Андрианов Андрей Андрианович
Андрианов Андрей Андрианович (24 апрель 1939 йыл — 16 апрель 2010 йыл) — театр актёры, педагог. 1965 йылдан М. Шкетан исемендәге Мари драма театры актёры, 1989—1995 йылдарҙа Мари республика мәҙәниәт училищеһы уҡытыусыһы. 1991 йылдан Мари милли драма театры филиалы — Мари йәш тамашасы театры актёры. Мари АССР‑ының халыҡ артисы (1989). Мари Иле Республикаһының Дәүләт премияһы лауреаты (2005).
Биографияһы
Андрей Андрианович Андрианов 1939 йылдың 24 апрелендә Башҡорт АССР-ының[1] Мишкә районының Иҫке Ҡолсобай ауылында тыуған.
Урындағы башланғыс мәктәптә, ауыл советы үҙәге булған Тымбай ауылындағы ете йыллыҡ мәктәптә уҡый, урта мәктәпте Сурай ауылында тамамлай.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
• Мари АССР‑ының халыҡ артисы (1989)
• Мари АССР‑ының атҡаҙанған артисы (1973)
• Мари Иле Республикаһының Дәүләт премияһы лауреаты (2005).
Иҫкәрмәләр
- ↑ хәҙер Башҡортостан Республикаһы.
Һылтанмалар
• Марийский национальный театр драмы им. М.Шкетана. Официальный сайт. Люди театра АНДРИАНОВ АНДРЕЙ АНДРИАНОВИЧ (1939-2010), народный артист Марийской АССР (1989), лауреат Государственной премии РМЭ (2005), лауреат театральной премии им. Йывана Кырли (2006)
• Сайт «kino-teatr.ru». Главная / Российские актеры театра / А / Андрей Андрианов (III) / биография (рус.)