Алтынғош
Ҡылыҡһырлама
Ҙурлығы сыйырсыҡтай. Туп булып йөрөйҙәр. Башы, ҡанаттары, ҡойроғо ҡара, кәүҙәһенең ҡалған өлөшө матур алһыу төҫтә. Ата ҡоштоң башында йәшкелт ялтырауыҡлы ҡара бүрке бар. Башҡа ҡоштар менән бутарлыҡ түгел.
Тауышы
Киҫкен сыйылдаҡ һәм ҡыжҡылдаҡ тауышлы.
Йәшәү рәүеше
Ташлы һәм ҡабаҡлы асыҡ урындарҙа йәшәй. Башлыса сиңерткә, төрлө бөжәктәр менән туҡлана. Күсмә ҡош. Урыны менән киң генә таралған.
Күмәкләшеп бер тирәлә оялайҙар. Оялары ҡабаҡ ярыҡтарында, таш өйөмдәре араһында була. 4—6 бөртөк аҡһыл зәңгәр йомортҡа һала. Зарарлы бөжәктәрҙе ҡырып, ҙур файҙа килтерә.
Әҙәбиәт
- Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. — Өфө, 1986. — ИБ № 3478 28.693.35 И 90
Һылтанмалар
- Позвоночные животные России: Розовый скворец(недоступная ссылка)
- Розовый скворец в Крыму
- Розовый скворец из книги «Жизнь животных» Альфреда Брема 2007 йылдың 27 сентябрь көнөндә архивланған.
- Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге (1890—1907).