Амалия Матерна
Амалия Фридрих-Матерна (нем. Amalie Friedrich-Materna, йәки Амалия-Матерна Фридрих нем. Amalie Materna-Friedrich; 1844 йылдың 10 июле, Санкт-Георген-ан-дер-Штифинг, Штирия, Австро-Венгрия, хәҙер Австрия — 1918 йылдың 18 ғинуары, Вена, Австро-Венгрия, хәҙер Австрия) — Австрия опера йырсыһы (драматик сопрано).
Биографияһы
Үҙенең йырсы карьераһын Грац сиркәү хорында башлаған. 1865 йылда шул уҡ «Талия» Грац опера театры сәхнәһендә сығыш яһай башлаған. Йырсы Карл Фридрих (нем. Karl Friedrich) кейәүгә сыҡҡандан һуң, уның менән Венала сығыш яһарға рөхсәт ала һәм 1869 йылда ул Вена һарай яны операһында беренсе сығыш яһай, һәм унда 30 йылға тиерлек хеҙмәт итә. Лондон, Санкт-Петербург опера сәхнәләрендә лә йырлаған. 1884-1885 йылдарҙа АҠШ-та гастролдәрҙә була. Күп Вагнер репертуары партияларының тәүге башҡарыусыһы. Тәүге Байрей фестивале ҡатнашыусыһы. 1897 йылда сәхнәнән китә. Танылған вокал педагогы булған.
Партиялары
Әҙәбиәт
- Музыкальный энциклопедический словарь / Гл. ред. Г. В. Келдыш. — М.: Советская энциклопедия, 1991. — С. 330 — ISBN 5-85270-033-9
Һылтанмалар
Был мәҡәләгә Рувикиның башҡа мәҡәләләре һылтанмай. |
- ↑ Record #17983568 // VIAF (билдәһеҙ) — Даблин: OCLC, 2003.
- ↑ 1 2 3 Deutsche Nationalbibliothek, Staatsbibliothek zu Berlin, Bayerische Staatsbibliothek, Österreichische Nationalbibliothek Record #116824174 // Gemeinsame Normdatei (нем.) — 2012—2016.
- ↑ 1 2 Bibliothèque nationale de France Autorités BnF (фр.): асыҡ мәғлүмәт платформаһы — 2011.