Андреев Евгений Васильевич
Ҡатнашыусы | XXVII съезд КПСС[d] |
---|---|
Сәйәси фирҡә ағзаһы | |
Ерләнгән урыны |
|
Заты | ир-ат |
Вафат булған урыны | |
Тыуған көнө | 29 декабрь 1936 |
Вафат булған көнө | 27 март 2011 (74 йәш) |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Тыуған урыны |
Андреев Евгений Васильевич (29 декабрь 1936 йыл — 27 март 2011 йыл) — тимер юл тармағы алдынғыһы. 1968—1992 йылдарҙа Көньяҡ-Көнбайыш тимер юлы Казатин станцияһының локомотив депоһы машинисы. Социалистик Хеҙмәт Геройы[1].
Биографияһы
Евгений Васильевич Андреев Винница өлкәһенең (Украин ССР-ы) Казатин ҡалаһында эшсе ғаиләһендә тыуған. Милләте рус. 1953 йылда 7 класс, ә 1955 йылда — 2-се Казатин тимер юл училищеһын тамамлай. Паровоз кочегары булып үҙалы хеҙәт эшмәкәрлеген башлай.
1957 йылда Совет Армияһына хеҙмәткә саҡырылған. Сахалин утрауында дислокацияланған пушка артиллерия бригадаһында тягач механик-водителе вазифаһында хеҙмәт иткән. 1959 йылда тыуған яғына әйләнеп ҡайта, Казатин-1 станцияһында паровоз депоһында эшләй. 1960 йылда Киев тимер юл транспорты техникумына уҡырға инә. Техникумды тамамлағандан һуң, 1962 йылда Жмеринка станцияһы паровоз депоһында, шул уҡ йылдың октябренән — Көньяҡ-Көнбайыш тимер юлының Казатин-1 станцияһының паровоз депоһында машинист ярҙамсыһы булып эшләй. 1967 йылдан паровозды, тепловозды һәм электровозды үҙ аллы йөрөтөү хоҡуғын ала.
1968 йылдан — тепловоз машинисы, а һуңғараҡ — электровоз машинисы. Ҙур йөк ташыусы составтар йөрөтөүгә тәүгеләрҙең береһе булып күсә.
1986 йылдың 3 июлендә СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән ун беренсе биш йыллыҡтың заданиеларын һәм халыҡ хужалығы йөктәрен ташыу буйынса социалистик йөкләмәәрҙе үтәгәндә ҙур хеҙмәт ҡаҙаныштарына өлгәшкәне өсөн, Андреев Евгений Васильевичҡа, Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырылып, «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.
1992 йылдан — хаҡлы ялда.
2011 йылдың 27 мартында вафат була. Винница өлкәһе Казатин районы Казатин ауылы зыяратында ерләнә (Украина).
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
КПСС-тың XXVII съезы делегаты (26 февраль — 1986 йылдың 6 марты ).
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Социалистик Хеҙмәт Геройы
- Почётлы тимер юлсы (1983);
- Украин ССР-ының атҡаҙанған тимер юл хеҙмәткәре (1985);
- Ленин ордены;
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены;
- «Почёт Билдәһе» ордены;
- «Хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Музалевский М. В. Герои Социалистического Труда. Биобиблиографический словарь. — М.: РИЦ «Кавалер», 2008. — Т. 2. — 200 с.
- КПСС ағзалары
- Украинала вафат булғандар
- 29 декабрҙә тыуғандар
- 1936 йылда тыуғандар
- 27 мартта вафат булғандар
- 2011 йылда вафат булғандар
- Социалистик Хеҙмәт Геройҙары
- Ленин ордены кавалерҙары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- «Өлгөлө хеҙмәт өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- Почётлы тимер юлсылары
- Винница өлкәһендә тыуғандар
- КПСС-тың XXVII съезы делегаттары