Арҡауыл тау

Арҡауыл тау (рус. Аркаултау) — Рәсәйҙәге Башҡортостан Республикаһының Ишембай районындағы тау.

Географияһы һәм тарихы

320 метр самаһы бейеклектә урманда урынлашҡан. Көньяҡ Урал системаһына ҡарай.

Арҡауыл тауы янында Буҙайғыр йылғаһы (Тоҙло[1] ҡушылдығы) башлана.

Этимологияһы

Арҡауыл: «арҡа» һәм «ауыл» — ике һүҙҙе ҡушыу юлы менән яһалған ҡушма һүҙ. Арҡаул (Аркаулово) исемле Башҡортостанда бер нисә ауыл бар. Был тау эргәһендә элек ауыл булғанын аңлата.

Ҡыҙыҡлы факттар

СССР осоронда тауҙан алыҫ түгел «пионер лагерҙары» төҙөлгән була.

Һылтанмалар

30.10.2015 реестры мәғлүмәте буйынса Башҡортостан Республикаһы территорияһындағы географик объекттарҙың атамалары, 3.10.2015. С. 37

Иҫкәрмәләр

  1. [maps.vlasenko.net/?lon=56.158239&lat=53.472516 Топографическая карта России, Украины, Беларуси (53.472,56.158)]


Был — тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, РУВИКИ проектына ярҙам итә алаһығыҙ.