Апшерон милли паркы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Апшерон милли паркы
Административ-территориаль берәмек Баҡы
Дәүләт
Майҙаны
  • 7,83 км²
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 2005
Категория защищённых зон МСОП МСОП II категорияһы: милли парк[d]
Логотип РУВИКИ.Медиа РУВИКИ.Медиа файлдары

Апшерон милли паркы (әзерб. Abşeron Milli Parkı) — Баҡы ҡалаһының Азизбек районында Апшерон дәүләт заказнигы базаһында 2005 йылда төҙөлә. Парктың дөйөм майҙаны 783 гектар тәшкил итә (7.83км²).

Ошо территорияла тереклек иткән йәйрәндәрҙе, каспий тюлендәрен һәм һыуҙа йөҙөүсе ҡоштарҙы һаҡлау өсөн төҙөлә.

Ҡоро ерҙә йәйрән, сүл бүреһе, төлкө, бурһыҡ, ҡуян, Каспий диңгеҙе һыуҙарында тюлень һәм балыҡ, көмөш аҡсарлаҡ, ышылдаҡ аҡҡош, ҡашҡабаш, һуна өйрәк, ҙур аҡ селәндәр, һаҙ көйгәнәге һәм башҡа күсмә ҡоштар тереклек итә. Әзербайжандың Ҡыҙыл китабына ингән һәм Ширван милли паркында йәшәүсе йәнлектәр һәм ҡоштар Апшерон милли паркында ла осрай.