Алтын миллиард
Барлыҡҡа килеүе
«Алтын миллиард» концепцияһы, күҙаллауҙар буйынса, 1970 йылдарҙа СССР-ҙа барлыҡҡа килә һәм артабан 1980 йылдарҙа үҫеш ала. Баштан уҡ ул Ерҙә халыҡтың һаны артыу һәм уның байлыҡтарының бөтөү хәүефен күҙаллай[6].
Уға туранан-тура йәки ситләтеп ҡайһы бер ғалимдар һылтана, шул иҫәптән математик Никита Моисеев һәм физик Сергей Капица. Виталий Бабенко «Золотая десятка» мәҡәләһендә, 1970 йылдарҙа төрлө баҫмаларҙа «алтын миллиард» һүҙбәйләнешенең күренеүе һәм уның Рим клубының «Үҫеш сиктәре» доклады буйынса экология проблемалары буйынса тыуған бәхәстең бер өлөшө булыуын белдерә. Ул экологтарҙың, ресурстарҙың наҡыҫайыуы һәм экологик үҙгәрештәрһеҙ Ерҙең миллиардтан ашыу кешене ҡарай алмауын күҙаллауына бәйле була[10].
«Если деградирует среда обитания. Мечта о „золотом миллиарде“» мәҡәләһендә геолог Рудольф Баландин былай тип хәтерләй[11]:
"Шулай килеп сыҡты: был һайланмаларҙың миллиарды тураһында мин һикһәненсе йылдар аҙағында Рио-де-Жанейролағы кәңәшмәгә СССР-ҙың ул саҡтағы етәксеһе докладының экологик концепцияһын әҙерләгән ғилми төркөмдәрҙең береһендә эшләгәндә ишеттем. Бер ултырышта академик Никита Моисеев сығыш яһаны.Ул…, яҡынлашып килгән глобаль экологик көрсөктән сығыу юлы — бөтәһенән элек тыуымды сикләү һәм Ер кешеләренең һанын бер миллиард итеп ҡалдырыу, тине. — Бер миллиардта кемдәр? — тип һораным. — Иң лайыҡлыларҙан торған бер миллиард. Биосфераны юҡ итмәйенсә шунса ғына кеше йәшәй ала… Ләкин был иң яҡшы кешеләр, алтын миллиард, буласаҡ…»
1990 йылдарҙа был теорияны айырым публицистар Рәсәйҙә 1990 йылдарҙа булған иҡтисади (либераль) реформалар барышында Рәсәй граждандарының тормош кимәле түбәнәйеүе менән аңлатырға тырыша[9][3]. Мәҫәлән, публицист Анатолий Цикунов (тәхәллүсе — А. Кузьмич) теорияның төп концептын үҙ мәҡәләләрендә «көнбайыш илдәре», үҙҙәренеке етмәгәс, Рәсәй ресурстарын контроләргә теләү заговоры теорияһын һүрәтләү өсөн ҡуллана[7]. Үҙ теорияһын раҫлау өсөн ул БМО, Халыҡ-ара валюта фонды, бөтә донъя банкы документтарынан дөрөҫ булмаған цитаталар килтерә һәм бөтөнләй булмаған документтарҙы күрһәтә[6]. Артабан Сергей Кара-Мурза «алтын миллиардтың» конспиралогик концепцияһын төп популярлаштырыусы булып китә[12].
Владимир Ацюковский «алтын миллиард» концепцияһы авторлығын Бөйөк Британия премьер-министры Маргарет Тэтчерға яҙа. Инглиз телендә төп нөсхә табылмай, уның ҡасан, ҡайҙа, ниндәй контекста әйтелгәне тураһында бер ниндәй аныҡ мәғлүмәт юҡ[13].
Аңлатыуҙар
Шулай уҡ ҡарағыҙ: Мальтузианлыҡ һәм Халыҡтың артыуы
«Алтын миллиард» төшөнсәһенең берҙәм аңлатмаһы юҡ. Ҡайһы бер тикшеренеүселәр һәм публицистар, мәҫәлән, Виталий Бабенко, был терминды XXI быуаттың экологик проблемаларына ҡарата, башҡалар халыҡ артыуы һәм иҡтисади тигеҙһеҙлек проблемаларын аңлатыу өсөн ҡуллана[14], а также геополитических событий[15]. Ҡайһы бер даирәләрҙә «алтын миллиард» айырым йәшерен көстәрҙең донъя байлығын Ер шары халҡының сағыштырмаса ҙур булмаған һәм бай өлөшө файҙаһына бүлергә тырышыуын аңлатҡан конспирологик теория мәғәнәһендә ҡулланыла[6][7][8][3][9]. Концепцияның башҡа аңлатмалары ла бар:
- «Алтын миллиард» асылы, илдәр араһындағы мөнәсәбәттәр системаһы булараҡ, бай һәм ярлы илдәрҙең тормош кимәле һәм ҡулланыуы араһындағы тигеҙһеҙлектән тора[2][3][4][5]. Иҡтисади алдынғылар үҫешкәнерәк ресурстарҙы бүлеү аша һуңғыларға йоғонто яһай: үҫешкән илдәр өсөн ярлы илдәр эшсе көс булып тора[16].
- Томас Мальтус эштәрендә шундай идея еткерелә: донъяла байлыҡтарҙы табыу һәм үҙләштереү үҫеше халыҡтың артыуынан артта ҡала. Халыҡ геометрик прогрессияла үҫә, ә ресурстарҙы (аҙыҡ-түлек) үҙләштереү — арифметик прогрессияла. Өҫтәүенә, киләсәктә уларҙың бөтөүе лә ихтимал. Ерҙә халыҡтың артыуын әхлаҡтан тыйылыу һәм бәхетһеҙлек (һуғыштар, эпидемиялар, аслыҡ) кеүек тышҡы сәбәптәр менән туҡтатырға була[17][10].
- «Пределы роста» доклады авторҙары, кешелек Ер ресурстарын бөтөрөүгә яҡын һәм, һәләкәттән ҡасыу өсөн, беренсенән, ҡулланыуҙы ныҡ ҡыҫҡартырға, икенсенән, планетала халыҡ һанының артабан үҫеүен сикләргә кәрәк, тигән теория менән сығыш яһай. Авторҙар тыуымды контрацепцияны пропагандалау аша сикләргә тәҡдим итә һәм алдынғы илдәр халҡын башҡа сикләүҙәргә, шулай уҡ һалымдарҙы арттырырға һәм сәнәғәт етештереүе үҫешен кәметергә саҡыра[18].
- Концепции тураһында заговор теорияһы булараҡ һөйләһәк, Сергей Ҡара-Мурза фекеренсә, халыҡ-ара элита араһында ниндәйҙер заговор йәшәй. Улар байлыҡтарҙың ҙур өлөшөн төрлө ысулдар менән Ерҙең ҙур булмаған, әммә башҡалар иҫәбенә ресурстарҙың ҙур өлөшөн ҡулланған бай өлөшө («алтын миллиард») араһында бүлеүгә өлгәшергә теләй. Бындай заговорҙың булыуы «алтын миллиард» илдәрендә «тотороҡло үҫеште» һаҡлау маҡсатында йәмғиәт аңы менән глобаль манипуляцияны күҙаллай. Бер үк ваҡытта «сеймал өҫтәмәһе» булған илдәрҙенң үҫешеү мөмкинлеген кире ҡаға, уларға «цивилизациялы донъя» баҙарына сығыу юлын быуа[19]. Әммә бындай килешеүҙең барлығын раҫлаусы дәлилдәр юҡ[6][20].
Тәнҡит
- Профессор Сергей Капица 2005 йылда «Интеллектуальная Россия» Халыҡ-ара форумында «алтын миллиард» идеяһын ябай тип билдәләй. Ул, үҫешкән илдәрҙә тотороҡло үҫештең төп параметры — халыҡ һанын арттырыу тәьмин ителмәй, тип иҫәпләй. Был проблема бөгөн Рәсәй өсөн дә көнүҙәк була бара[14]. Мәскәү дәүләт университеты профессоры Виктор Вазюлин 2006 йылда, "капитализм үҫешкән капиталистик илдәрҙең, тәү сиратта АҠШ-тың илдең башҡа илдәре менән ҡораллы һуғышы стадияһына етте. Быны «алтын миллиардтың» планетаның ҡалған халҡы менән ҡораллы һуғыштың берҙәм процесы тип ҡарарға мөмкин, тип иҫәпләй[21].
- Мальтузианлыҡ теорияһы тураһында һүҙ йөрөткәндә, ул дөйөм ҡабул ителмәгән һәм күп тапҡырҙар тәнҡиткә дусар була. Мальтус XIX быуаттың икенсе яртыһында Көнбайыш Европалағы һәм АҠШ-тағы демографик күсеүҙе — индустриаль йәмғиәттә тыуымдың быуындарҙы алмаштырыу кимәленәсә ҡырҡа кәмеүен, техника һәм технологиялар үҫеше иҫәбенә яңы ресурс сығанаҡтары барлыҡҡа килеүен, «йәшел революцияны» иҫәпкә алмаған[17][10].
Киләсәк
Донъяла барған глобалләшеүгә ҡарата ыңғай баһалар «алтын миллиард» концепцияһы яҡлыларҙың дәлилдәрһеҙ ҡалдыра. Клиодинамика яҡлылар фекеренсә, һуңғы йылдарҙа алдынғы илдәр менән ҡалған донъяның иҡтисади үҫеш кимәле тигеҙләшеүе күҙәтелә[24][25][26].
Белгестәр быны иҡтисади процестарҙың глобалләшеүе эҙемтәһе[27], шулай уҡ донъяла белемлелек күтәрелеү һөҙөмтәһе тип һанай: XX быуат аҙағына үҫештәге илдәрҙең күпселеге халҡының белемлелеген күтәреүгә өлгәште, был иһә, бер яҡтан, иҡтисади үҫеште йылдамлаштырҙы, икенсе яҡтан, тыуым кәмеүенә һәм халыҡ һаны артыу тиҙлегенең аҡрынайыуына килтерҙе. Һөҙөмтәлә, үҫештәге илдәрҙең күбеһендә йән башына ЭТП иҡтисади алдынғы илдәрҙәгегә ҡарағанда юғарыраҡ булып китте. Шулай итеп, алдынғы илдәрҙә һәм үҫеш кисереүсе илдәрҙә тормош кимәле, ҡулланыу араһында айырма кәмей.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
- Килем кимәле юғары ил
- Иҡтисади тигеҙһеҙлек
- Халыҡ-ара тигеҙһеҙлек
- Көньяҡ һәм төньяҡ ҡапма-ҡаршылығы
- «Көнсығыш — Көнбайыш» дихотомияһы
- 1992 йылғы Рио-де-Жанейро конференцияһы
- Үҫеш сиге
- Постиндустриаль йәмғиәт
Иҫкәрмәләр
- ↑ Б. Немцов
- ↑ 1 2 В. А. Ачкасов, 2006, с. 50—60
- ↑ 1 2 3 4 Xenia Cherkaev, 2022
- ↑ 1 2 Global Studies Encyclopedic Dictionary, 2014
- ↑ 1 2 William L. Ascher, 2002
- ↑ 1 2 3 4 5 Анастасия Корягина. Что такое «золотой миллиард». Объясняем простыми словами. Секрет Фирмы (14 март 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 ғинуар 2024.
- ↑ 1 2 3 Adam Taylor. The apocalyptic vision behind Putin’s ‘golden billion’ argument (ингл.). The Washington Post (22 июль 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 ғинуар 2024.
- ↑ 1 2 Michael Prüller. Goldene Milliarde und russisches Meer (нем.). Die Presse (18 июнь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 ғинуар 2023. Архивировано 17 октябрь 2022 года.
- ↑ 1 2 3 Raghu Malhotra. Explained: What is the 30-year-old ‘golden billion’ conspiracy theory invoked by Russian President Vladimir Putin? (ингл.). The Indian Express (25 июль 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 ғинуар 2024. Архивировано 25 июль 2022 года.
- ↑ 1 2 3 В. Бабенко, 2001
- ↑ Рудольф Баландин. Если деградирует среда обитания. Независимая газета (12 ғинуар 2000). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 ғинуар 2024.
- ↑ С. Г. Кара-Мурза, 1999
- ↑ В. А. Ацюковский, 2007
- ↑ 1 2 "Золотой миллиард" прирастёт Россией. Российская Академия Наук (19 февраль 2005). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 ғинуар 2024. Архивировано 18 сентябрь 2022 года.
- ↑ Н. Н. Фуга, 2023, с. 75—115
- ↑ О. С. Грецкая, 2008, с. 1—4
- ↑ 1 2 C. П. Капица, 1999
- ↑ Д. Медоуз, 2007
- ↑ С. Г. Кара-Мурза, 2017
- ↑ D. R. Grimes, 2016
- ↑ В. А. Вазюлин, 2006
- ↑ Исследование: Золотой миллиард. Институт развития социально-экономических проектов и инициатив (10 ғинуар 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 ғинуар 2024. Архивировано 20 сентябрь 2022 года.
- ↑ A. AtKisson, 2010
- ↑ Коротаев А. В. и др. Законы истории: Математическое моделирование и прогнозирование мирового и регионального развития / Изд. 3, сущ.
- ↑ Коротаев А. В., Халтурина Д. А. Современные тенденции мирового развития. — М.: Либроком, 2009
- ↑ Системный мониторинг. Глобальное и региональное развитие. — М.: Либроком, 2009.
Әҙәбиәт
- Золотой миллиард // Экономический словарь.
- Кара-Мурза С. Г. Концепция «золотого миллиарда» и Новый мировой порядок. — 1999.
- Гильбо Е. В. Конец золотого миллиарда. — 2004.