Амелия Андерсдоттер

Андерсдоттер Анна Амелия Матильда Катарина (швед. Anna Amelia Matilda Katarina Andersdotter; 1987 йылдың 30 авгусы, Уппсала[d], Уппсала[d]) — швед сәйәсмәнде һәм 2009 йылда Швецияның Пират партияһы исемлеге буйынса Европа парламентына һайланған депутат.

Биографияһы

Амелия Андерсдоттер Лунда йәшәй һәм һайлауҙар мәлендә Лунд университетында иҡтисад һәм испан телен[2]> өйрәнә. 2007 йылдан 2010 йылдың мартына тиклем Пират партияһының Йәш пират йәштәр ойошмаһында халыҡ-ара координатор була.

Андерсдоттер партия исемлегендә Кристиан Энгстремдан ҡала икенсе килә һәм алынған тауыштары 2009 йылдың июнендә мандат алыуға етмәй. Әммә парламентта Лиссабон килешеүен яҡлап яһаған сығышынан һуң, Швеция Европарламентта өҫтәт ике урын алғас мандатҡа эйә була[3][4]. Ҡайһы бер илдәр Евросоюзға өҫтәмә депутаттарҙы шунда уҡ һайламағанлыҡтан, яңы 18 депутат, шул иҫәптән Андерсдоттер шунда уҡ парламенттағы урынын биләй алмай. Вазифаһына рәсми инеүе 2011 йылдың декабренә тура килә[5][6]. Андерсдоттер 21 йәшендә иң йәш һайланған, ә 24 йәшендә — Европарламенттың ғәмәлдәге иң йәш депутаты була[7].

Лунд университеты гәзитенә биргән интервьюһында белдереүенсә, Андерсдоттер депутат булып һайланғандан һуң эш хаҡының ниндәйҙер өлөшөн альтерглобалистик Attac хәрәкәтенә һәм «Халыҡ-ара амнистия»[8] хоҡуҡ һаҡлау ойошмаһының Ordfront Ordfront нәшриәтенә күсерәсәген фаразлай.

Вазифаға инеүен көткән арала Андерсдоттер Бельгияға күсенә һәм унда Пират партияһы мәсьәләләре буйынса эшләй, Европарламент составында эшләргә әҙерләнә. Парламенттағы эшмәкәрлегендә Андерсдоттериғтибар йүнәлтәсәк мәсьәләләр араһында телекоммуникациялар өлкәһендә дәғүәселекте арттырыу мәсьәләһе лә бар. Был өлкәлә депутат төп проблемалар араһында вертикаль интеграцияланған телекоммуникацион компанияларға контроль етешмәүен билдәләй. Андерсдоттер контрафакцияға ҡаршы көрәш буйынса сауҙа килешеүенә әүҙем ҡаршы сығыш яһай[9].

Европа Союзы парламентында эшләгәндән һуң Dataskyddnet - мәғлүмәттәрҙе һаҡлау тураһында ҡануниәтте алға ебәреү менән шөғөлләнгән Европа ассоциацияһында директоры вазифаһын биләй.

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 Andersdotter, Anna Amelia Matilda Katarina // Sveriges befolkning 2000 (швед.)Sveriges Släktforskarförbund, 2020.
  2. In English — Amelia Andersdotter till Bryssel. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 ноябрь 2011. Архивировано из оригинала 20 ноябрь 2011 года.
  3. Balksjö, Jessica. Ung pirat på väg mot Bryssel (Swedish), Dagens Nyheter (13 июнь 2009). 20 ноябрь 2011 тикшерелгән.
  4. Pirate Party Gets Second Seat in European Parliament | TorrentFreak. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 ноябрь 2011. Архивировано 6 сентябрь 2010 года.
  5. EUobserver.com / Institutional Affairs / New MEPs include far right and youngest deputy. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 декабрь 2011. Архивировано 4 ғинуар 2012 года.
  6. Congrats to MEP Amelia Andersdotter! (14 ноябрь 2011). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 ноябрь 2011. Архивировано 4 сентябрь 2012 года.
  7. Pirate To Join European Parliament As Youngest Member | TorrentFreak. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 ноябрь 2011. Архивировано 22 ноябрь 2011 года.
  8. «Amelia 2.0» from lundagard.se (Swedish), published June 1, 2009
  9. Daily Dot | The top 10 most influential Internet rights activists in 2012. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 ғинуар 2013. Архивировано 22 ғинуар 2013 года.

Һылтанмалар