияһына дусар булған йәмәғәт эшмәкәрҙәре йәшәргә мәжбүр була. Улар араһында — венгр яҙыусыһы Йожеф Лендел, рәссам Виктор Тоот, тәржемәсе Борис Лейтин, архитектор һәм археолог Пётр Барановский, физик-химик Лев Полак.
1961 йылдың 23 июлендә ҡалала күмәк сыуалыштар була: 1200 кеше урамға сығып, милиция тарафынан тотолған ике иҫерек һалдатты азат итергә теләп, ҡала милицияһы бинаһына йүнәлә. Милиция ут аса, һөҙөмтәлә дүрт кеше үлтерелә, 11-е яралана, 20 кеше суд алдына баҫа.
1970 йылда Александров тарихи ҡалалар исемлегенә индерелә — уларҙа ҡомартҡы булған ҡала төҙөлөш ансамблдәре, тәбиғи ландшафттар һәм боронғо мәҙәни ҡатламдар һаҡлана.
2008 йылда ҡала өлкә буйһоноуындағы ҡала статустан район буйһоноуындағы ҡала статусы ала.
2010 йылға тиклем Александров тарихи тораҡ статусына эйә була, ләкин РФ Мәҙәниәт министрлығының 2010 йылдың 29 июлендәге №418/339 бойороғо менән ул был статусынан мәхрүм ителә. 2013 йылда Александровская биҫтәһенә нигеҙ һалыныуға 500 йыл тула.
Климаты
| Ҡала климаты | |||||||||||||
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
| Уртаса максимум, °C | −6,4 | −5,4 | 0,5 | 9,8 | 17,6 | 21,3 | 23,2 | 21,2 | 15 | 7,5 | −0,2 | −4,5 | 8,3 |
| Уртаса температура, °C | −9,4 | −9,1 | −3,5 | 4,9 | 11,9 | 16 | 18 | 16,1 | 10,4 | 4,2 | −2,5 | −7 | 4,2 |
| Уртаса минимум, °C | −12,7 | −12,9 | −7,3 | 0,5 | 6,4 | 10,7 | 12,9 | 11,2 | 6,3 | 1,3 | −4,8 | −9,8 | 0,2 |
| Яуым-төшөм нормаһы, мм | 39 | 29 | 28 | 36 | 53 | 71 | 80 | 68 | 60 | 62 | 47 | 44 | 617 |
| Сығанаҡ: Climate-data.org, Метеоинфо | |||||||||||||
Халҡы
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2020) мәғлүмәттәре буйынса, 2021 йылдың 1 октябренә ҡарата халыҡ һаны буйынса ҡала урында[6] (Рәсәй Федерацияһы ҡалаларының 1118 ҡалаһы араһында[7]).
Экономикаһы
Ҡалалағы предприятиелар - «Телекс» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте (электрон ҡорамалдарҙы һәм оргтехниканы утилләштереү); - «Арсенал» заводы (көнкүреш электроникаһын етештереү, компьютерҙар йыйыу, 50% RoverComputers компанияһына ҡарай); - ЯСЙ «НПК «Далекс» (Элекке ПО «Элекс») (транзисторҙар һәм интеграль микросхемалар, «Далекс» энергия һаҡлаусы лампалар, иретеп йәбештереү аппараттары, һыуытҡыс ҡорамалдары); - ЯСЙ «Ликер-араҡы заводы «Александровский» (араҡы, ликер-араҡы изделиелары, шарап эсемлектәре, завод 2013 йылдан ябыҡ); - АЭТЗ «РЕКОРД» яуаплығы сикләнгән йәмғиәте (Технолюкс маркалы яҡтыртҡыстар етештереү); - Төркиәнең Vestel компанияһы заводы (телевизорҙар һәм көнкүреш техникаһы етештереү; 2016 йылда ябыла[8]); - Яһалма күн етештереү буйынса предприятие ААЙ «Александровискож»: - Бөтә Рәсәй минераль сеймал синтезы ғилми-тикшеренеү институты (ВНИИСИМС) (кварц һәм алмаз монокристаллдарын тәжрибә-сәнәғәт етештереү, 2007 йылда банкрот була); - «Рекорд-Док-Маркет» (медицина һәм лаборатория мебеле етештереү); - Мәскәү тимер юлының Александров моторвагон депоһы (Мәскәү тимер юлының Ярославль йүнәлешен хеҙмәтләндергән ЭР2Н, ЭР2Т, ЭД2Т һәм ЭД4М электропоездарын хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау;
Иҫкәрмәләр
- ↑ Владимирская область. Общая площадь земель муниципального образования. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 сентябрь 2018. Архивировано из оригинала 16 сентябрь 2018 года.
- ↑ СССР. Административно-территориальное деление союзных республик на 1 января 1980 года / Сост. В. А. Дударев, Н. А. Евсеева. — М.: Известия, 1980. — 702 с. — С. 106.
- ↑ О наделении округа Александров и вновь образованных муниципальных образований, входящих в его состав, соответствующим статусом муниципальных образований и установлении их границ (с изменениями на 14 марта 2018 года), Закон Владимирской области от 16 мая 2005 года №61-ОЗ. docs.cntd.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 ноябрь 2019. Архивировано 24 июнь 2020 года.
- ↑ Демоскоп Weekly - Приложение. Справочник статистических показателей. www.demoscope.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 ноябрь 2019. Архивировано 24 июнь 2020 года.
- ↑ История Владимирского края. files.vladimir.i-edu.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 ноябрь 2019. Архивировано 28 ноябрь 2019 года.
- ↑ с учётом городов Крыма
- ↑ Таблица 5. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, городских округов, муниципальных районов, муниципальных округов, городских и сельских поселений, городских населенных пунктов, сельских населенных пунктов с населением 3000 человек и более (XLSX).
- ↑ Турецкая Vestel закрыла завод в России. Информационное агентство RNS (1 март 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 ноябрь 2019. Архивировано 24 июнь 2020 года.
Әҙәбиәт
- Александров // Города России: энциклопедия. — М.: Большая Российская энциклопедия, 1994. — 559 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-85270-026-6.. — С. 16—17.
- Хмелевской П. И. Александров. — Ярославль: Верх.-Волж. кн. изд-во, 1984. — 208 с. — 12 000 экз.
- Куницын М. Н. Александрова слобода. — Ярославль: Верх.-Волж. кн. изд-во, 1976. — 112 с. — 50 000 экз.