Алма байрамы
Алма байрамы (әзерб. Alma bayramı) — Әзербайжанда алма йыйыу көндәрендә йыл һайын билдәләнгән байрам. Байрам көндәрендә Әзербайжандың емешселек үҙәге тип һаналған Ҡуба ҡалаһында[1] күргәҙмәләр үткәрелә. Байрам барышында баҡсасылар алманың төрлө сорттарын һәм уларҙан әҙерләнгән төрлө продукцияны күрһәтә[2].
Алма үҫтереү
Алма — Әзербайжандың Ҡуба ҡалаһының символы булып һанала, байрам сараларының ҙур өлөшө ошо ҡалала үтә[3]. Алма уңышын көҙөн йыялар. 200 сорт[4]алма араһында «Пальмет», «Семеринка», «Фуджи»[5], королевский сорт «Гызыл Ахмеди» (тимергә бай), «Гышлыг Джабир»[6], «Ширван гёзяли», «Сини», «Билдирчин буду», «Кербалайы Джафар», «Вахиди», «Сары турш», «Джыр Гаджи» сорттары иң билдәлеләре.
Тарихы
Әзербайжанда был сара тәүге тапҡыр 2012 йылда ойошторола. Байрам «Алма байрамы» тип аталһа ла, ул алмаға ғына түгел, башҡа емеш культураларына ла арналған.[7]
Асылы
Байрамда иң ҙур емеш, иң тәмле алма джемы, иң тәмле һут, компот, варенье йәки алманан эшләнгән торт конкурстары үткәрелә.[3] Фестиваль төрлө концерттар, арҡанда йөрөтөүселәр сығышы һәм ҡул эштәре күргәҙмәһе ойошторола.[5]
Иҫкәрмәләр
- ↑ AZƏRBAYCANDA ALMA BAYRAMI KEÇİRİLƏCƏK Архивная копия от 17 декабрь 2014 на Wayback Machine. sos-tv.blogspot.com, 15.10.2014. (әзерб.)
- ↑ Quba rayonunda möhtəşəm alma bayramı - YENİLƏNİB - VİDEO - FOTOSESSİYA (әзерб.). Milli.Az (19 октябрь 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 февраль 2019. Архивировано 7 февраль 2019 года.
- ↑ ФЕСТИВАЛЬ ЯБЛОК В Г. ГУБА (ингл.). azerbaijan.travel. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 февраль 2019. Архивировано из оригинала 7 февраль 2019 года.
- ↑ Яблочный рай: садоводы привезли в Губу две тонны фруктов. Mir24. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 февраль 2019. Архивировано 7 февраль 2019 года.
- ↑ 1 2 В Губе проходит красочный Фестиваль яблок и ковра (ФОТО). Trend.Az (7 октябрь 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 февраль 2019. Архивировано 7 февраль 2019 года.
- ↑ ЯБЛОКО НА УЖИН. Region Plus. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 февраль 2019. Архивировано 7 февраль 2019 года.
- ↑ AZƏRBAYCANDA ALMA BAYRAMI KEÇİRİLƏCƏK. atnaz.blogspot.com (15 октябрь 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 февраль 2019. Архивировано 7 февраль 2019 года.