Артемьев Ринат Александрович
Артемьев Ринат Александрович | |
---|---|
Тыуған көнө | 20 июль 1958 (66 йәш) |
Тыуған урыны | |
Ил | |
Эшмәкәрлеге | инженер |
Артемьев Ринат Александрович (20 июль 1958 йыл) — совет һәм хужалыҡ эшмәкәре, «АЖИО» финанс компанияһының президенты. Өфө ҡалаһының Орджоникидзе районы 48-се Нева һайлау учаткаһы буйынса Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты[1]. Милләте — татар.
Биографияһы
Ринат Александрович Артемьев 1958 йылдың 20 июлендә Башҡорт АССР-ы Күмертау районы Ермолаевка ҡасабаһында донъяға килгән. Урта мәктәпте тамамлағас Башҡорт дәүләт университетына уҡырға килә.
1980 йылда Башҡорт дәүләт университетын уңышлы тамамлай.[2]
1980 йылда, университетты тамамлағас, хеҙмәт юлын Нефть химияһы фәнни-тикшереү институтында инженеры булып эшләй башлай, йәмәғәт эшендә актив ҡатнаша.
1983 йылда Өфө ҡалаһының Октябрь районыкомсомол райкомының икенсе секретары итеп һайлана.
1983—1985 йылдарҙа Совет Армияһы сафына хәрби хеҙмәткә саҡырыла.
Армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Өфө ҡалаһында нефтехимия фәнни-эҙләнеү институтының бүлек начальнигы булып эшләй башлай.
1993 йылдан «АЖИО» финанс компанияһының президенты вазифаһын башҡара[3].
Өфө ҡалаһының Орджоникидзе районы 48-се Нева һайлау учаткаһы буйынса Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советына депутат итеп һайлана.
Ғаиләһе
Ғаиләһендә бер ул үҫтергән.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
- [[Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаттары исемлеге]]
Иҫкәрмәләр
- ↑ 12 созыв (БАССР)
- ↑ Артемьев Ринат Александрович/Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.удк 930 ISBN 5-8258-0204-5
- ↑ Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 16.
Сығанаҡтар
- Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 16.