Анисимов Фёдор Иванович
Фёдор Иванович Анисимов | |
---|---|
Тыуған көнө: | 1814 |
Тыуған урыны: | Дон Ғәскәре өлкәһе Грушевская станицаһы |
Вафат булған көнө: | 1855 |
Эшмәкәрлеге: | шағир |
Жанр: | шиғриәт |
Әҫәрҙәре яҙылған тел: | русса |
Фёдор Иванович Анисимов (Дон Ғәскәре өлкәһенең Грушевская станицаһында 1814 йылда тыуған) — шағир, Дон казактарының «Всколыхнулся, взволновался православный тихий Дон» гимны авторы. 1855 йылда вафат булған.
Тормошо һәм ижады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Фёдор Иванович Анисимов Новочеркасск гимназияһын һәм Харьков университетын тамамлағас, Новочеркасск гимназияһында математиканан, латин һәм француз телдәренән уҡыта. Уҡытыу эшмәкәрлегендәге уңыштары өсөн ул Дон училищелары дирекцияһынан бик күп тапҡырҙар маҡталып тора. Анисимовты даими рәүештә дәрәжәһендә күтәрәләр. Фёдор Иванович Анисимов шиғриәтте бик ныҡ ярата, үҙе лә шиғырҙар яҙа. 1853 йылда Ҡырым һуғышы башланғас, ул «Всколыхнулся, взволновался православный тихий Дон» шиғырын яҙа, уға үҙе үк көйөн дә яҙып ҡуя. Федор Иванович Анисимовтың был шиғыры бик ҙур патриотик тойғо менән һуғарылып яҙылған:
Всколыхнулся, взволновался
Православный Тихий Дон, И послушно отозвался На призыв монарха он. Он детей своих сзывает На кровавый бранный лир, К туркам в гости снаряжает, Чтоб добыть России мир. | |
Шиғырҙың тексы әҙ генә үҙгәртелеп, Новочеркасскиҙа 1918 йылда үткән казактарҙың Оло йыйынында Бөйөктәрҙән-бөйөк Дон Ғәскәренең рәсми гимны итеп ҡабул ителә.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Дон литературный. Писатели России. Шолоховский край. XIX—XXI вв.:справ. изд., Сост. Губанов Г. — Ростов н/Д, 2006. — 512 с. ISBN 5-481-00623-5