Аммосов Николай Алексеевич

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Гражданлығы
Хеҙмәт итеүе Рәсәй империяһы
Хәрби звание Генерал-майор
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
орден Святого Георгия IV степени
Һөнәр төрө уйлап табыусы, инженер
Ғәскәр төрө артиллерия[d] и артиллерия[d]
Һуғыш/алыш
Заты ир-ат
Ерләнгән урыны
Тыуған көнө 1787
Вафат булған көнө 4 февраль 1868({{padleft:1868|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) или 1868
Уҡыу йорто
Вафат булған урыны
Тыуған урыны

Аммосов Николай Алексеевич (17871868) — Рәсәй империяһы инженеры һәм уйлап табыусыһы, артиллерия генерал-майоры, Изге Георгий ордены кавалеры.

Аммосов Николай Алексеевич 2-се кадет корпусында тәрбиәләнә. 1805 йылда уҡыуын тамамлай һәм офицер званиеһында 10-сы артиллерия полкына тәғәйенләнә. 1808 йылғы төрөк кампанияһында һәм 1812, 1813, 1814, 1815 йылдарҙағы һуғыштарҙа ҡатнаша. Һуғыштан һуң хәрби поселениеларҙың хәрби департаментында ағза булып тора. 1834 йылда генерал-майор чины бирелә, 1840 йылда отставкаға сыға.

Аммосов Николай Алексеевичтың үҙенсәлекле айырым ҡаҙаныштары булып биналарҙы пневматик ысул менән яғып йылытыу өсөн тәғәйенләнгән «аммосов» мейестәре ҡулайламаһын уйлап табыуы тора. 1835 йылда был мейестәр йәмғиәттә ҙур билдәлелек ала. Ҡышҡы һарайҙа был ҡулайлама-мейестәрҙе ҡороп ҡуйғаны өсөн рәхмәт йөҙөнән 2000 дисәтинә ер менән бүләкләнә.

Ғәмәли эштәре менән бер рәттән, Н. А. Аммосов 1840-1844 йылдар осоронда пневматик йылытыу ҡулайламалары-мейестәр менән етәкселек иттереү өсөн ике фәнни брошюра ла баҫтырып сығара: «Наставление, как обходиться с пневматическим отоплением» һәм «Краткое понятие о пневматическом отапливании и качествах воздуха, относительно здоровья».

Уның ҡәләме аҫтынан шулай уҡ хеҙмәтендә: «Описание устройства громоотводов» (СПб. 1850 й.), Кондильяк әҫәренең ике тәржемәһе: — «О выгодах свободной торговли» (СПб. 1817 й.) һәм «Фенелоновы избранные творения» (СПб. 1820 й.)бар, ул шулай уҡ «Иллюстрированая Газета» һәм «Воскресный Досуг» гәзиттәрендә үҙенең бер нисә ҙур булмаған повестарын урынлаштырып баҫтыра.

  • «Иллюстр. Газета» 1868 г., № 7.
  • «Иллюстр. Календарь» 1869 г.
  • Словари: Старчевского, Венгерова и Брокгауза-Ефрона.