Аҡа (йылға)
Аҡа — йылға, Ыйыҡ йылғаһының (Әй йылғаһы ҡушылдығы) уң ҡушылдығы.
Свердловск өлкәһенең Берёзовка ауылының көньяҡ-көнсығышҡа табан 3 км алыҫлыҡта башлана. Көнсығыштан көнбайышҡа табан Свердловск өлкәһе һәм Башҡортостандың Мәсетле районы биләмәләренән (Төлгәш һәм Һазбек йылғалары араһы) аға, Свердловск өлкәһе Бағыш ауылы янында көньяҡҡа борола. Ыйыҡ йылғаһы (тамағынан 7 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 99 км, бассейн майҙаны 1074 км2. Башҡортостан биләмәһендә оҙонлоғо яҡынса 16 км. Башлыса ҡар һыуы менән туйына. Йылға тамағында уртаса йыллыҡ һыу сығымы 8,85 м3/с. Бассейн Йүрүҙән-Әй тигеҙлеге сиктәрендә урынлашҡан. Ландшафтар һоро урман тупрағындағы ҡара ылыҫлы һәм киң япраҡлы урмандарҙан тора, ҡара тупраҡта ҡоро болондар осрай. Бассейндың 25%‑ын урман ҡаплаған.