Анчимаа-Тока Хертек Амырбитовна
Гражданлығы | |
---|---|
Хәләл ефете | Салчак Калбакхорекович Тока[d] |
Һөнәр төрө | сәйәсмән |
Заты | ҡатын-ҡыҙ |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | |
Уҡыу йорто | |
Тыуған көнө | 1 ғинуар 1912 |
Вафат булған урыны | |
Вафат булған көнө | 4 ноябрь 2008[1] (96 йәш) |
Тыуған урыны |
Анчимаа-Тока Хертек Амырбитовна (тыв. Анчымаа-Тока Хертек Амырбыт кызы; 1 ғинуар 1912 йыл — 4 ноябрь 2008 йыл) — Тыва һәм СССР дәүләт эшмәкәре. Тыва Халыҡ Республикаһы етәксеһе Салчак Токаның ҡатыны. Донъя тарихында һайланған вазифала дәүләт башлығы булған беренсе ҡатын-ҡыҙ.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Хертек Анчимаа 1912 йылдың ҡышында Коп-Соок ауылында (хәҙер Ҡыҙыл-Даг ауылы составына инә) тыуған. 1918 йылда сәсәк эпидемияһы атаһының һәм һеңлеһенең ғүмерен өҙгән. Мәктәптә монгол телендә уҡыған, 1930 йылда тыва яҙмаһы барлыҡҡа килә, һәм ул илдә тәүгеләрҙән булып уны үҙләштерә. Тыва Халыҡ Республикаһының Революция йәштәр союзы ағзаһы булараҡ, киләһе йылда ул Тыва халыҡ-революцион партияһына инә[2].
1935 йылда Мәскәүҙә Көнсығыш хеҙмәтсәндәренең И. В. Сталин исемендәге коммунистик университетын тамамлаған. Университетта уҡыу йылдары дауамында сәнғәт менән шөғөлләнә, тыва халыҡ йырҙары менән тәүге граммофон пластинкаһы яҙыуында ҡатнаша. Тываға ҡайтҡандан һуң, Тыва Халыҡ Республикаһының Революцион йәштәр союзы үҙәгендә эшләгән. 1938 йылдан алып идара иткән Тыва халыҡ-революцион партияһы Үҙәк комитетының ҡатын-ҡыҙҙар араһында эшләү бүлеге мөдире (республикала берҙән-бер) була.
1940 йылдан Хертек Анчимаа Тыва Халыҡ Республикаһы Кесе Хурал (парламент) рәйесе итеп һайлана, шул рәүешле ул донъяла беренсе ҡатын-ҡыҙ — парламент башлығы һәм юридик дәүләт башлығы булып китә.
Тываның бойондороҡһоҙлоғо бөтөрөлгәндән һәм уны 1944 йылдың октябрендә РСФСР составында Тыва автономиялы өлкәһе тип үҙгәрткәндән һуң, 1961 йылға тиклем Хертек Анчимаа-Тока Тува өлкә башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары булып эшләй. 1961 йылдан 1972 йылға тиклем — Тыва АССР-ның Министрҙар Советы рәйесе урынбаҫары.
1972 йылдан алып пенсияға сыға. 2008 йылдың 4 ноябрендә 96 йәшендә вафат булған.
Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Хертек Анчимаа-Токаның ире — Салчак Тока бойондороҡһоҙ Тыва Халыҡ Республикаһының (һуңынан РСФСР составындағы Тыва автомномиялы өлкәһе) етәксеһе була. Уларҙың дүрт балаһы була. Улы Виктор Тыва филармонияһы менән етәкселек итә, әлеге ваҡытта филармония уның исемен йөрөтә[2].
Факттар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Донъяла дәүләт һәм хөкүмәт башлыҡтары араһында иң оҙаҡ йәшәгәндәрҙең береһе була. Рәсәйҙә, Рәсәй империяһында һәм СССР-ҙа вафат булған иң оҙаҡ йәшәгән дәүләт һәм хөкүмәт башлығы. Юридик рәүештә дәүләт башлығы булған (монарх бюулмаған) донъялағы иң беренсе ҡатын-ҡыҙ[3]. 1981 йылға тиклем донъяла ҡатын-ҡыҙҙар (монарх булмағандар) араһында иң йәш дәүләт башлығы була.