Андриевских Людмила Николаевна

Андриевских Людмила Николаевна (16 ғинуар 1950 йыл) — уҡытыусы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (2004). Башҡортостан республикаһының мәғариф отличнигы, юғары категориялы уҡытыусы (2002)[1].

Биографияһы

Людмила Николаевна Андриевских 1950 йылдың 16 ғинуарында Төркмән ССР-ы Мары ҡалаһында тыуған[1].

1975 йылда Ҡаҙаҡ ССР-ының Н. В. Гоголь исемендәге Ҡыҙыл Урҙа педагогия институтын тамамлай. Хәҙерге ваҡытта уҡыу йорто Ҡорҡот ата исемендәге Ҡыҙыл Урҙа университеты тип атала.

1975 йылдан Ҡыҙыл Урҙа ҡалаһының 176-сы мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй.

1977 йылдан Башҡорт АССР-ы Мәсетле районының «Наша жизнь/Беҙҙең тормош» гәзите редакцияһы хеҙмәткәре.

1978 йылдан Мәсетле ата-әсәле балалар өсөн пульмонология шифаханаһында уҡытыусы, баш табибтың уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары булып эшләй[1].

2011 йылдан хаҡлы ялда. Йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша. «Храм трех святителей» православие сиркәүе янындағы ял көнө мәктәбендә дәрестәр бирә[2].

Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы Оло Ыҡтамаҡ ауылында йәшәй.

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 Мечетлинский район Республики Башкортостан: энциклопедия. — Уфа: Мир печати, 2010. — 284 с.:илл. ISBN 978-5-9613-0148-9
  2. Мероприятия. «Храм трех святителей» православие сиркәүе. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 ғинуар 2025.

Сығанаҡтар

  • Мечетлинский район Республики Башкортостан: энциклопедия. — Уфа: Мир печати, 2010. — 284 с.:илл. ISBN 978-5-9613-0148-9