Андреев Александр Вадимович

Андреев Александр Вадимович (15 апрель 1972 йыл) — Мостай Кәрим исемендәге халыҡ-ара «Өфө» аэропортының генераль директоры. Иҡтисад фәндәре докторы. II (2015) һәм I дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» орден миҙалы (2021) менән бүләкләнгән. Халыҡтар дуҫлығы ордены (2022) кавалеры. Башҡортостан Республикаһының 6-сы һәм 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты[1] (2023 йылдан).

Биографияһы

Александр Вадимович Андреев 1972 йылдың 15 апрелендә Саранск ҡалаһында тыуа. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң Совет Армияһында хеҙмәт итә (1989—1991). Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1992 йылда авиация-техник базаһында планер һәм двигателдәр буйынса автомеханигы булып башлай. Һуңынан 1994 йылға тиклем «Рәсәй авиалиниялары» акционерҙар йәмғиәтенең «Рәсәй халыҡ-ара авиалиниялары» дәүләт бүлендек авиакомпанияһында самолеттарҙы әҙерләү бүлеге технигы, бортпроводник була[2].

1998 йылда Граждан авиацияһы академияһын, 2003 йылда Мәскәү дәүләт граждан авиацияһы университетын тамамлай. 2004 йылға тиклем «Аэрофлот- Рәсәй авиалиниялары» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең һауа суднолары штурманы, аналитика төркөмө етәксеһе, контроль-аналитика бүлеге начальнигы булып эшләй. Артабан биш йыл дауамында «Аэрофлот» акционерҙар йәмғиәтенең бүлендек предприятиеһының производство буйынса генераль директоры урынбаҫары, производство менән идара итеү буйынса урынбаҫар була. 2099—2011 йылдарҙа — «Аэрофлот- Рәсәй авиалиниялары» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең директор урынбаҫары, пассажирҙар ташыуҙың ерҙәге тәьминәте департаменты директоры. 2011 йылда бер нисә ай «Якутия» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Мәскәүҙәге филиалында пассажирҙар ташыуҙың ерҙәге тәьминәте бүлеге етәксеһе вазифаһын башҡара. 2012 йылда бер нисә ай «Руспорт» яуаплылығы сикләнгән ширҡәттең производство һәм сифат буйынса генераль директор урынбаҫары, «Мәскәү аэропорты» яуаплылығы сикләнгән ширҡәттең генераль директор урынбаҫары, производство менән идара итеү дирекцияһының производство менән идара итеү директоры булып эшләй. 2012 йылда Дәүләт идара итеү университетын тамамлай. Иҡтисад фәндәре докторы ғилми дәрәжәһенә эйә. 2012—2013 йылдарҙа — «Өфө» халыҡ-ара аэропорты" асыҡ акционерҙар йәмғиәте генераль директорының производство буйынса урынбаҫары, һуңынан — беренсе урынбаҫары. 2013 йылдан — «Өфө» халыҡ-ара аэропорты" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры[2]. 2023 йылдан Рәсәйҙең Граждандар авиацияһының эксперттар советы ағзаһы[3]

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 6-сы һәм 7-се саҡырылыш депутаты[1]. 2023 йылдан парламенттың Сәнәғәт, инновацион үҫеш, сауҙа, эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса комитеты, Электрон системалар ҡулланып тауыш биреүҙк күҙәтеү комиссияһы ағзаһы[4].

Ғаиләһе

Өйләнгән, улы һәм ҡыҙы бар[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» орден миҙалы[5]
  • Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы[2]
  • Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы[2]
  • I дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» орден миҙалы[6]
  • Халыҡтар дуҫлығы ордены[2]
  • Башҡортостан Республикаһы Башлығының Рәхмәте[2]
  • «Аэрофлот отличнигы» почёт билдәһе[2]

Тема буйынса өҫтәмә